Сиреү (мәғәнәләр)
| Сиреү | |
| Әҫәрҙең теле | башҡортса |
|---|---|
- Сиреү (и. иҫкесә) — ойошҡан хәрби халыҡ; ғәскәр.
- Сиреү (ҡ. диалект) — тиреү. Емеш тиреү.
Шулай уҡ һөйләштә ҡырым сиреүе, ҡырҡ сиреү тигән идиомалар ҙа ҡулланыла — бик күп халыҡ тигән мәғәнә бирә[1].
Исем һәм фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиреү һүҙе исемдәргә лә инеп киткән, улар топоним булып һаҡланған (Сирбай — ҡыҫҡартылған Сиреүбай), шулай уҡ хәҙер фамилия булараҡ осрай. Мәҫәлән, Сирбаев, Сирусин (Сиреүсин), Сирғәлин[2].
Сирбай (рус. Сюрбаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.
Сирусин фамилияһының этимологияһын Һамар өлкәһенең Үтәкәй ауылы тарихынан уҡып белеп була:
Деревня Утекаево основал Утекай в 80-х гг. XVIII в., сыновья и внуки которого перечисляются VIII ревизией 1834 г. Старший из них Сируса Утекаев (1760—1822). По его имени образовалась группа родственных семей Сирусиных — ара, или тоҡом, или нәҫел, которую называли сируса — сиреүселәр(сиреү — войско)[3]
Мәҡәләнән күренеүенсә «сиреүселәр» тигән ара ла булған[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 205-206-сы бит
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 93-сө бит
- ↑ Из кн. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. История деревни Утекаево. 2019 йыл 22 сентябрь архивланған.
- ↑ История деревни Утекаево: Этнический состав башкир: представители родов бурзян и частично тамьян. Они подразделялись на группы семей: сируса, дауыт (о которых выше шла речь), (2 семьи) 2019 йыл 22 сентябрь архивланған.
| Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |