Сицилия (утрау)
| Сицилия | |
|---|---|
| итал. Sicilia, scn Sicilia | |
Сицилия утрауы. Йыһандан күренеш | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Майҙаны | 25 460 км² |
| Иң бейек нөктәһе | 3340 м |
| Халҡы | 5 015 569 кеше (2011) |
| Урынлашыуы | |
| 37°34′ т. к. 14°16′ кс. о.HGЯO | |
| Акватория | Урта диңгеҙ |
| Регион | Сицилия |
Сици́лия (итал. һәм сиц. Sicilia [siˈtʃiːlja]) — Урта диңгеҙҙәге иң ҙур утрау, майҙаны 25 460 км² һәм халҡы 5 015 569 кеше (2011). Утрау Италияның Сицилия автономиялы төбәгенә инә, уның территорияһының 98 % тәшкил итә. Урта диңгеҙ сауҙа юлдарында уңайлы урынлашыуы арҡаһында Сицилия һәр саҡ мөһим стратегик әһәмиәткә эйә була.
Физик-географик ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Апеннин ярымутрауынан көньяҡтараҡ урынлашҡан, унан Мессина боғаҙы айыра; боғаҙҙың иң бәләкәй киңлеге 3,5 км тәшкил итә. Утрау формаһы өсмөйөшкә оҡшаған, шуға күрә утрауҙы Тринакрия (лат. trinacria — өс ҡырлы) тип йөрөтәләр. Уңайлы бухталар һирәк осрай (башлыса төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарында).
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сицилияның яр буйы 1000 км оҙонлоҡта; ярҙары башлыса текә. Сицилияла таулы һәм убалы рельеф өҫтөнлөк итә. Төньяҡ яр буйлап (Тиррен диңгеҙе яры) тәрән бүлгеләнгән тау һырттары системаһы һәм Пелоритани, Неброди һәм Мадониеның айырым массивтары һуҙыла. Улар Сицилия Апенниндары тау системаһын барлыҡҡа килтерә, Ул Апеннин ярымутрауы тауҙарының дауамы булып тора. Сицилияның үҙәк өлөшөндә тауҙары тәпәш, ҡалҡыулыҡтары убалы; бында Эрей тауҙары булараҡ билдәле ҙур булмаған тау массивы урынлашҡан. Тигеҙ участкалары утрау территорияһының яҡынса 15%-ын биләй һәм утрауҙың көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарына хас; иң ҙур тигеҙлек Катания ҡалаһы янында.
Липар утрауҙары архипелагы һәм Сицилия утрауы Тиррен диңгеҙенең көньяҡ сиге. Бында вулкандар йәш[1].
Утрауҙа яҡынса 3329 метр бейеклектәге Этна вулканы урынлашҡан. Ул Европала иң бейек һәм иң әүҙем вулкан булып тора. Уның бейеклеген аныҡ билдәләп булмай, сөнки атылыу һәм шлактар сығарыу һөҙөмтәһендә даими үҙгәреп тора. Этна — Сицилияның иң бейек тауы, ул 1250 квадрат километр майҙанды биләй. Уның юғары вулкан әүҙемлеге вулкандың ике тектоник плитаның: Африка һәм Евразия плиталарының тоташҡан урында булыуы менән бәйле. Шуға ла Сицилия сейсмик әүҙемлек юғары кимәлле төбәк булып тора: утрауҙа йыш ҡына ер тетрәүҙәр, шул иҫәптән 1693 Йылдағы Сицилия ер тетрәүе йәки 1908 йылдағы Мессина ер тетрәүе кеүек бик емергес ер тетрәүҙәр була.
Шулай уҡ утрауҙа бер нисә һүнгән вулкан бар.
Гидрографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сицилия бөтә яҡтан Урта диңгеҙ һыуҙары менән уратып алынған (утрауҙың төньяҡ яры Урта диңгеҙҙең бер өлөшө булған Тиррен диңгеҙе менән йыуыла). Утрауҙа бер нисә йылға бар, уларҙың иң ҙурҙары — Сальсо (144 км) и Симето (113 км).
|
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сицилия утрауында Урта диңгеҙ климаты, йәй — эҫе, ҡыш — ҡыҫҡа, йомшаҡ. Ҡояшлы сәғәттәр йылына уртаса 2500 сәғәткә етә, ә Италияла — 2000, ә Францияның көньяғында — 1800. Йыллыҡ яуым-төшөм нормаһы тигеҙлектәрҙә йылына — 400—600 мм, тауҙарҙа йылына 1200—1400 мм тәшкил итә. Яуым-төшөм башлыса ҡышҡы айҙарҙа — октябрҙән мартҡа тиклем яуа; йәйгеһен 3—5 ай буйы ҡоролоҡ күҙәтелә, был ваҡытта йылғаларҙың күп өлөшө ҡорой.
Яр буйы һәм утрауҙың эске өлөшө араһында температуралар араһында һиҙелерлек айырма бар: яр буйы тигеҙлектәрендә ғинуарҙа уртаса температура — 11—12 °С, июлдә 27—28 °С (максималь 45 °С тиклем), тауҙарҙа ярашлы рәүештә 48 °С һәм 20—24 °С. Һыу температураһы — ҡыш +16 °C һәм йәй — +27 °C араһында тирбәлә. Этна түбәһендә йылына туғыҙ ай самаһы ҡар була.
| Ҡала | Диңгеҙ кимәленән бейеклеге (м) | Уртаса температура, °C | Йәй көнө уртаса температура, °C | Ҡыш көнө уртаса температура, °C | Йыллыҡ яуым-төшөм (мм) | Ямғырлы көндәр |
| Энна | 964 | 15,6 | 23,3 | 4 | 358 | 69 |
|---|---|---|---|---|---|---|
| Мессина | 54 | 21,8 | 26,5 | 11,5 | 709 | 109 |
| Трапани | 14 | 18,9 | 23,9 | 9,7 | 446 | 88 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Апродов В.А. Вулканы. — Москва: Мысль, 1982. — С. 238. — 367 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Antonio Saltini, Sicilia fra feudi e giardini. Bologna, Edagricole 1982
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Портал «Сицилия» | |
| Сицилия Викиһүҙлектә | |
| Сицилия Викикитапханала | |
| Сицилия Викимилектә | |
| Сицилия Викигид |
- [ Сицилия (остров)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Портал о Сицилии