Сквош корты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сквош корты
Спорт төрө Сквош
Уйынсылар сквош уйыны өсөн быяла кортта.

Сквош корты — сквош уйындары өсөн махсус спорт майҙансығы.

Үлсәмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта сквош уйыны өсөн корттың халыҡ-ара, 1920 йылда рәсми рәүештә раҫланған үлсәмдәре бар: оҙонлоғо — 9750 мм, киңлеге — 6400 мм булған дүртмөйөш формаһындағы майҙансыҡ. Корттың ҡаршы яҡ стенаһына түбәндәге һыҙаттар һыҙылған: 4570 мм бейеклегендә — үрге аут һыҙаты, 1830 мм бейеклегендә туп һуғыу тәңгәлен билдәләгән һыҙат, 430 мм бейеклегендә түбәнге аут, уға 50 мм бейеклегендәге кәртә ҡуйылған. Артҡы стенала иҙәндән 2130 мм бейеклегендә шулай уҡ аут һыҙаты урынлаша. Ҡабырғалағы стеналар буйлап артҡы аут һыҙатын ҡаршы яҡ стеналағы үрге аут һыҙаты менән тоташтырыусы һыҙаттар үтә[1].

АҠШ-та ғәҙәттә юғарыла һүрәтләнгәнгә оҡшаш уйын корты ҡулланыла, әммә корттың киңлеге — 5640 мм һәм түбәнге аут һыҙаты иҙәндән — 380 мм бейеклегендә. Сквош уйыны өсөн корттың был күренеше hardball squash атамаһын йөрөтә һәм хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә ҡулланылмай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бакал Д. С. и др. Большая олимпийская энциклопедия. — М.: Эксмо, 2008. — С. 565.— ISBN 978-5-699-27387-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]