Илашты (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Силач (күл) битенән йүнәлтелде)
Илашты
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Оло Вязовка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кәҫле районы һәм Силәбе өлкәһе
Карта
 Илашты Викимилектә

Илашты (Силач) — рус. Сила́ч - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең төньяғындағы күл, Снежинск ЗАТО-һының көньяғында, Вишнёвогорск ҡалаһынан көнсығышында урынлашҡан.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбегә тиклем алыҫлығы - 120 км, Екатеринбургҡа тиклем – 130, Кәҫлегә - 12 км

Географик координаттар: оҙонлоғо - 60°44′54.56″E (60.74849), киңлеге - 56°0′12.87″N (56.003576).

Илашты Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан, ул ағар күлдәр: Илашты, Һуңкүл, Оло Кәҫле, Ирташ сылбырына инә.

Был һыу ятҡылыҡтары системаһы 20 км-ға һуҙылып киткән [1]:

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илашты күленең майҙаны 18,4[2] км². Иң тәрән урыны - 4 м, уртасаһы — 2,5 м . Боҙ ҡалынлығы 90 сантиметрға еткән ҡыштар була.

Төбө башлыса ләмле, ҡомло урындары бар, сығып торған таштары осрай.

Ҡылымыҡ аша Һуңкүл менән тоташҡан [3] .

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярын ҡатнаш урмандар ҡаплаған.

Күлдә суртан, алабуға, сабаҡ, табан, ҡарабалыҡ, опто, шырт балыҡ, шамбы, рипус тереклек итә.

Күлдең көнбайыш өлөшөндә утрау бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл атамаһының рус. Силач тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, От видоизмененного в русском языке башкирского названия небольшой речки Илашты (по древнему тюркскому мужскому имени Илашты, распространенному в прошлом у башкир), впадающей в озеро тип яҙа [4][5].Шулай ҙа күл атамаһы башҡорт телендәге "илашыу булған урын" мәғәнәһендә ҡушылған булғандыр.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. РФ һыу реестры: Силач.
  2. «Илашты (күл)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Силач [1] 2019 йыл 28 март архивланған.
  4. Шувалов Н.И. Силач// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]