Синевир (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Синевир
укр. Синевир
48°37′00″ с. ш. 23°41′02″ в. д.HGЯO
Синевир күле август айында
Синевир күле август айында
ИлУкраина Украина
РегионКарпат аръяғы өлкәһе
РайонМежгорск район
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге989 м
Майҙаны0,07 км²
Иң ҙур тәрәнлек22 м
Уртаса тәрәнлек10 м
Синевир (күл) (Украина)
Blue pog.svg
Синевир
Commons-logo.svg Синевир Викимилектә

Синевир, шулай уҡ Синевир  күле, Диңгеҙ күҙе (укр. СиневирИнер) —  Теребля йылғаһы башында урынлашҡан Украина Карпатыларындағы [1]  иң билдәле һәм ҙур күле. Уның һыу көҙгөһө майҙаны  яҡынса 4-5 гектар тәшкил итә.  Күлдәге һыуҙы шишмәләр тулыландыра. Тау ишелмәһе һыуҙың юлын ҡаплай, уның төбөндәге тишек аша һыу әкренләп Теребля йылғаһына ҡойола.

Синевир күлендә бик күп бағры балығы бар, әммә балыҡ тотоу бында тыйылған.[2]

Синевир диңгеҙ өҫтөнән   989 метр бейеклектә урынлашҡан , күлдең уртаса тәрәнлеге  — 10-12 метр, максималь тәрәнлеге — 22 метр[1]. Күл боҙлоҡ  осоронан һуң барлыҡҡа килгән. 1989 йылда күл тирәләй территорияларҙа Синевир милли паркы ойошторола. Күлдән алыҫ түгел Ҡара йылғала Урман һәм һал ағыҙыу музейы бар.

Риүәйәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең барлыҡҡа килеүе тураһында халыҡта рийәүәт йәшәй. Бик алыҫ замандарҙа тауҙар бер бай графтыҡы булған һәм кешеләр уға хеҙмәт иткәндәр: һарыҡ - һыйыр көткәндәр, урман ҡырҡҡандар. Графтың бик сибәр Синь исемле ҡыҙы булған. Күҙҙәре зәнгәр һауанан да зәнгәрерәк булған өсөн уға исемен  шулай тип ҡушҡандар.

Бер мәртәбә граф ҡыҙын үҙе менән тауҙарға алып киткән. Граф урмансыларҙың эшен тикшергән саҡта ҡыҙы яланда сәскә йыйған. Ҡапыл ул һыбыҙғы тауышын ишетеп ҡала һәм болонда һыбыҙғыла уйнап ултырған егетте күреп ҡала. Был егет көтөүсе Вир була. Шулайтып улар танышып китә. Ошонан һуң ҡыҙ йыш ҡына көитөүсегә тауҙарға килә башлай.Улар осраша башлай һәм бер -береһен яраталар. Атаһы бының тураһында белеп ҡалғас, уларҙы осрашыуҙарҙан тыя. Әммә улар бер -береһенән айырым йәшәй алмайҙар.Шуның өсөн граф Вирҙы үлтерергә ҡуша. Граф кешеләре мәлен табып, уның өҫтөнә ҡаянан таш төшөрәләр. Бының турала белеп ҡалған Синь шул урынға югереп килә һәм ташты ҡосаҡлап илап ебәрә. Ошо урында күл барлыҡҡа килгәнсе илай ул. Күлдәге һыу, Синдең күҙҙәре һымаҡ, зәнгәр һәм таҙа була, ә уртаһында теге таштың түбәһе күренеп тора.

Шунан бирле күл Синевир тип атала. Хәҙер күл буйында ағастан һырлап эшләнгән Синь менән Вирҙың һындары урынлаштырылған. Бында Карпатыларҙың күп төбәктәренән туй үткәрергә киләләр. Шундай ырым бар: кемдер ошо күлдә танышып, бер - береһен яратһа, был мөхәббәт ныҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 7 Чудес України  (укр.)(укр.
  2. Озеро Синевир (рус.)(рус.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]