Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 ғинуар 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Нуриман районы, Иҫке Исай ауылы
Һөнәр төрө театр актёры
Эш биреүсе Өфө «Нур» татар дәүләт театры
Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы (5 ғинуар 1934 йыл) — театр актёры. 1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019). Нуриман районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы Сираева 1934 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Исай ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө дәүләт театр-художество училищеһын (Х. Бухарский курсы) тамамлай.

Училищены тамамлағас, 1953 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, шунан 1960—1963 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, 1964 йылдан Башҡорт академия драма театрында, 1989 йылдан башлап —Өфө йәш тамашасылар театрында, 1993 йылдан — Өфө «Нур» татар театрында эшләй.

Сәүиә Сираева — комик һәм үткер характерлы ролдәр актрисаһы.

Режиссер булараҡ, ул «Нур» театрында Сәйфи Ҡудаштың «Урман әкиәте» спектаклен ҡуя (1999).

«Ай ҡыҙы» телевизион фильмында (2001-02; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) Мәрйәм ролендә төшә.

1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыһан («Башмағым»), Сабира («Ҡыҙ урлау» — «Похищение девушки», Мостай Кәрим), Сәимә (Аманулла, «Йөнлө мөғжизә») , Гөлниса («Рәйсә» Н. Асанбаев; дебют, 1960, Салауат башҡорт драма театры), Гөлирә («Аманатҡа хыянат», Ф. В . Богданов), Таифа («Өс аршын ер» А. М. Гилязов), Разия («Яңғыҙ ҡатын», Т. Ғ . Миңнуллин), Сихырсы (Н. М. Ғиматдинованың шул уҡ исемле әҫәре буйынса), Сәйҙә («Үлтер мине, күгәрсенем!», Г. Несин).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев ордены (2019)[1]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2000)
  • Нуриман районының почётлы гражданы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Г. Иксанова. Театр тураһында һәм уның тураһында ғына түгел: очерктар, интервью, рец. Өфө, 2006

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]