Эстәлеккә күсергә

Скрипко Николай Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скрипко Николай Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 декабрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Рига, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 декабрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө лётчик, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание маршал рода войск[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Кутузова I степени орден Суворова II степени орден Кутузова II степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени "Киевты обороналаған өсөн" миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы Кутузов ордены Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы медаль «В память 1500-летия Киева» орден «За боевые заслуги» медаль «50 лет Монгольской Народной Революции» медаль «50 лет Монгольской Народной Армии»

Скрипко Николай Семенович (5 декабрь (22 ноябрь) 1902 йыл, Лифляндия губернаһы, хәҙерге Латвияның Рига ҡалаһы ситендә Болдерая биҫтәһе, Больдераа ауылы, — 5 декабрь 1987, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы[1] (19 август 1944). КПСС-тың Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы (19611966).

Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл армияла 1919 йылдан. Граждандар һуғышында пехотала рядовой, һуңынан Алыҫ Көнсығышта артиллерияла кесе командир була, атаман Г. М. Семенов ғәскәрҙәренә, япон и нтервенттарына, Алыҫ Көнсығышта аҡ хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Спасскиҙы штурмлауҙа һәм Владивосток һөжүм операцияһында ҡатнаша, бының өсөн Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана.

Һуғыштар араһындағы осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш бөткәндән һуң хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дауам итә, элемтә хеҙмәте һәм гаубица артиллерия дивизионы разведкаһы начальнигы була. 1923 йылда хәрби күнекмәләрҙә самолетта күҙәтеүсе сифатында оса һәм шунан һуң авиацияға күсергә ҡарар итә. 1924 йылда күсеүгә өлгәшә һәм Ленниград хәрби-теоретик авиация мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уны 1925 йылда тамамлай һәм самолет менән идара итеүҙе үҙләштереү өсөн А. Ф. Мясников исемендәге 1-се осоусылар хәрби мәктәбенә ебәрелә. Унда 1927 йылға тиклем уҡый. Зиновьевскиҙа 7-се авиация бригадаһының 36-сы еңел бомбардировка авиация эскадртльяһында кесе осоусы булып хеҙмәт итә. 1928 йылдан — Борисоглебск 2-се осоусылар авиация мәктәбендә: инструктор, уҡыу звеноһы, отряд һәм эскадрилья командиры була. 1934 йылдан — Ырымбурҙа авиация мәктәбе осоусыларын әҙерләү буйынса бүлек начальнигы, һуңынан ошо бүлек базаһында Волга буйы хәрби округының Хәрби-Һауа көстәре авиация бригадаһы командиры.

  1. Скрипко Николай Семёнович // Военная энциклопедия / П. С. Грачёв. — Москва: Военное издательство, 2003. — Т. 7. — С. 504. — ISBN 5-203-01874-X.