Силез теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Силез теле
Үҙатама: Ślůnsko godka, Ślůnski
Илдәр: Польша (Силезия), Чехия, Германия
Төбәктәр: Силезия
Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: 1 250 000, 509 000[1] кеше өсөн туған теле
Классификация (?)
Категория: Евразия телдәре
Яҙма: Латин әлифбаһы(силез имләһе)
Тел кодтары (?)
ISO 639-1:
ISO 639-2:
ISO 639-3: szl

Силез теле (сил. ślůnsko godka, ślůnski) — Лех төркөмөнә ингән көнбайыш славяндар теле. Был тел Польшалағы Үрге Силезияла (сил. Gůrny Ślůnsk, пол. Górny Śląsk), бынан тыш Чехияла һәм Германияла ҡулланыла. 2011 йылғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса 509 мең кеше силез телен туған теле итеп күрһәткән, ләкин сама менән был телдә һөйләшеүселәр һаны 1 250 000 яҡын.

Силез теле поляк теленә бик яҡын, шуға күрә лингвистарҙың күберәге был телде поляк теленең диалекты итеп ҡарай.

Яҙыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Силез имләһе

Бөтөнөһөнә лә бер төрлө силез алфавиты юҡ. Силез телендә һөйләшеүселәр яҙыу өсөн поляк телендәге билдәләрҙе ҡулланған. Силез алфавиты бөтә яҙмаларҙы иҫәпкә алып, (улар 10-ға яҡын) 2006 йылда ҡабул ителгән. Хәҙер был алфавит Интернетта киң ҡулланыла һәм шулай уҡ силез википедияһында ҡулланыла.

A a B b C c Ć ć Č č D d E e F f
G g H h I i J j K k L l M m N n
Ń ń O o P p R r Ř ř S s Ś ś Š š
T t U u Ů ů W w Y y Z z Ź ź Ž ž

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Силез телендә яңылыҡтар[1]
  • Pů našymu — djalykt ślůnski kodyfikowůny[2]


Ер шары һәм тел Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.