Эстәлеккә күсергә

Сит илдә эшләгән Эстония хөкүмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сит илдә эшләгән Эстония хөкүмәте
эст. Eesti valitsus eksiilis
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1953
Рәсми тел Эстон теле
Дәүләт  Эстония
Административ үҙәк Таллин һәм Осло
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1992
Урынлашыу картаһы
Правительство Эстонии в изгнании
эст. Eesti valitsus eksiilis
Флаг Герб
Флаг Герб

Гимн: Mu isamaa, mu õnn ja rõõm

Расположение Эстонии на карте Европы
Расположение Эстонии на карте Европы

1940 — 1992
Баш ҡала

Таллин (де-юре)
Осло (местоположение правительства де-факто)

Сит илдә эшләгән Эстония хөкүмәте эст. Eesti valitsus eksiilis) ― Эстония Республикаһының, үҙ иленән ҡыуылып, сит илдә эшмәкәрлеген дауам иткән һәм, рәсми рәүештә иғлан ителеп, 1953 йылдан алып 1992 йылда Эстония территорияһында эстон суверенитеты тергеҙелгәнгә тиклем эшләгән дәүләт власы[1]. Һөргөндә эшләгән хөкүмәт, 1940 йылда советтарҙың баҫып инеүенә тиклем эшләгән һуңғы эстон хөкүмәтенән һуң улар, ҡабул итеп алған конституцион күсәгилешлеккә таянып, үҙенең лигитим власть булыуын раҫлай. Эшләү дәүерендә был хөкүмәт халыҡ-ара берләшмәлә лә таныла.

1940 йылдың июненән совет власы Эстония президенты Константин Пятсты ҡулға ала һәм СССР-ға депортациялай, 1956 йылда төрмәлә үлә. Респубулика хөкүмәте ағзаларының күбеһе, шул иҫәптән 8 элекке хөкүмәт башлығы һәм 38 министр һөргөнгә ебәрелә һәм шунда язалана. Иҫән ҡалғандары подпольеға китә.

Илде аннекциялау алдынан Юри Улуотс һуңғы премьер-министр була.

1941 йылдың июлендә, немец оккупацияһы алдынан, Улуотс яңы эстон хөкүмәтен төҙөргә тырышып ҡарай. Әммә немец властары Эстонияны суверенлы дәүләт булараҡ таныуҙан баш тарта.

Бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа тарый

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Юри Улуотс

1942 йылдың июнь айында совет репрессияларын кисергән эстон сәйәси лидерҙары йәшерен кәңәшмә үткәрә, унда йәшерен эстон хөкүмәтен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Республикала власта күсәгилешлелекте һаҡлау буйынса саралар тикшерелә[2]. 1943 йылдың 6 ғинуарында Стокгольмда эстон эмигранттары делегацияһы ҡатнашлығында осрашыу булып үтә. Эстония республикаһында хоҡуҡи күсәгилешлелекте һаҡлау маҡсатында, һуңғы премьер-министр Юри Улуотс премьер-министр булараҡ үҙ вазифвһын башҡарыуҙы дауам итергә тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителә. 1944 йылдың 20 апрелендә Эстония Республикаһының Һайлау комитеты (Vabariigi Valimiskogu Asetäitja Presidendi, органдың вәкәләттәре ил конституцияһындакүрһәьелгән була, һәм ул Республика президенты вазифаһын башҡарыусыны һайлай) Таллинда йәшерен йыйылыш үткәрә. Унда ҡатнашыусылар араһында түбәндәгеләр була:

• Юри Улуотс, совет аннекцияһына тиклем Эстонияның һуңғы премьер-министры,
• Йохан Хольберг, ҡораллы көстәрҙең баш командующийы,
• Отто Пукк, Депутаттар палатаһы рәйесе,
• Альфред Маурер, Милли советтың икенсе вице-рәйесе,
• Михкель Класс, Эстония Юғары суды судъяһы[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

