Сира (биография)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сира (ғәр. سيرة‎ — юл, йәшәйеш ‎) — иртә мосолман тарихнамәһенең үҙенсәлекле жанры, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тормош юлы тасуирламаһы[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Пәйғәмбәр тормошон һүрәтләү» мәғәнәһендә сира һүҙен тәүге тапҡыр Ибн Хишам (834 йылда вафат) ибн Исхаҡтың (704—767) «Һәҙә китаб сират рәсүл Аллаһ» хеҙмәте нөсхәһендә ҡуллана. Пәйғәмбәр тормошо хаҡындағы риүәйәттәрҙе иң тәүҙә күплектәге сияр формаһы ҡулланғандарҙыр, моғайын. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тормош тасуирламаһын төҙөү исламдың дини-хоҡуҡи ҡоролошон (Хөкөм) Мөхәммәттең үҙенең өлгөһөнә һәм өгөт-нәсихәттәренә ярашлы теркәргә, шулай уҡ мосолмандарҙың башында Пәйғәмбәр торған ғазауаттарын данларға ынтылыу менән бәйләнгән[1].

Сира гел генә ул ваҡыттағы ысынбарлыҡты сағылдыра алмай. Ул эшкәртеүгә дусар ителә, һөҙөмтәлә ныҡ үҙгәрә. Пәйғәмбәр ҡатнашҡан ҡайһы бер тарихи ваҡиғалар легендар төҫ ала, бер яҡлы ғына бирелә. Мөхәммәттең Мәҙинә осоро тураһындағы риүәйәттәрендә ғәрәптәрҙең исламға тиклемге хәрби батырлыҡтар һәм походтар жанрының йоғонтоһон асыҡ айырырға мөмкин[1] .

Мөхәммәт сираһының төп һыҙаттары VIII быуат башында нығына. Тәүге эштәр Рәсүлуллаһтың ғазауаттары — Мәғази жанры сиктәрендә яҙылып, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шәхесе менән сикләнә. Сира Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге ғәрәптәрҙең «дөйөм тарихы» контексына индерелгән жанр рәүешендә үҫешә[1].

Ибн Исхаҡ концепцияһына ярашлы, ислам йәһүд һәм христианлыҡтың изге тарихын дауам итә һәм тамамлай. Ибн Исхаҡ төҙөгән «Сира» — һуңғыһы Мөхәммәт булған бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең тарихы. Ибн Исхаҡтың хеҙмәте өс өлөштән тора[1][2].

Ибн Исхаҡ Сираһы Әл-Вәкиди Сираһы (747—823) менән бергә был жанрҙың артабанғы бөтә эштәре өсөн төп сығанаҡ була, уның үҫешенә ҙур йоғонто яһай[1].

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәп әҙәбиәтендә сира исеме аҫтында башҡа кешеләрҙең (хакимдар, ғалимдар) биографияһы ла билдәле, мәҫәлән, Сират Әхмәт ибн Толон әл-Бәләүи (X быуат) һәм Сәлих ибн Әхмәт ибн Хәнбәл (818—878) тарафынан яҙылған Сират Әхмәт ибн Хәнбәл. Ҡайһы берҙә сира һүҙе күплек һанда ҡулланылған, мәҫәлән, Сияр әл-Ғәүзәи әш-Шәфиғи (вафаты 820 йылда). Сира атамаһы шулай уҡ легендар һәм тарихи шәхестәр тураһында ғәрәп халыҡ романдарына ла (Сират Антар, Сират Байбарс) ҡулланыла[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бойко К. А. Сира // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 209. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.