Скароне Карлос
Карлос Скароне | ||
Информация | ||
Ҡушаматы | Rasqueta (скребок) | |
Тыуа | 11 ноябрь 1888[1] Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 12 май 1965 (76 йәш) Монтевидео, Уругвай | |
Гражданлығы | Уругвай | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
Насьональ | ||
Клуб карьераһы* | ||
1908—1909 | Ривер Плейт (Монтевидео) | |
1909—1913 | ЦУЖДКК | |
1913—1914 | Бока Хуниорс | |
1914—1927 | Насьональ | 227 (152) |
Тренер карьераһы | ||
1932—? | Насьональ | |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Көньяҡ Америка чемпионаты | ||
Алтын | Уругвай 1917 | |
Алтын | Уругвай 1920 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
|
Карлос Скароне (исп. Carlos Scarone; 11 ноябрь 1888 йыл, Монтевидео — 12 май 1965 йыл, Монтевидео) — Уругвай футболсыһы, һөжүмсе, Эктор Скароненың өлкән ағаһы.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карлос Скароне карьераһын «Насьональ» клубының йәштәр составында башлай, шунан тыуған ҡалаһы Монтевидеонан «Ривер Плейт» клубына килә һәм унда ике йыл уйнай.
1909 йылда ул шул йылдарҙа Урунвай футболы лидеры, Британия тимер юлы компанияһы ҡарамағында булған ЦУЖДКК клубына күсә. 1913 йылда тимер юл компанияһы команданы тотоуҙан баш тарта, ләкин команда тарҡатылмай, бары тик атамаһын ғына «Пеньяроль» тип үҙгәртә. Уйынсыларҙың ҙур булмаған өлөшө карьераһын үҙгәртелгән клубта дауам иткеһе килмәйенсә китә. Шундай уйынсыларҙың береһе Карлос Скароне була. Ул «Боку Хуниорс» өсөн сығыш яһарға Аргентинаға китә әммә йылда тулмаҫтан ҡабат Уругвайға әйләнеп ҡайта.
1914 йылда Скароне тыуған «Насьональ» клубы уйынсыһы булып китә. Ул «өс төҫлөләр» өсөн 13 йыл дауамында уйнай, 9 йыл команданың капитаны була. Шул осорҙа Уругвайҙың һигеҙ чемпионатында еңеү яулай, дөйөм алғанда 227 матчта 152 гол индерә.
Уругвай йыйылма командаһында Скароне 1909 йылдың 15 авгусында Липтон кубогында Аргентина йыйылма командаһына ҡаршы уйнап, дебют яһай. Был уйында уругвайҙар 1:2 иҫәбенә еңелә. Скароне 1917 йылда Көньяҡ Америка чемпионатында ла ҡатнаша. Уругвайҙар барыһынан да көслөрәк була һәм өс матчтың өсөһөндә лә еңеү яулай. Ә Скароне үҙе өс туп индереп, командалашы, турнир бомбардиры Анхель Романонан ҡала икенсе була. Ике йылдан һуң үткән киләһе Америка беренселегендә уругвайҙар икенсе урын менән генә мөрхәтһенә. Беренселек бразилиялыларҙа була. Ә Скароне өс матчта өс гол индереп, тағы ла турнирҙың икенсе снайперы булып таныла. 1920 йылдағы Көньяҡ Америка чемпионатында Уругвай тағы ла Көньяҡ Американың иң яҡшы командаһы була, Скароне турнирға заявкала була, әммә бер уйында ла ҡатнашмай. Барлығы Уругвай йыйылма командаһы өсөн Скароне 25 уйын уйнай, 18 гол индерә.
Карьераһы тамамланғандан һуң Скароне «Насьоналдең» спорт директоры вазифаһын биләй, ә һуңынан клубтың беренсе профессиональ тренеры була. 1932 йылда Уругвайҙа футболсы һөнәре законлы тип таныла.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уругвай чемпионы (9): 1908, 1915, 1916, 1917, 1919, 1920, 1922, 1923 (АУФА), 1924 (АУФА)
- Көньяҡ Америка чемпионы: 1917, 1920
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль на nacionaldigital.com
- Футбол в Уругвае 1901—1910
- Футбол в Уругвае 1911—1920
- Уругвайские сборники
- ↑ CARLOS SCARONE // https://bdfa.com.ar/jugadores-56778.html (исп.)