Сиған мәҙәниәте музейы (Брно)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сиған мәҙәниәте музейы
Асылған ваҡыты 1991
Нигеҙләүсе Яна Хорватова
Урынлашыуы Брно
Сайт rommuz.cz
Логотип Викисклада Сиған мәҙәниәте музейы Викимилектә

Сиған мәҙәниәте музейы (чех. Muzeum romské kultury) — Чехияның Брно ҡалаһында сиған һәм синти тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған музей.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейға 1991 йылда Яна Хорватова етәкселегендәге чех-сиған интеллигенцияһы вәкилдәре[1] нигеҙ һала. Ул — коммерцияға ҡарамаған ойошма[2]. Нигеҙ һалынғандан һуң музей бер нисә тапҡыр урынын алмаштыра һәм финанс ауырлыҡтары кисерә. 2000 йылдың декабрендә музей Брноның Братислава урамына күсә (Братислава урамы ҡаланың сиған общинаһы үҙәге булып тора).

2005 йылда музей Чехия Республикаһының мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына күсә; шул ваҡыттан алып ул дәүләт бюджетынан финанслана[3]. 2005 йылдың 1 декабрендә тамашасылар өсөн 1939—2005 йылдарҙағы сиғандар тарихына арналған беренсе даими күргәҙмә (2006 йылда тамамлана) асыла; 2011 йылда ул хәҙерге торошона тиклем киңәйтелә[4].

Тупланмаһы һәм китапханаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа 28 меңдән ашыу экспонат тупланған[3]. Даими күргәҙмә майҙаны 351 м² булған 6 залды биләй[4]. Ул, XVIII быуаттан алып 1989 йылға тиклем чех ерҙәрендәге хәлде иҫәпкә алып, сиған тарихына бағышланған[5].

Музейҙа сиған әҙәбиәте тупланған китапхана бар, унда 11 000-гә яҡын баҫма (башлыса китаптар һәм журналдар, шулай уҡ компакт-дисктар) иҫәпләнә[6].

Музейҙа шулай уҡ ваҡытлыса күргәҙмәләр, лекциялар, концерттар, фекер алышыуҙар, сиған теле курстары, киносеанстар һәм мода күрһәтеү ойошторола[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Museum of Romani Culture (Muzeum romské kultury) (ингл.). Go To Brno (20 июнь 2017). Дата обращения: 26 март 2021. Архивировано 16 апрель 2021 года.
  2. Kristián Chalupa. Smekám klobouk před každým vzdělaným Romem, říká ředitelka Muzea romské kultury (чеш.) (6 апрель 2017). Дата обращения: 30 март 2021. Архивировано 28 февраль 2021 года.
  3. 3,0 3,1 O nás (чеш.). www.rommuz.cz. Muzeum romské kultury. Дата обращения: 30 март 2021. Архивировано 30 октябрь 2020 года.
  4. 4,0 4,1 Stálá expozice Příběh Romů – Muzeum romské kultury (чеш.). www.rommuz.cz. Дата обращения: 26 март 2021. Архивировано 29 октябрь 2020 года.
  5. 5,0 5,1 Museum of Romani Culture (Muzeum romské kultury) (ингл.). Go To Brno (20 июнь 2017). Дата обращения: 26 март 2021. Архивировано 16 апрель 2021 года.
  6. Knihovna – Muzeum romské kultury (чеш.). www.rommuz.cz. Дата обращения: 26 март 2021. Архивировано 29 октябрь 2020 года.