Синельникова Мария Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Синельникова Мария Владимировна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1924
Тыуған урыны Беларусь, Чериков[d]
Вафат булған көнө 18 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Смоленск өлкәһе, Дзержинский район[d], Корчажкино[d]
Ерләнгән урыны Полотняный Завод[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Синельникова Мария Владимировна (Мира Вульфовна) (1924 йыл — 18 ғинуар, 1942 йыл) — совет разведчигы, задание үтәгәндә һәләк була (Надежда Пронина менән бергә).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Синельникова Мария Владимировна 1924 йылдың йәйендә Чериковта парикмахер ғаиләһендә тыуа. Парашют спорты менән шөғөлләнә, яҡшы ата. Мәскәү сит ил телдәре институтына уҡырға инә, немец теленә махсуслаша, Подольскиға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атаһы һәм өлкән ағаһы фронтҡа китә. Атаһы Старая Русса эргәһендә һәләк була, парашютсы-десантсы ағаһы Абрам да һәләк була.

17 йәшендә Мария комсомолдың Подольск ҡала комитетынан Ҡыҙыл Армияға ебәреүҙәренә өлгөшө. Разведка элемтәселәренең махсус мәктәбен тамамлағас, 43-сө армияның разведка бүлегенә ебәрелә. 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың ғинуарында тиклем Синельникова Малоярославец—Тарутино—Медынь—Калуга йүнәлеше буйынса дошман тылында була.

Заданиелар араһындағы ҡыҫҡа ялваҡыттарын үҙенең коммуналь фатирында үткәрә, һуғышҡа тиклемге кейемдәрен тәртипкә килтерә. Һуңынан күршеләре Марияның сәйер ҡылыҡтары өсөн ғәйепләгәненә үкенә: «кофталарын, яғаларын үҙгәртеп тегә,хатта ирендәрен буяй».

Үҙенең мемуарҙарында армияның штаб начальнигы генерал-майор Ф. Ф. Масленников уның тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

В самый тяжёлый период боев под Москвой по заданию Военного совета 43-й армии в октябре 1941 г. и в январе 1942 г. Мария Синельникова неоднократно переходила линию фронта, собирая в тылу противника ценные разведданные… Синельникова үҙенең аныҡ мәғлүмәттәре менән совет авиацияһына һәм артиллерияһына немец ғәскәрҙәренә һөжүм итеүҙ ярҙам күрһәтә. Атап әйткәндә, уның мәғлүмәәттәре буйынса авиация Медынь ҡалаһы районында немец ғәскәрҙәре берләшмәләре штабын бомбаға тота — Советтар Союзы Геройы Константин Михаленко үҙенең мемуарҙарында шулай билдәләй[1]:

Поставили нам задачу: уничтожить крупный штаб немецкого войскового соединения в деревушке под Медынью. Были указаны даже дома, занятые штабными офицерами и службами… Вылет был совершен. Указанные дома уничтожены — взорваны бомбами или подожжены. Вскоре пришло сообщение из штаба 43-й об успешном выполнении задания с перечислением количества убитых солдат, офицеров и даже двух генералов. Это сообщение вызвало у нас удивление: как могло командование армии так быстро установить результаты бомбового налёта?.. П. Ш. Шиошвили, бывший начальник разведки 43-й армии, сообщил, что с октября 1941 года по январь 1942 года Маша Синельникова находилась в тылу врага по направлению Малоярославец-Тарутино-Медынь-Калуга. Она своими точными сведениями помогала нашей авиации и артиллерии наносить безошибочные удары по войскам противника. Он вспомнил, как по её данным авиация разбомбила штаб соединения фашистских войск в районе города Медынь. Вот, оказывается, кто сообщал в штаб 43-й армии такие точные сведения.

Һуңғы разведка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эҙһеҙ юғалған һуңғы разведакала Пронина Надежда Петровна менән бергә була.

1942 йылдың 17 ғинуарында ҡыҙҙарҙы полицайҙар бесән күбәһенән таба һәм ҡулға ала. Ҡыҙҙар эргәһендә рация ла була. Уларҙы Корчажкино ауылына (Калуга өлкәһе) алып киләләр.

Ауылда йәшәүсе Наталья Павлова — һорау алыу шаһиты түбәндәгесә хәтерләй:

Толомло ҡыҙҙы нисек туҡмағандарын бер ваҡытта ла онотмам. Немец уны ҡайыш таралғыһы менән туҡмай, үксәһе менән тибә. Ҡыҙ ҡолап китә һәм һикереп тороп немецса нимәлер һөйләй… Ул немкамы әллә?.. Ә икенсе, мөйөштә ултырған ҡыҙ илай.

Бер нисә йылдан һуң, ул ваҡытта һорау алыуҙа ҡатнашҡан полицайҙар ҡулға алынғас, Синельникованың язалау ваҡытында үҙен ҡаһармандарса тотоуын раҫлай[2].

Һуңынан ҡыҙҙарҙы штабҡа офицерҙарға алып баралар, һәм, шаһиттар әйтеүенсә, язаланыусыларҙың ҡот осҡос тауышы төн буйына дауам итә.

Синельникова менән Пронинаны 1942 йылдың 18 ғинуарында иртән аталар.

Башта икенсе көндө үк Пронина һәм Ҡыҙыл Армияның бер яугиры менән Корчажкино ауылы мәктәбе эргәһендә ерләнә. 1955 йылда Полотняный заводы ҡасабаһының Туғандар ҡәберлегенә күсерелә. 1966 йылда ғына һәләк булғандарҙың исемдәре асыҡлана һәм мемориаль таҡтаташҡа индерелә.

Альтернатив версия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1970 йылдарҙа генерал Шиошвили Машаның һатлыҡлығы тураһында, ул, тере булыуы һәм Израилдең йәки АҠШ-тың радиостанцияһы эшләүе ихтимал, тигән фараз белдерә. Машаның исеме Полотняный заводтағы Туғандар ҡәберлегендәге һәйкәлдән юйыла. Машаның алыҫ туғаны Николай Маркович Синельников генерал Шиошвилиҙы яла яҡҡан өсөн судҡа бирә, әммә мәғлүмәт булмау сәбәпле, суд аныҡ ҡына ҡарар сығармай. Шулай ҙа, Машаның исеме туғандар ҡәберендә тергеҙелә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Михаленко К. Ф. Служу небу. — Минск, 1973. — С. 25-26.
  2. Абрамович 1981: 239; Шейнкер 2003: 192—193 — зд. цитируется по Арад Ицхак — «Они сражались за Родину: евреи Советского Союза в Великой Отечественной войне»