Комитет советтар баҫымы аҫтында Константин Пятстың Йоханнес Барбарусты премьер-министр итеп тәғәйенләүен законға тап килмәй тигән ҡарар сығара, һәм Улуотс 1940 йылдың 21 июнән де-юре президент вәкәләттәрен үҙ өҫтөнә ала[3]. 1944 йылдың 21 июнендә Юри Улуотс премьер-министр урынбаҫары итеп Отто Тиифты тәғәйенләй. 1944 йылдың 18 сентябрендә яман шеш сиренән яфаланған Улуотс, Тиифты премьер-министр вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләй һәм 11 ағзанан торған хөкүмәт булдыра, 1944 йылдың 20 сентябрендә Улуотс, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, Швецияға юллана. Тииф конституцияға ярашлы үҙ вазифаһын үтәй башлай һәм, немец ғәскәрҙәре сигенеү менән, законлы хөкүмәттең тергеҙелеүе тураһында иғлан итеү мөмкинлеген файҙаланып ҡалырға тырыша[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

21 сентябрҙә эстон милли хөкүмәтенең ойошторолоуы тураһында иғлан ителә, ҡоралланған эстон формированиелары Вышгородта хөкүмәт биналарын баҫып ала һәм немец ғәскәрҙәренә ҡаланы ҡалдырып китеүҙе бойора[4]. Оҙон Герман башняһына (парламент ултырышы уның янында үтә) Германия флагы урынына эстон флагы эленә. Әммә Тииф хөкүмәте территорияны контролдә тота алмай: Йохан Питка етәкселегендәге эстон подразделениелары немец, шулай уҡ совет ғәскәрҙәре менән дә һуғышырға мәжбүр була. 22 сентябрҙә Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре Таллинды үҙ контроле аҫтына ала һәм эстон флагын башнянан төшөрә. Хөкүмәт ағзаларының күбеһе 21 сентябрҙә Таллинды ташлап китә, ә Тииф үҙе 22 сентябрҙә Таллиндан китә.[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

Совет ғәскәрҙәренән ҡасыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тииф хөкүмәте Таллинды ҡалдырып китә. Хөкүмәттең һуңғы ултырышы 22 сентябрҙә Пыгари ауылында үтә. Хөкүмәт ағзаларын Балтик диңгеҙе аша алып китергә тейеш булған карап, двигателе ватылыу сәбәпле, билдәләнгән урынға ваҡытында килеп етә алмай. Рәсми кешеләрҙең күбеһе, шул иҫәптән Тииф та совет ғәскәрҙәре ҡулына эләгә, төрмәгә ябыла һәм язалана йәки илдән ҡыуып сығарыла. Тииф Себерҙә һөргөндә була, шунан һуң Эстонияға ҡайта һәм 1976 йылда вафат була[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

Рей һәм Морерҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың 9 ғинуарында Улуотс вафат булғандан һуң хөкүмәттең ҡотолоп ҡалған ағзаларынан иң өлкәне булған Аугуст Рей дәүләт башлығы вазифаһын башҡарыусы ролен үҙ ҡулына ала. Тииф хөкүмәтенең ҡотолоп ҡалып, Швецияла йәшәгән ағзалары Рейҙың был аҙымын хуплай. Совет аннекцияһына тиклем Рей Мәскәүҙә һуңғы эстон дипломатик вәкиле була, һәм ул 1940 йылдың июнендә Рига аша Стокгольмға ҡаса[5].

1953 йылдың 12 ғинуарында Рей Норвегияның Осло ҡалаһында эстон хөкүмәтенең ойошторолоуы тураһында иғлан итә (сөнки Норвегияла шундайыраҡ сәйәси әүҙемлек тыйылмаған була, шуға ла был сара Стокгольмда түгел, ә Ослола үткәрелә)[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

Әммә эстон сәйәсмәндәренең бер төркөмө, президент тик вәкәләтле орган тарафынан һайланырға тейеш, тип иҫәпләй. Был төркөм етәксеһе — 1940 йылға тиклем Эстония Милли советы рәйесенең икенсе урынбаҫары булған Альфред Морер. 1953 йылдың 3 мартында Аугустдорф ҡалаһында (Германия) Морер сит илдә йәшәгән Республика Президенты вазифаһын башҡарыусы (Presidendi Vabariigi Asetäitja) итеп һайлана. Морерҙың ҡарашы эмигранттар араһында ҙур хуплауға эйә була, һәм ул хөкүмәттең яңы составын тәғәйенләмәй, сөнки Тииф хөкүмәте элеккесә эшләй, шуға ла яңы хөкүмәт булдырыу ихтыяжы юҡ тип иҫәпләй. 1954 йылдың 20 сентябрендә Морер вафатынан һуң уның яҡлылар юғала, ә Рей хөкүмәте законлылыҡҡа дәғүә итеүсе берҙән-бер ойошма булып ҡала[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

1963 йылда Рей вафатынан һуң хөкүмәт башлығы вазифаһын башҡарыусы булып башҡа кешеләр ҙә эшләй. 1953 йылдан 1992 йылға тиклем сит илдә эшләгән хөкүмәттең биш составы ойошторола.

