Скрипникова Нина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скрипникова Нина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1 апрель 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (104 йәш)
Тыуған урыны Ставрополь крайы, РСФСР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ватан һуғышы ордены «Будапештты алған өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Нина Васильевна Скрипникова (1919—?) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Васильевна Скрипникова 1919 йылдың 1 апрелендә Винсада утарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, хәҙер Ставрополь крайы Предгорный районы

1923 йылда ғаилә Кубанға күсеп килә һәм Венцы-Заря ауылына урынлаша, хәҙер Краснодар крайы Гулькевич районы. 13-сө мәктәптең биш синыфын тамалай[1], атаһы ауырыу сәбәпле, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, мәктәпте ҡалдырып, әсәһенә ғаиләне ҡарашырға ярҙам итеү өсөн эшкә сығырға мәжбүр була. Нина хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы сусҡасылыҡ совхозының баҫыусылыҡ бригадаһында башлай. Комсомол ячейкаһы инә.[2] Әүҙем ҡыҙ булараҡ 1936 йылда Дондағы Ростов- Мәскәү маршруты буйынса комсомол велосипед ярышында ҡатнаша, уның өсөн исемле сәғәт менән бүләкләнә. Ҡайтыу менән комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана һәм шофёрҙар курсына ебәрелә. Машина йөрөтөү хоҡуғын алғандан һуң уға «ГАЗ-АА» автомобиле беркетелә[3]

Нина Скрипникова Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. Хәрби юлын Хоста (хәҙер Сочи районы) урынында госпиталдә санитар инструктор булып башлай, һуңыраҡ хәрби шофер була. автомиашинала һуғышты Кавказдан алып Чехословакияға тиклем үтә, еңеүҙе шунда ҡаршылай.[2] Демобилизациянан һуң, 1945 йылдың октябрендә, тыуған совхозына ҡайта һәм баҫыусылыҡ бригадаһында эшләүен дауам итә. Иген культуралары үҫтереүсе звеноны етәкләй, 1947 йылдың эш йомғаҡтары буйынса ул 8 гектар майҙанда һәр гектарынан 30,5 центнер бойҙай уңышы йыйып ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 6 апрелендәге указы менән 1947 йылда совхоздың дәүләткә ауыл хужалығы продукттары тапшырыу планын үтәү буйынса бойҙайҙан юғары уңыш алыуы һәм 1948 йылда яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ менән тәьмин итеүе өсөн Нина Васильевна Скрипниковаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Пенсия йәшенә еткәндән һуң, Н.В.Скрипникова 1969 йылда совхоз баҫыусылыҡта эшләүен дауам итә һәм 1982 йылда хаҡлы ялға киткәнсе эшләй. Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, — хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡасаба советының 1-се саҡырылыш (1937) депутаты итеп һайлана.

Шулай уҡ 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) һәм миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Кавказды обороналаған өсөн» һәм «Будапештты алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]