Сиркәү баҙары тәбиғи ыҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сиркәү баҙары ҡотоғо битенән йүнәлтелде)
Сиркәү баҙары тәбиғи ыҙаны
Нигеҙләү датаһы 1977
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ростов өлкәһе

Сиркәү тәбиғи ыҙаны — комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ростов өлкәһенең Семикаракорск районында урынлашҡан. Тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм ағартыу әһәмиәтенә эйә.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара тирәк
Ҡара бөрлөгән

Сиркәү баҙары ыҙаны тәбиғәт ҡомартҡыһы Дон йылғаһының уң яҡ ярында Кочетовская станицаһының әйләнә тирәһендә урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы Бугровский тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы территорияһының бер өлөшөн биләй. .

Сиркәү баҙары тәбиғи ыҙанының майҙаны 116 гектар тәшкил итә.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһында тәбиғи һәм яһалма ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар менән туғай урмандары үҫә. Төп ағас тоҡомдарынан тал, күк тирәк, аҡ тирәк һәм ҡорос ағас, ағас һымаҡ тал осрай. Дарыу үләндәренән шифалы ромашка, юл япрағы, гөлйемеш, эт муйылы, ҡара бөрлөгән, дегәнәк, алма үләне, цикорий, әрем үҫә.

Шулай уҡ тәбиғи ыҙанда хайуандар донъяһы күп төрлө. Бында үҫемлектәрҙе һеркәләндереүселәр, һунар объекттары һәм башҡа хайуандар донъяһы вәкилдәре бар. Улар араһында йырсы ҡоштар, күбәләк, илек һ. б. бар. Дон фаунаһының һирәк осрай торған төрҙәренән дала көҙәне, аҡ ҡойроҡ бөркөт, поликсен һ. б. йәшәй

Тәбиғәт ҡомартҡыһы тәбиғәтте һаҡлау, рекреацион һәм аң-белем таратыу әһәмиәтенә эйә. Комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау һәм эшләүен тәьмин итеү өсөн Ростов өлкәһенең Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы яуаплы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]