Сиған мосолмандар
Сиған мосолмандар | |
Сиған мосолмандар (рус. Цыгане-мусульмане хораханэ, миллет, төрөк сиғандары, ашкали, «ҡырым» сиғандары, лүли һәм башҡалар) — ислам динен тотҡан сиған этнографик төркөмдәр йыйылмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң тәүге сиған ҡәүемдәре Европаға XI һәм XV быуаттарҙа Кесе Азия (Анатолия) аша үтеп энә. Сиған телен анализлау Европала улар осратҡан тәүге халыҡтар — Византия империяһы гректары, атап әйткәндә, уларҙың Азия өлөшөндә йәшәүселәр булған, тигән һығымта яһарға мөмкин.
Был дәүер киҫемендә православ Византияның аҡрынлап ҡаҡшауы һәм тарҡала башлауы, ислам ҡабул иткән һәм артабан Осман империяһын барлыҡҡа килтергән күсмә төрки ҡәбиләләр яйлап яулап ала барыуы осоро булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Сиғандар ғәҙәттә үҙҙәре һыйынған илдәге көслөрәк таралған дингә күскән, шуға ла Урта быуаттарҙа балҡан сиғандарының байтаҡ өлөшө, формаль рәүештә йәки формаль булмаһа ла, ислам ҡабул иткән. Сиғандарҙың йәшәү рәүешенә төрөктәрҙең ситләтмәй ҡарауы уларҙың исламға әүҙем күсеүенә булышлыҡ иткән, сөнки тәүге төрки ҡәбиләләр (йөрөктәр) үҙҙәре оҡшаш күсмә йәшәү рәүеше алып барған. Был бигерәк тә ярымутрауҙың көньяҡ өлөшөндә йәшәгән ҡәбиләләргә ҡағыла. Бынан тыш Урта Азияның лүли тип аталған сиғандары ла ислам динен тота.
Йәшәгән ерҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай итеп, сиған ҡәүемдәре араһында исламдың таралыуы Осман империяһы сиктәрендә сиғандарҙың биш быуаттан ашыу тормошо менән бәйле. Ярашлы рәүештә, сиған мосолмандар әле лә Төркиә, Босния һәм Герцеговина, Албания, Мысыр, Косово, Сербияла йәшәп ята. Албанияла һәм Косовола албанлашҡан сиған мосолмандарҙы ашкали тип атайҙар. Македонияла һәм Грецияла сиғандарҙың яртыһына тиклем ислам динен тота, айырыуса был Македония һәм Көнбайыш Фракия өлкәләрендә йәшәүселәргә ҡағыла.
1990 йылдар башына ҡарата Болгарияла сиғандарҙың 40 процентына тиклем ислам динен тотҡан. Болгарияла һәм Грецияла сиғандарҙың бер өлөшө шулай уҡ төркиләшеүгә лә дусар булған. Румыния Республикаһының Добруджа өлкәһендә мосолман сиғандарҙың бәләкәй бер төркөмө төрөктәр һәм татарҙар менән бергә ҡатнашып йәшәй. Хорватияла һәм элекке югослав республикаларында сиған мосолмандар дөйөм сиған халҡының 45-50%-ын тәшкил иткән. Европа Союзы сиктәрендә күсенеп йөрөү аҙмы-күпме ирекле булыу сәбәпле, хәҙерге сиған мосолмандар 90-сы йылдар башынан уҡ ЕС-тың башҡа илдәрендә киң таралып ултырған. Көнсығыш Европа территорияһында мосолман сиғандар Ҡырым Республикаһында йәшәйҙәр — уларҙы ҡырымдар (крымы) тип йөрөтәләр.
Дини ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербия мосолман сиғандарына дини синкретизм хас. Мәҫәлән, 2000-се йылдарҙа улар Ништағы католик сиркәүенә Богородица Успениеһы байрамына һәм Джюнис ҡалаһындағы православ монастырға хаж ҡылған[1]. Шулай уҡ бынан алда сиған мосолмандарының Косово ҡалаһындағы католиктарҙың хаж ҡылыу урыны Летницаға барыу осраҡтары билдәле[2]. Сиғандар христиандарҙың хаж ҡылыу урындарында булып Дева Марияға табыналар, иконаларға хәйер итеп тәңкә һалалар. Сербияла сиған мосолмандарҙың башҡа христиан урындарына, мәҫәлән, Текий (Срем) католик сиркәүенә хаж ҡылыуҙары билдәле [3].
Проблемалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осман империяһы тарҡалғандан һуң сиған мосолмандары йыш ҡына икеләтә дискриминацияға — раса-этник (антисиғансылыҡ) һәм дини (исламофобия) ҡыҫымға дусар була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Радисавлевич-Чипаризович, 2014, с. 151
- ↑ Радисавлевич-Чипаризович, 2014, с. 151—152
- ↑ Радисавлевич-Чипаризович, 2014, с. 156
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брилёв Д. В., Трофимова К. П. Особенности бытования суфизма в цыганских сообществах Юго-Восточной Европы: к постановке проблемы // Точки — Puncta. 2011. 1-2 (10). С. 284—289
- Радисавлевич-Чипаризович Д. Смешанное паломничество в Сербии на примере двух святынь (Джунис и Текие) // Государство, религия, Церковь в России и за рубежом. — 2014. — № 2 (32). — С. 139—160. — ISSN 2073-7203.
- Скрыльников П. Цыгане-мусульмане на пороховой бочке Европы // НГ-Религии, 07.02.2018
- Трофимова К. П. «Божьи люди»: традиция почитания «святых» в цыганской среде на Балканах // Суфизм и мусульманская духовная традиция: тексты, институты, идеи и интерпретации. СПб., 2015. С. 126—157.
- Трофимова К. П. Отчуждённый «свой»: позиция маргинального наблюдателя в сообществе цыган-мусульман Македонии // Балканский тезаурус: взгляд на балканы извне и изнутри. Москва, 18-20 апреля 2017 года. М.: Институт славяноведения РАН, 2017. С. 164—167. ISBN 978-5-7576-0387-2
- Трофимова К. П. Практика совместных паломничеств: почитание цыганами-мусульманами церкви Св. Иосифа в Македонии // DasamengodipalaLev Čerenkov. Romanihistorija, čhibtajkultura. Kirill Kozhanov, Mikhail Oslon, Dieter W. Halwachs (eds.). 2017. Grazer Romani Publikationen. Pp. 400—417. ISBN 978-3-901600-44-9
- икенсе телдәрҙә
- Trofimova K. P. Transforming Islam among Roma communities in the Balkans: a case of popular religiosity // Nationalities Papers (инг.)баш.. 2017. Vol. 45 (4). Pp. 598—612. ISSN: 1465-3923 (Print) ISSN: 0090-5992. DOI: 10.1080/00905992.2017.1302925
- Roma Muslims in the Balkans by Elena Marushiakova and Vesselin Popov
- Marushiakova, Elena and Vesselin Popov. 2001. Gypsies in the Ottoman Empire. Hatfield: University of Hertfordshire Press.
- Marushiakova, Elena and Vesselin Popov. 2016. Gypsies of Central Asia and Caucasus. London: Palgrave Macmillan.