Сибайский рабочий (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Сибайский рабочий»
Тип

Сибай ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите[1]

Форматы

А3

Веб-сайты

http://www.sibworker.ru/

Сибайский рабочий — Сибай ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сибай барлыҡҡа килеү менән ҡала гәзите булдырыла. Ҡала етәкселегенең үтенесен ҡәнәғәтләндереү йөҙөнән КПСС Үҙәк Комитетының РСФСР буйынса бюроһы үҙенең 1957 йылдың 18 февралендәге махсус ҡарары менән Сибайҙа гәзит сығарырға рөхсәт бирә[1].

Шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 4 апрелдәге күрһәтмәһенә ярашлы, Сибай ҡала типографияһы ла ойошторола[1]. «Сибайский рабочий» гәзитенең тәүге һаны 1957 йылдың 29 июнендә 3069 дана тиражы менән донъя күрә, уға мөхәррир М. М. Баранов ҡул ҡуя.

Тәүге штаттағы корреспондент Виктор Кузин була. Тәүге һанда киләсәккә ҡуйылған маҡсаттар хаҡында КПСС-тың ҡала комитетының беренсе секретары Виктор Васильевич Любушкин сығыш яһай.

1957 йылдың 22 сентябренән гәзитте Серафим Яковлевич Вайсман мөхәррирләй. Ошо ваҡытта бина, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә. Гәзит тиражы 4000 данаға тиклем күтәрелә.

1962 йылда Сибайҙа территориаль колхоз-совхоз сәнәғәт идараһы төҙөлә, уның өсөн «Һаҡмар» гәзите нәшер ителә башлай, Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Әбйәлил райондарына тарала. «Сибайский рабочий» гәзите ябыла. Райондарҙы ҙурайтыу килеп сыҡмай, һәм «Һаҡмар» гәзитенең кәрәклеге лә бөтә. «Сибайский рабочий» гәзитен ҡайтанан 1965 йылдың 1 апрелендә сығара башлайҙар. Коллективты Һиҙиәт Садыҡ улы Күсәбаев етәкләй.

1969—1972 йылдарҙа Роберт Абдулла улы Нагаев, 1972—1978 йылдарҙа Михаил Сергеевич Ильюхин, 1978—1983 йылдарҙа Владимир Васильевич Коротаев мөхәррир булып хеҙмәт итә.

XX быуаттың 80-90 йылдарында гәзитте Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова мөхәррирләй. Үҙгәрештәр заманы, асыҡлыҡ ваҡытында гәзит тиражы күтәрелә, 14 мең данаға баҫа. Мөхәррир Нур Ғәйнислам улы Үзбәков ваҡытында (1992—2001) техник яҡтан үҙгәрештәр була, редакцияның үҙендә йыйып, вёрсткаларға ярҙам иткән компьютер үҙәге асыла, гәзиткә үҙ аллы яҙыу, таратыу ойошторола.

«Сибайский рабочий» аҙнаһына дүрт тапҡыр сыға башлай.

2002 йылда коллективты Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы Сәйетҡолова етәкләй. Гәзиттең дизайны үҙгәрә. Редакция ул ваҡытта төрлө социаль яҡлы сығыштар яһай, саралар үткәрә. Ҙур иғтибарға «Тотҡарлыҡһыҙ мөхит» акцияһы лайыҡ була, сөнки физик яҡтан мөмкинселектәре сикле кешеләрҙең йәшәйештәрен хәстәрләй. «Көмөш коньки» конкурсы яңыртыла, фигуралы шыуыуҙы үҙ иткән уҡыусылар араһында ярыштар үткәрелә. Редакция йәш төркөмдәр сығыштарын ойоштороп, концерттар үткәрә.

2008 йылдың сентябренән коллективты Ишбирҙина Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы етәкләй, быға тиклем ул гәзиттә сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге мөдире була.

2012 йылдың майында директор (баш мөхәррир) булып Азаматов Самат Булат улы тәғәйенләнә.

Әлеге көндә «Сибайский рабочий» гәзите уңышлы эшләп килә.

2012 йылдан гәзиттең сығыу һаны күбәйә. Бөгөнгө көндә гәзит аҙнаһына дурт тапҡыр, 6000 меңдән ашыу дана менән сыға.

Маҡтаулы исемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хаҡлы ялда булыусы Людмила Оглобличева һәм Людмила Самарцева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре» исемен йөрөтә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]