Балтиҡ буйындағы өс илдән тик эстондар ғына сит илдә эшләгән рәсми хөкүмәт булдырыуға өлгәшө. Латвия һәм Литваға килгәндә, уларҙың суверенлы власы дипломатик вәкиллектәргә йөкмәтелә. Эстония килгәндә, уның консуллыҡтары дипломатия эшен алып барыу һәм дәүләт мәсьәләләрен (мәҫәлән, паспорттар тапшырыу) хәл итеү өсөн төп орган булып ҡына ҡала. Эстонияның баш консуллығы Нью-Йорк ҡалаһында урынлаша[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

Американың Стимсон доктринаһы һәм башҡа шундай доктриналарға ярашлы, АҠШ советтарҙың Балтик буйы илдәрен аннексиялауының лигитимлығын бер ваҡытта ла танымай[6].

Сит илдә эшләгән хөкүмәттең роле күбеһенсә символик характерҙа була.

Шуға ҡарамаҫтан, сит илдә эшләгән эстон хөкүмәте эстон дәүләтселегенең күсәгилешлеген һаҡлауҙы үҙенең төп бурысы итеп иҫәпләй. Уның һуңғы премьер-министры, Генрих Марк, 1992 йылдың 8 октябрендә илдең яңы президенты Мери Леннартҡа ышаныс грамоталарын тапшырғас, сит илдә эшләгән хөкүмәттең эшмәкәрлеген яба. Мэри сит илдә эшләгән Эстония хөкүмәтенә эстон дәүләтенең хоҡуҡи вариҫлығын һаҡлаусы булараҡ сығыш яһағаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән].

Бер төркөм активистар: Михкель Матисен, Калев Отс һәм Ахти Мэнд сит илдә эшләгән хөкүмәттең отставкаһын ҡабул итеүҙән баш тарта. 1938 йылғы конституция нигеҙендә булдырылмаған хөкүмәтте закон нигеҙендә тупланған хөкүмәт тип танып булмай, тип аңлата улар үҙҙәренең ҡарашын. Улар ҡайтанан сит илдә эшләүсе Эстония хөкүмәтен булдыра, улар ошо көнгә тиклем Нымме ҡалаһында үҙ эшен алып бара[7].

Премьер-министрҙар исемлеге (asetäitjad Peaministri)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
• Отто Тииф (1944 йылдың сентябре — 1953 йылдың 12 ғинуары. Эстония ҡала, 1944 йылдың 10 октябрендә совет власы тарафынан ҡулға алына, 1976 йылда вафат була)
• Йоханнес Сиккар (инг.)баш. (1953 йылдың 12 ғинуаыр — 1960 йылдың 22 авгусы)
• Тынис Кинт (1960 йылдың 22 авгусы — 1962 йылдың 1 ғинуары)
• Александер Варма (1962 йылдың 1 ғинуары — 1963 йылдың 29 марты)
• Тынис Кинт (1963 йылдың 2 апреле — 1970 йылдың 23 декабре)
• Хенрик Марк (1971 йылдың 8 майы — 1990 йылдың 1 марты)
• Энно Пенно (инг.)баш. (1990 йылдың 1 марты — 1992 йылдың 15 сентябре)[сығанаҡ 386 йвт көн күрһәтелмәгән]
1. Historical Dictionary of Estonia — Page 332 ISBN 0-8108-4904-6
2. Chronology 2007 йыл 9 июнь архивланған. at the EIHC
3. L. Mälksoo, Uluots Professor, in the Government of the Republic of Law and in the International Exile Continuity Estonia Estonian, Nordic International Journal of Law, Volume 69, 3 Number / March, 2000
4. Royal Affairs By Institute of International.
5. T. Without a James Diplomats by country McHugh, James S. Pacy; p. 183 ISBN 0-313-31878-6
6. https://digitalarchive.wilsoncenter.org/collection/279/united-states-non-recognition-policy
7. Эстонское правительство в изгнании заседает в Нымме, RUS Delfi. 30 апрель 2017 тикшерелгән.