Силәбе (истилах)
| Силәбе | |
| төр. Çelebi | |
| Яҙыу | Латин алфавиты һәм османская письменность[d] |
|---|---|

Силәбе (рус. Челеби, төр. Çelebi, ғосман. چلبی) — төрки мәҙәни истилах.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Силәбе» һүҙе төрки әҙәби телдә XVIII быуатҡа ҡәҙәре аҡһөйәктәр, юғары ҡатлам руханиҙар (бигерәк тә суфый тәриҡәте башлыҡтары), күренекле яҙыусылар (Әүлиә Силәбе) һ.б.) тарафына ҡулланыла. Был исемде йөрөткән беренсе билдәле кеше, күрәһең, Силәбе Һүсәм әд-Дин (вафаты - 1284 йыл) булғандыр, уға Йәләлетдин Румиҙан мәүләүиҙәр тәриҡәте башлығы вазифаһы күскән булған. Шағир Ҡасими Әнүәрҙең шиғырҙарында «силәбе» (һижри 835 (миләди 1431-1432) йылда вафат) «һөйөклө» тигәнде аңлата һәм Аллаһ тәғәләгә ҡарата ҡулланыла.
XIV һәм XV быуаттарҙа Ғосман империяһында күп кенә төрөк бейҙәре һәм бейзадалары «силәбе» тип атала, алар араһындаБаязит I солтандың бөтә улдары булған. Юнандарҙа «силәбе» һүҙе тик төрөксә генә тип билдәле булған, бер шәрехләү буйынса «силәбе» төрөк телендә затлы нәҫелдән тигәнде аңлатҡан. Хөләсә-и Ғәббәси һүҙлегендә «силәбе» «яҙыусы», «шағир», «уҡыусы», «белеүсе», «зирәк» тигән мәғәнәләр килтерелә.
XVI быуат Аурупа мосаннифтарының хәбәрҙәре буйынса, «силәбе» ул вакытта испан телендәге «дон» һәм француз телендәге «monsieur», йәғни «әфәнде» һүҙ булараҡ ҡулланыла башлауын күрһәтә. «Силәбе» урынына «әфәнде» шағирҙар һәм ғалимдәргә ҡарата XVII быуат ахыры-XVIII быуат башында ҡулланылышҡа инә.
Үҙенең дини әһәмиәтенән тыш (мәүләүиҙәр тәриҡәтендә ул юғары рухи дәрәжәне билдәләй, мөршидтәр силәбе-әфәнде дип атала), «силәбе» һүҙе, моғайын, аҡһөйәктәрҙең балалары, танылған ғалимдәр, ябай сәркәтиптәр өсөн фарсыларҙың мырҙа тигән һүҙе кеүек әһәмиәткә эйә булғандыр. XIX быуат ахырында «силәбе», киреһенсә, мосолман булмаған кешеләргә, бигерәк тә европалыларға мөрәжәғәт һүҙе булып ҡала.
Хәҙерге ҡулланышта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Үҙенең элекке «әфәнде» һәм «джентльмен» мәғәнәһендә был һүҙ мәҡәлдәрҙә генә һаҡланған:
Sen çelebi men çelebi, atı kim kasar? / һин силәбе, мин силәбе, атты кем ҡаҫа? (Башҡортса нөсхәһе: "Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?"[1] )
Шулай уҡ был һүҙ этнотопоним булараҡ та йәшәп килә. Мәҫәлән, Әзербайжанда Силәбеләр, Ябраил төбәгендә Силәбеләр исемле ауыл теркәлгән. Иранда - Силәбе, Ҡырымда Силәбеләр (Плодова), Рәсәйҙә лә Силәбе ҡалаһы билдәле[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бартольд В. В. Силәбе // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1968. — Т. V: Работы по истории и филологии тюркских и монгольских народов. — С. 611—614.