Скульптура

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
«Салауат Юлаев» бронза скульптураһы (Өфө), 1963—1967

Скульпту́ра (лат. sculptura, от sculpo — киҫеп алам, сүкеп алам) — йәбештереп, сүкеп, киҫеп йәки ҡойоп, күләмле һүрәттәр (статуя, бюст, барельеф һ.б.) тыуҙыра торған сәнғәт төрө һәм шул сәнғәттең әҫәре[1]; һынлы сәнғәт төрө, әүәләп, ҡойоп, юнып, сүкеп һын эшләү сәнғәте[2] ; соҡоп, уйып, ҡойоп төрлө һындар яһай торған сәнғәт төрө, шул сәнғәттең әҫәрҙәре[3]; балауыҙ, таш, балсыҡ, мәрмәр һ.б. материалдар ҡулланып, йәбештереп, сүкеп, киҫеп йәки ҡойоп, күләмле һүрәттәр тыуҙыра торған сәнғәт төрө[4].

Үҙен скульптура сәнғәтенә бағышлаған рәссам скульптор, йәки һәйкәлсе (һынсы) тип атала. Уның төп мәсьәләһе кеше һынын реаль йәки идеаллашҡан күренештә күрһәтеү, хайуандар икенсе дәрәжеләге рольдә, ә башҡа предметтар эйәрсен мәғәнәлә һәм орнамент-биҙәү маҡсатында ғына күрһәтелә.

Скульптура һүҙе сәнғәт төрөнән башҡа, шул сәнғәттең айырым бер әҫәрен аңлата.[5]

Скульптура төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чарльз Таунли үҙенең скульптуралар галереяһында, Иоганн Цоффани, 1782 йыл

Скульптараның төп жанрҙары

Скульптураның сәнғәтте тасүирлау ысулдары:

  • күләмле формалар төҙөү;
  • һығылмалы модельдәр төҙөү (әүәләү);
  • силуэт әҙерләү;
  • фактура әҙерләү (ҡайһы осраҡта төҫөн билдәләү).

Скульптура төрҙәре:

  • түңәрәк һын (статуя, төркөм, статуэтка, бюст)— бөтә яҡлап әйләндереп ҡарағанда ла аңлайышлы, йәтеш итеп әүәләп эшләнгән скульптура[6];
  • Рельеф (скульптура)— һыр, скульптураның бер төрө, яҫылыҡ өҫтөндәге ҡабарынҡы, һырлы йәки уйылған һүрәт, биҙәк[7].

Рельефның өс төрөн билдәләҙәр:

  • Барельеф — яҫылыҡ өҫтөндә ҡабартып, яртылаш ҡалҡытып, әүәләп эшләнгән биҙәк йәки һүрәт, скульптураның бер төрө[8]; дөйөм биләмдән ярты һыны сығып торған скульптур фигура[9].
  • Горельеф — өҫкө йөҙөнән яртылаш сығарып эшләнгән скульптура төрө[10]; яҫылыҡ өҫтөндә яртыһынан күберәк кимәлдә ҡалҡытып эшләнгән һын йәки һүрәт[11].
  • Контррельеф — фигуралар ҡалҡыу түгел, киреһенсә батынҡы.
  • монументаль скульптура (һәйкәлдәр, монументтар) — архитектура мөхите менән бәйле. Идея әһәмиәте, юғары ғөмөмиләштереү дәрәҗәһе, ҙурлығы менән айырыла; монументаль-декоратив скульптурала архитектура ҡорамалдары һәм комплексының бөтә биҙәү төрҙәре (атланттар, кариатидтар, фриздар, фронтон, фонтан, баҡса-парк скульптураһы) ҡулланылырға мөмкин;
  • станокта эшләнгән скульптура — мөхит менән бәйле булмаған, тәбиғи размерҙа йәки бәләкәйерәк, тәрән мәғәнәле әҫәр.

Башҡарыу ысулы буйынса һәм ҡулланылған материалдары буйынса скульптура бер нисә тармаҡҡа бүленә: әүәләп эшләү — балауыҙ, балсыҡ кеүек йомшаҡ материалдан әүләп эшләү;

  • Торавтика — һырланып эшләнгән һынлы сәнғәт әйберҙәренең өҫтөнә йоҡа ҡалай һалып сүкеп эшләү, матурлау, күсермәһен алыу ысулы[12];
  • Глиптика — таш өҫтөнән семәрләү сәнғәте[13].

Скульптураның башҡа төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинетик скульптура — ысынбарлыҡтағы хәрәкәт күрһәтелгән кинетик сәнғәт төрө. Боҙ скульптуралары — боҙҙан эшләнгән художестволы композициялар. Ҡом скульптуралары — ҡомдан эшләнгән художестволы композияциялар. Скульптура өсөн материалдар — металл, таш, балсыҡ, ағас, гипс, ҡом, боҙ һәм башҡалар. Эшкәртеү ысулдары — әүәләү, китеп алыу, ҡойоу, сүкеү һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  3. Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
  4. Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф. М. Бикбаев, 2008)
  5. ГРАМОТА.РУ. Проверка слова: скульптура
  6. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  7. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  8. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  9. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З. Г. Ураксин, З. А. Сиразитдинов, 2004)
  10. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З. Г. Ураксин, З. А. Сиразитдинов, 2004)
  11. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  12. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  13. Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф. М. Бикбаев, 2008)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]