Сидоров Виктор Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сидоров Виктор Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 май 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Һарытау, Түбәнге Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы, фольклорсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сидоров Виктор Владимирович (10 май 1932 йыл — 2015 йыл) — ғалим-тарихсы, фольклорсы. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевты өйрәнеүсе. Тарих фәндәре кандидаты (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы луреаты (1983)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктор Владимирович Сидоров 1932 йылдың 10 майында Һарытау ҡалаһында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан беренсе класты тамамлай. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев менән танышыуы 1942 йылда була — ҡулына Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тигән китабы килеп эләгә һәм ул уның өҫтәл китабына әүерелә.
1952 йылда Сидоровтар Өфөгә күсенә. Виктор Владимирович К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының Әҙәбиәт факультетына уҡырға инә.
1956 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Дыуан районының Мәсәғүт ауылына эшкә йүнәлтелә, унда ике йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, ошо ваҡытта Салауат тураһында риүәйәттәр йыя, уның эҙҙәре буйлап йөрөй.
1958 йылда Виктор Владимирович Өфөгә ҡайта һәм СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында эшләй башлай, ситтән тороп аспирантураға инә. Һуңынан Ленинградта «Историческое предание о Пугачевском восстании и Салавате Юлаеве» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1983 йылда «О башкире певце и бесстрашном бойце»[1] китабы донъя күрә. Ошо китабы өсөн ул В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһына лайыҡ була. Һуңынан был баҫма башҡорт теленә тәржемә ителә.
1988 йылда «По следам Салавата»[1] китабын яҙа. 2004 йылда, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулған ваҡытта уның «Был героем Салават»[1] һәм «Слово о Салавате»[1] китаптары сыға. Салауатты өйрәнеүсе башҡа белгестәр менән берлектә «Салауат Юлаев» энциклопедик баҫмаһын сығара, ундағы 900 мәҡәләнең 146-һын яҙа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]