Сидоров Анатолий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сидоров Анатолий Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 13 (25) апрель 1866
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Новочеркасск[1]
Вафат булған көнө 18 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] (65 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[1]
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Рәсәй химия-технология университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Сидоров Анатолий Иванович (18661931) — рус һәм совет ғалим-механигы һәм машиналар төҙөүсе; РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1929), Мәскәү юғары техник училищеһының механика факультеты деканы һәм профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1866 йылдың 13 апрелендә (яңы стиль буйынса 25 апрель) Дон Ғәскәре өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында тыуған.

Ул Новочеркасск гимназияһында урта белем ала. 1888 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультеты курсын, 1891 йылда ‒ Император Мәскәү техник училищеһын (ИМТУ) инженер-механик исеме менән тамамлай.

1895 йылда халыҡ мәғарифы Министрлығы тарафынан профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн сит илгә ебәрелә. Берлин политехник мәктәбендә машиналар эшләү курсы тыңлай һәм Германия һәм Швейцарияның күп кенә машиналар эшләү заводында була. 1897 йылда Император Мәскәү техник училищеһының машиналар төҙөү кафедраһы буйынса адъюнкт-профессор итеп тәғәйенләнә, ә 1898 йылда машиналар төҙөү буйынса профессор була.

1907—1912 йылдарҙа механика (II, III, IV техник кластар) һәм химия (III техник класс) бүлектәрендә черчение уҡыта һәм «Машина төҙөлөшө» курсын алып бара[2].

1915—1921 йылдарҙа ИМТУ-ның механика факультеты деканы була. 1919 йылда һуҡырая, әммә лекциялар уҡыуын дауам итә. 1923 йылдан техника тарихы курсын уҡыта.

1921—1923 йылдарҙа РСФСР-ҙың Германияла иҡтисади вәкиллеге ҡарамағындағы фән һәм техника сит ил бюроһында Совет Рәсәйе вәкиле була. 1892 йылдан — ИМТУ янындағы Политехник йәмғиәт ағзаһы: 1897—1898 йылдарҙа уның секретары, 1898—1904 йылдарҙа — инженер-механика бүлеге рәйесе, 1900—1901 йылдарҙа — инженер-электротехника бүлеге рәйесе. 1898 йылдан Йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора.

Анатолий Иванович «Технический сборник», «Вестник промышленности» һәм «Бюллетени Политехнического Общества» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. Уның хеҙмәттәре машиналарҙы һәм уларҙың деталдәрен проектлау, машиналарҙы автоматик көйләү һәм техника тарихы буйынса[3].

Мәскәүҙә Бригадир тыҡрығы, 1; Немец урамы, 12 (хәҙер Бауман урамы, 42); Лефортово урамы (хәҙер — Һалдат тыҡрығы), 14 адрестары буйынса йәшәй.

1931 йылдың 18 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Введенское зыяратында ерләнгән (23 уч.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Сидоров Анатолий Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Будрейко Е. Н., Жуков А. П. Профессора Университета Менделеева: XX век. — М.: РХТУ им. Д.И.Менделеева, 2006. — Б. 553. — 756 б. — ISBN 5-7237-0513-X.
  3. Сидоров Анатолий Иванович

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — Б. 215. — 294 б. — 2 000 экз. — ISBN 5-8037-0164-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]