Скидский Михаил Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Скидский, Михаил Николаевич битенән йүнәлтелде)
Скидский Михаил Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Мариуполь ҡалаһы, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1989
Ерләнгән урыны Старо-Северное кладбище[d]
Һөнәр төрө партия эшмәкәре

Скидский Михаил Николаевич (13 март 1913 йыл — 19 февраль 1989 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. 1954 йылдан КПСС-тың Омск өлкәһе Рус Полянаһы район комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Николаевич Скидский 1913 йылдың 13 мартында Рәсәй империяһы Мариуполь ҡалаһында тыуған.

Мариуполь заводында слесарь булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ауыл хужалығын механикалаштырыу буйынса Азов-Ҡара диңгеҙ институтында уҡығандан һуң, агроном һәм бүлек етәксеһе вазифаларында эшләй башлай, һуңыраҡ Омск өлкәһе Таврический районының «Новоуральский» совхозы агрономы итеп тәғәйенләйҙәр һәм артабан Омск өлкәһенең Черлак районы «Коммунист» совхозы директоры итеп һайлайҙар.

1953 йылдан 1954 йылға тиклем халыҡ депутаттарының Рус Полянаһы район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында эшләй.

1954 йылдан партия эшендә, КПСС-тың Рус Полянаһы район комитетының беренсе секретаре итеп һайлана. Ул районды етәкләгәндә һәм турынан-тура уның ҡатнашлығында сиҙәм ерҙәр үҙләштерелә, Рус Полянаһы тораҡ пункты өлгөлө ҡасабаға әйләнә.

1957 йылдың 11 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указына менән «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙәге шәхсән ҡазаныштары, 1956 йылда урып-йыйыуҙы һәм икмәк әҙерләүҙе уңышлы үткәргәне өсөн» Михаил Николаевич Скидский Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә һәм уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Артабанғы вазифалары: КПСС-тың Омск өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, Омск өлкә ауыл хужалығы идаралығы башлығы урынбаҫары һәм Омск өлкәһе икмәк сәнәғәте сифаты буйынса баш инспектор вазифаһында эшләй. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Скидский Михаил Николаевич 1989 йылдың 19 февралендә вафат була, ҡаланың Иҫке-төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)
  • Ленин ордены (11.01.1957)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (11.01.1957)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (25.12.1959)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия города Омска / Т. 3 : Омск в лицах. — Омск, 2011 г.