Муса Сиражи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Муса Сиражи
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Туймазы районы, Сәйрән ауыл советы, Төпкилде
Вафат булған көнө 14 сентябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Туймазы
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Муса Сиражи, Сиражетдинов Муса Шәрәфетдин улы (1 февраль 1939 йыл — 14 сентябрь 2019 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, йәмәғәтсе. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдинов 1939 йылдын 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Төпкилде ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған.

Ҡандраның 2-се мәктәбендә урта белем ала һәм шунда уҡ ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1958 йылдан 1963 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. БДУ-ны тамамлағас, «Кызыл тан» гәзитендә, аҙаҡ Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант вазифаһын башҡара. 1971—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

2019 йылдың 14 сентябрендә Туймазы ҡалаһында вафат була[1].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БДУ-ла уҡыған сағында яҙыша башлай, әҫәрҙәре урындағы баҫмаларҙа баҫыла. 1966 йылда «Осрашыу» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Муса Сиражи шиғырҙар, хикәйәләр, телефильмдарға сценарийҙәр яҙа. Унын әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, латыш, немец һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына көйҙәр яҙылған (Ай көйө", «Билдәһеҙ һалдатҡа», «Өфө — минен йырым», «Ғашиҡ күҙҙәр», «Минен һағыш — мөхәббәт», «Аҡҡоштар», «Тан ҡыҙы», «Һаубуллашыу», «Һинен һөйөүен менән мәнгелек мин», «Бәли-бәү», «Сәнгелдәк йыры»). Шағирҙар Ғ. Тукайҙын, М. Йәлилден, Ф. Каримден, ғалим Гәзи Кашшафтын тормошо һәм ижады тураһында ул яҙған мәҡәләләр билдәле. Салауат Юлаевҡа «Бейеклектәр әйҙәүе» поэмаһын арнаған.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Осрашыу: шиғырҙар. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1966. — 80 б.
  • Кем көслөрәк? — Өфө: Башҡорт. китап нәшр., 1977. — 40 б.
  • Ер яҙмышы. Шиғырҙар, йырҙар, поэма. — Өфө: Башҡ. китап. нәшр., 1984. — 80 б.
  • Мин ҙур инде. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡорт.китап нәшр., 1986. — 40 б.
  • Ағиҙелем-моңдашым. Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. — Өфө: Башҡ.китап.нәшр., 1989. — 160 б.
  • Мәңгелек моңым минем. Шигырьләр, жырлар, поэмалар, сатира һәм юмор. — Уфа: Башкортстан «Китап» нәшрияты, 2004. — 192 б.
  • Ер һәм йыр: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2014. — 304 б.

рус телендәге әҫәрҙәре

  • Учись моя душа. Правду сегодня скажи…: [стихи] // Дастан о Башкортостане. — Уфа, 1997. — С. 207—209
  • Как мы выгнали мороз; Батыр ли наш Батыр?; Кот с колокольчиком; Братишка рисует; Лейся дождик; Поселился в парке лев [Текст] / Муса Сиражи; перевод с башк. Р. Паля// Бельск.просторы. — 2000. — № 1. — С. 203—207.
  • Зов вершин: [отрывок из поэмы] Муса Сиражи //Истоки. — 2002. — № 27. — С. 6.
  • Мать; Пока могу любить [Текст]: [стихи] //Бельск.просторы. — 2003. — № 2. — С. 45-51.
  • Дружба; Учись моя душа; Родному Башкортостану [Текст]: [стихи] /Муса Сиражи; перевод Ю.Даля// Респ. Башкортостан. — 2004. — 3 февр.
  • Учись моя душа; Звездный посев; Правду сегодня скажи…;Жажда [Текст]: [стихи] // Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа: Китап, 2007. — С. 298—299.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Республика Башлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ағзаһы
  • Республиканың Татар мәҙәниәт үҙәге Советы етәксеһе
  • Башҡортостандың Башҡорт һәм татар халыҡтары дуҫлыҡ берләшмәһе идаралығы етәксеһе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
  • Фатих Кәрим исемендәге премия лауреаты

Әҙип тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абдуллин И. Я через песни истину нашел [Текст] /И. Абдуллин // Республика Башкортостан. — 2002. — 4 окт.
  • Исмагилов Р. Путь к людским сердцам [Текст] /Р. Исмагилов //Ленинский путь. — 1999. — 28 янв.
  • К 40-летию творческой деятельности [Текст] // Туймазинский вестник. — 1994. — 21 апр.
  • Низамутдинов З. Душа поэта — созвездие прекрасного [Текст] /З. Низамутдинов // Ленинский путь. — 1989 . — 2 февр.
  • Поварисов С. Певец дружбы и любви [Текст] /С. Поварисов //Сов. Башк. — Изв. Башк. — 1995. — 5 ноября.
  • Салимова Г. Сеятель добра на земле своей [Текст] /Гульфина Салимова // Республика Башкортостан. — 2004. — 3 февр.
  • Учись, душа моя, у гор Урала…// Туймазинский вестник — Ленинский путь. — 1999. — 25 нояб.
  • Шагая вперед, оглянись назад [Текст]: [беседа с пред. респ. татар. кульур. центра, чл. оргком. по проведению Второго съезда татар Респ. Башкортостан Мусой Сиражи] вела М. Фарахутдинова // Республика Башкортостан. — 2002. — 3 авг.
  • Шаммас Р. Как родной напев курая [Текст] / Р. Шаммас// Сов. Башк. — Изв. Башк. — 1999. — 23 сент.* «Я через правду к песням приобщился, я через песни истину нашел…» [Текст]: [к 70-летию поэта] //Туймазинский вестник. — 2009. — 18 марта.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Башкирии на 81 году жизни скончался поэт Муса Сиражи (рус.) (Тикшерелгән 14 сентябрь 2019)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]