Сипайловтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сипайловтар - 17-се быуатта Смоленск шляхтаһынан күсеп килгән дворян нәҫеле вәкилдәре.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленск шляхтаһы - Смоленск халҡын Бөйөк Литва кенәзлеге яулап алғас, уның составында саҡта барлыҡҡа килгән өҫтөнлөклө категория. Смоленск шляхтаһы составына шулай уҡ Польша офицерҙары ла кергән, уларға король Смоленскиҙа ер биргән.[1]. [2]. 1654 йылда урыҫ ғәскәрҙәре тарафынан Смоленск яулап алынғандан һуң 600 шляхтич батша Алексей Михайловичҡа хеҙмәткә күсә [3] .400-ҙән артыҡ шляхтич Башҡортстанға оҙатылған, ҡалғандары Смоленскиҙа ҡалған. XVIII быуат аҙағына улар тулыһынса урыҫлашып, ябай провинциаль дворяндарға әүерелә.

Өфө тармағы вариҫтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленск шляхтаһынан күсеп килгән Сипайловтар Өфөлә ерегеп тороп ҡалған.

1654 йылда Кама аръяғы сик һыҙығында Зәй ҡәлғәһенә урынлашалар.

Билдәлеләре:
Михаил Петрович Сипайлов (1766—?) һәм Яков Петрович Сипайлов (1769—?) - прапорщиктар, Ырымбур сик буйы батальондарында хеҙмәт итәләр;

Василий Андреевич Сипайлов (1776—?) - губерна секретары (1804), 1795—98 йылдарҙа Ырымбур губерна идараһында, һуңғараҡ Ырымбур енәйәт суды палатаһында хеҙмәт итә;

Егор Иванович Сипайлов (1792—?) - губерна секретары (1817), 1809 йылдан алып Бөгөлмә городничий идараһында, 1812 йылда — Бөгөлмә өйәҙ судында хеҙмәт итә; 1820 йылда Бөгөлмә земство судына дворяндар заседателе, бер үк ваҡытта 1821 йылда Бөгөлмә өйәҙ судына өйәҙ судьяһы итеп һайлана;

Михаил Дмитриевич Сипайлов (1802—?), коллегия асессоры (1846); 1816 йылдан башлап Минзәлә земство судында хеҙмәт итә, 1824 йылдан — Бөрө земство судында дворяндар заседателе, 1829 йылдан — Өфө ҡала полицияһында хосуси пристав, 1835 йылдан — Ырымбур ҡаҙна палатаһының махсус эштәр чиновнигы, 1842 йылда — Өфө земство судында өлкән заседатель, 1844 йыл — Өфө округы нач. ярҙамсыһы.

Сипайловтар нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған[4].

Ер биләмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генераль ыҙанлау буйынса Сипайлов нәҫеле Минзәлә өйәҙендә 1143 дисәтинә ергә, Бөгөлмә өйәҙендә Васильевка ауылына һәм алпауыт Залесовтар менән берлектә 806 дисәтинә ергә, Өфө өйәҙендә Загорное ауылына (хәҙерге Һупайлы) һәм 760 дисәтинә ергә эйә булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Прерогатива Сигизмунда III к смоленской шляхте / Пер.: Б. Н. Флоря. // vostlit.info. — Текст воспроизведён по изданию: Прерогатива Сигизмунда III смоленской шляхте. К истории религиозной нетерпимости в Речи Посполитой первой половины XVII века // Славяне и их соседи. — Вып. 7. — М.: Наука, 1995.
  2. Фёдоров Б. Г. Родословная Соболевских // Культурное наследие земли Смоленской 2018 йыл 9 февраль архивланған.
  3. Фёдоров Б. Г. Родословная Соболевских // Культурное наследие земли Смоленской 2018 йыл 9 февраль архивланған.
  4. Б.Ә.Аҙнабаев. Сипайловтар//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Латыпова В.В. Поляки в Башкортостане (XVII—XVIII века): кратк. ист. очерк //Башкирский край. Уфа, 1994. Вып.5.
  • История Уфы: краткий очерк / Ганеев Р. Г., Болтушкин В. В., Кузеев Р. Г.. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 604 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]