Синельников Василий Григорьевич (яҙыусы)
Синельников Василий Григорьевич (яҙыусы) | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 24 апрель 1918 |
Тыуған урыны | Рассыпное[d], Илек районы, СССР |
Вафат булған көнө | 23 февраль 2004 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Уҡыу йорто | Ырымбур дәүләт педагогия университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Синельников Василий Григорьевич (24 апрель 1918 йыл — 23 февраль 2004 йыл) — СССР яҙыусыһы, педагог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Василий Григорьевич Синельников 1918 йылдың 24 апрелендә Ырымбур губернаһының Рассыпной станицаһында күп балалы ғаиләлә тыуған.
1932 йылда Ырымбур техник станцияһы янындағы электротехниктар курсын тамамлағандан һуң шунда инструктор, һуңынан станцияның авиамодель лабораторияһында мөдир булып эшләй. 1938 йылда Ырымбур педагогия институтына уҡырға инә, уны Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тамамлай.
Һуғыш ваҡытында хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә, Сталинград һәм Курск ҡалаларында, Ҡырымда, Молдавия һәм Чехословакияла һуғыштарҙа ҡатнаша. Һуғышты Берлинда тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң (ситтән тороп), Василий Григорьевич 1948 йылдан алып Ырымбур ҡалаһының 34-се[1] һәм 44-се мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1960 йылдан алып 1962 йылға тиклем өлкә крайҙы өйрәнеү буйынса музейҙың фән буйынса директор урынбаҫары була. 1962 йылдан 1975 йылға тиклем өлкә крайҙы өйрәнеү буйынса музей директоры. Шулай уҡ яҙыусы булараҡ билдәле була, уның китаптары араһында — «Оренбургский „Золотой колос“» (1975), «Знакомьтесь, Оренбуржье» (1970). Синельников ҡатнашлығында «Ырымбур өлкәһе атласы» (1969) нәшер ителә. Ул шулай «Форштадт» Ырымбур казактары мәҙәниәте үҙәген ойоштороусыларҙың береһе булып тора.[2] Оҙаҡ йылдар Бөтә Рәсәй Педагогия өлкә йәмғиәтенең президиум ағзаһы (1952—1972), Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса өлкә йәмғиәтенең президиум рәйесе урынбаҫары булып тора (1964—1972)[3].
2004 йылдың 23 февралендә вафат була
Ырымбур өлкәһе Дәүләт архивы фондында В. Г. Синельниковтың документтары һаҡлана.[4]
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «Праганы азат иткәне өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары бар.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исследователи Оренбургского края : библиографический указ. / ОУНБ им. Н. К. Крупской; сост. Н. Н. Факеева. Оренбург, 1993.
- Василий Григорьевич Синельников. // Книга памяти. 2004 год. Оренбург, 2005.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ЛЕТОПИСЬ ШКОЛЫ № 34 (недоступная ссылка). Дата обращения: 8 декабрь 2016. Архивировано 18 декабрь 2016 года. 2016 йылдың 18 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ «Оренбургские новости»
- ↑ СИНЕЛЬНИКОВ Василий Григорьевич (недоступная ссылка). Дата обращения: 9 декабрь 2016. Архивировано 20 декабрь 2016 года. 2016 йылдың 20 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Фонды личного происхождения и коллекции . Дата обращения: 8 декабрь 2016. Архивировано 5 июль 2017 года. 2017 йылдың 5 июль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 24 апрелдә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Илек районында тыуғандар
- 23 февралдә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Ырымбурҙа вафат булғандар
- Ырымбур дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Крайҙы өйрәнеүселәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Курск алышында ҡатнашыусылар
- Сталинград алышында ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр