Сирмионе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сирмионе
Рәсем
Этнохороним sirmionesi
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Sirmione[d]
Административ-территориаль берәмек Брешиа[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Гарда[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Гарда[d]
Халыҡ һаны 8248 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 68 ± 1 метр
Сиктәш Дезенцано-дель-Гарда[d], Лацизе[d], Паденге-суль-Гарда[d], Пескьера-дель-Гарда[d] һәм Кастельнуово-дель-Гарда[d]
Майҙан 26,25 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы 25019
Урынлашыу картаһы
Святой покровитель Дева Мария Снежная[d]
Сейсмическая классификация 2[d][3][4]
Рәсми сайт comune.sirmione.bs.it
Урындағы телефон коды 030
Номер тамғаһы коды BS
Карта
 Сирмионе Викимилектә


Сирмионе, йәки Сирмьона (итал. Sirmione) — Италия ҡалаһы. Был ҡала Италияның Ломбардия өлкәһендәге Брешиа провинцияһында урынлашҡан. Даими ҡала халҡы 5600 кеше тәшкил итә. Ҡала Герда күленең көньяҡ ярында, 4 км оҙонлоғондағы ярымутрауҙа урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта ҡала яҡын-тирәһендә торған Коломбаре ҡалаһы менән ҡушылып үҫешкән. Ҡала үҙенең тарихи ҡомартҡылары һәм шифалы термаль һыуҙары менән билдәле. Дауалау өсөн Бойола сығанағының Цельсий буйынса 69 градус температуралы булып сыҡҡан һыуы ҡулланыла.

Коммунаның ҡурсалаусыһы - Пресвятая Богородица (Дева Мария Снежна), уның хөрмәтенә байрам йыл һайын 5 августа үткәрелә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим республикаһы ваҡытында уҡ бында Sermio Mansio Sermio ҡалаһы урынлашҡан булған. Уның ике гаваны һәм хәҙерге замок урынындағы нығытмаһы торған. Шул уҡ ваҡытта бында курорт була. Веронаның бик күп хәлле кешеләренең (шул иҫәптән шағир Катуллдың ғаиләһенең) бында виллаһы булған. Дезидерий королдең тол ҡатыны Анза бында монастырьтөҙөгән (хәҙер ул юҡҡа сыҡҡан).

1889 йылда Сирмионела термаль һыу менән дауалау үҙенсәлектәре табыла, был туризмдың үҫеүенә булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта туризм иҡтисадтың нигеҙе булып тора .

1920 йылда Сирмионела Джеймс Джойс һәм Эзра Паунд осраша. Боронғо ҡалала Каллас Виллаһы — опера йырсыһы Мария Калластың ҡаланан тыш йорто бар.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шифалы сығанаҡ (Boiola Fonte)

Был сығанаҡтың һыуында көкөрт, бром, йод ҡушылмалары бар. Сығанаҡтың һыуы ҡолаҡ ауыртыуынан, ревматизм, үпкә һәм тире ауырыуҙарынан дауалау өсөн ҡулланыла Сығанаҡ үҙе күлдең төбөнән 19 метр тәрәнлектән сығарыла һәм торбалар буйынса шифаханаға оҙатыла.

«Катулл мәмерйәһе» күл яғынан ҡарағанда
  • «Катулл мәмерйәһе» — бында рим шағиры Валерий Гай Катулл ғаиләһе йәшәгән.
Һыу өҫтөндәге замоктың күл яғынан ҡарағандағы күренеше
  • Скалигерҙар замогы (XIII быуат) күл буйында урынлашҡан, ҡасандыр Верона флотилияһының хәрби порты булып хеҙмәт иткән.
Катулл бюсы Гарда күленең күренеше Күперҙе күтәреү Дезидерий урамы
  • Сан-Пьетро-ин-Мавино — сиркәү, XIV быуатта үҙгәртеп ҡоролған, фрескалар менән биҙәлгән.
  • Санта-Мария-Маджоре сиркәүе (яҡынса 1400 йыл), фрескалар менән XV быуатта биҙәлгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Baedecker. Italien. Karl Verlag Baedeker. ISBN 3-8297-1091-7
  • Baedecker. Gardasee.Verona Karl Verlag Baedeker. ISBN 3-8297-1031-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://demo.istat.it/?l=it
  2. Superficie di Comuni Province e Regioni italiane al 9 ottobre 2011ISTAT.
  3. (unspecified title)
  4. https://rischi.protezionecivile.gov.it/it/sismico/attivita/classificazione-sismica