Эстәлеккә күсергә

Сицилия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сицилия
итал. һәм сиц. Sicilia
Флаг
Флаг
Ил

Италия

Урынлашҡан урыны

Италия утрауы

Берләштерә
  • Провинциялар:
Агридженто, Кальтаниссетта, Катания, Энна, Мессина, Палермо, Рагуза, Сиракуза, Трапани


390
Идари үҙәге

Палермо

Ренато Скифани 2022 йылдың 13 октябренән

Халҡы (30 июнь)

4 771 347[1] (4 урын)

Тығыҙлығы

197,15 кеше/км²

Аланы

25 832,39 км² (1 урын)

Сицилия на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC+1

Сици́лия (итал. һәм сиц. Sicilia [siˈtʃiːlja]) — Италия өлкәһе. Үҙ эсенә шул уҡ исемле утрауҙы, шулай уҡ уға яҡын урынлашҡан Липар, Эгад, Пелаг утрауҙарын һәм Пантеллерия һәм Устика утрауҙарын ала.

Сицилия үҙенең тарихының күпселек өлөшөндә Урта диңгеҙ сауҙа юлдарында уңайлы урынлашыуы арҡаһында мөһим стратегик әһәмиәткә эйә була. Утрау шулай уҡ "Бөйөк Греция"ның бер өлөшө булараҡ билдәле. Цицерон Сиракузаны Элладаның иң ҙур һәм иң матур ҡалаһы тип һүрәтләй. Беҙҙең эраның I мең йыллығында утрау халҡы 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә һәм планетала иң күп халыҡ йәшәгән төбәк була.

«Сицилия» (Sicilia)атамаһын традицион рәүештә боронғо заманда был утрауҙа йәшәгән ҡәбиләләрҙең береһе булған «сикулы» (siculi) этнонимына бәйләйҙәр[2][3]. Латин телендәге sica һүҙе кинжал тигәнде аңлата, ә унан барлыҡҡа килгән sicilis кәкре кинжалдың осло осо тигән һүҙ. Утрауҙың формаһы күрһәтә алаа[4][5].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сицилия майҙаны буйынса Италияның иң ҙур өлкәһе.

Уның бөтә территорияһын утрауҙар тәшкил итә, өҫтәүенә 98 проценты Сицилия утрауына тура килә, материктағы Италиянан Мессин боғаҙы айыра.

Бында Этна вулканы (бейеклеге яҡынса 3329 метр) урынлашҡан. Сицилиянан төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Липар утрауҙарында Стромболи вулканы бар. Сицилия утрауының рельефы таулы һәм убалы, бер нисә тау массивы бар, уларҙың иң ҙуры — Сицилия Апенниндары. Яҫы таулыҡтар һәм тигеҙлектәр утрауҙың дөйөм территорияһының ни бары 14 процентын тәшкил итә. Яр буйы һыҙаты төньяҡта башлыса ҡаялы һәм көньяҡта ҡомло, оҙонлоғо — 1000 км. Сицилияның үҙәк өлөшөндә убалы рельеф, күпселек өлөшөндә уның бейеклеге 500 һәм 700 м араһында тирбәлә.

Иң ҙур йылғалары Сальсо (144 км) һәм Симето (113 км).

Сицилияның климаты — типик урта диңгеҙ климаты, йәйе — эҫе, ҡышы — ҡыҫҡа, йомшаҡ. Ҡояшлы сәғәттәр йылына уртаса 2500 сәғәткә етә. Яуым-төшөм башлыса ҡышҡы айҙарҙа — октябрҙән мартҡа тиклем була.

Максималь һауа температураһы июль һәм август айҙарында уртаса +26 °C , ә минималь температура +10 °C-тан +14 °C-ҡа тиклем декабрь һәм февралдә теркәлә. Һыу температураһы ҡыш +16 °C һәм йәй +27 °C араһында тирбәлә.

Үҫемлектәре климатҡа тап килә. Цитруслылар, йөҙөм, пальма, опунция кактустары үҫә.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сицилия өлкәһенең административ картаһы

Административ яҡтан Сицилия өлкәһе 6 провинцияға һәм 3 метрополия ҡалаһына (һуңғылары таблицала төҫ менән билдәләнгән):

Провинциялар
һәм метрополь
ҡалалар
Майҙан,
км2
Халҡы,
кеше (2013)
Тығыҙлығы,
кеше/км2
Коммуналар

һаны

1 Агридженто 3042 455 288 149,6 43
2 Кальтаниссетта 2128 272 359 127,9 22
3 Катания[6] 3553 1 084 674 305,3 58
4 Энна 2562 173 558 67,7 20
5 Мессина[6] 3247 654 520 201,5 108
6 Палермо[6] 4992 1 244 012 249,2 82
7 Рагуза 1614 313 698 194,3 12
8 Сиракуза 2109 402 680 190,9 21
9 Трапани 2460 435 877 177,1 24

Ҡайһы бер провинциялар яҡын-тирәләге бәләкәй утрауҙарҙы үҙ эсенә ала: Эолия утрауҙары (мессина), Устика утрауы (Палермо), Эгада утрауҙары (Трапани), Пантеллерия утрауы (Трапани), Пелаг утрауҙары (Агридженто).

500 000-ҙән ашыу кеше
100 000—500 000 кеше
50 000—100 000 кеше
20 000 — 50 000 кеше
10 000 — 20 000 кеше
  1. Monthly Demographic Balance. ISTAT.
  2. Поспелов, 2002, с. 385
  3. Sicily - Etymology, Origin & Meaning of the Name (билдәһеҙ). etymonline. Дата обращения: 8 февраль 2026.
  4. Valerius Maximus (Valeri Maximi) «Factorum et dictorum memorabilium libri novem». 1809
  5. The Century Dictionary, “sica” (инг.). — New York, 1911.
  6. 1 2 3 Италияның метрополитен ҡалалары провинцияларға тиңләшә
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. 3 000 экз. ISBN 5-17-001389-2.
  • Salvatore Piccolo, Ancient Stones: the Prehistoric Dolmens of Sicily, Thornham/Norfolk (UK), Brazen Head Publishing 2013, ISBN 978-0-9565106-2-4
  • Antonio Saltini, Sicilia fra feudi e giardini, Bologna, Edagricole 1982, ISBN 978-88-20621-72-8
  • Benjamin, Sandra. Sicily: three thousand years of human history (инг.). — 1-st edition. — Hanover, N.H.: Steerforth Press, 2006. — 498 p. ISBN 9781586421014.