Силәбе өйәҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Силәбе өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Ырымбур губернаһы
Үҙәге Силәбе
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1923
Майҙаны 32882,8 км²
Халҡы 413 072[1] чел. (1897)

Силәбе өйәҙе — 1782 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Административ уҙәге — Силәбе ҡалаһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1782 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Иҫәт провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы, 1919 йылда сентябрендә — Силәбе губернаһы составында. Административ уҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны — 32 882,8 км² (1897). 1919 йылда 5 улус — Арғаяш кантоны, 4 улус Ялан кантоны составына инә. 1923 й. өйәҙ Силәбе округы итеп үҙгәртелеп, Урал өлкәһе составына күсә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Пермь, көнсығышта — Тубыл наместниклыҡтары, көньяҡта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Троицк өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны — 32 882,8 км² (1897).

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында — 82 808 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 11637), 1897 йылда — 413 072 (башҡорттар — 5 658, ҡаҙаҡтар — 1 031, мишәрҙәр — 2 102, татарҙар — 3 955, украиндар — 1 246, урыҫтар — 351 424 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 328055 крәҫтиән иҫәпләнгән, мещандар — 17084, дворяндар — 1 967 һәм башҡа; мосолмандар — 57694, православие динендәгеләр — 354186 (шул иҫәптән 17512 старообрядсы) һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙ территорияһында 4‑се башҡорт кантоны ойошторола, 1‑се мишәр кантоныныңбер өлөшө урынлаша.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1866 йылда Силәбе өйәҙе территорияһында 553 торама пункт иҫәпләнә, өйәҙ 5 станға бүленә. 1890 йылда 31 улус (Андреевка, Белояр, Введенск, Воскресенск, Долговка, Заманиловка, Иванковка, Ичкинск, Каменка, Каминка, Карасевка, Карасинка, Карачельск, Ҡатай, Кипельск, Кислянка, Кочердыкск, Ҡортамыш, Маслейка, Мәтәле, Мөхәмәтҡолой, Окунев, Птиченск, Һарт-Ҡалмаҡ, Становск, Султай, Сухоборка, Таловка, Черлинск, Сүмләк, Шаламовка) һәм 6 станица (Долгодеревенск, Иткүл, Звериноголовский, Мейәс, Уйтамаҡ, Силәбе), 1917 йылда 46 улус теркәлгән. Халҡы, нигеҙҙә, игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. XX быуат башында тимерселек-слесарь, механика ауыл хужалығы заводтары һәм башҡалар эшләй. 32 йәрминкә үткәрелгән (1866). 1891—92 йй. өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы (Златоуст—Силәбе участкаһы), 1896 йылда Пермь тимер юлы (ЕкатеринбургСиләбе) үтә. 66 мәсет, 75 сиркәү, 86 часовня иҫәпләнгән (1866).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]