Эстәлеккә күсергә

Славинский Пётр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Славинский Пётр Михайлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 октябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Харьков, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Хәләл ефете Фёдоровская Ольга Фёдоровна[d]
Һөнәр төрө дирижёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Славинский Пётр Михайлович (28 октябрь 1989 йыл — 2 май 1977 йыл) — совет дирижёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР‑ҙың халыҡ артисы (икеһе лә — 1944)[1].

Пётр Михайлович Славинский 1899 йылдың 28 октябрендә Харьковта донъяға килә. Виолончель класы буйынса (уҡытыусыһы Семен Козолупов) 1928 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлай. Студент сағында уҡ, 1925 йылдан алып, Ҙур театр оркестрында солист булараҡ уйнай башлай[1]. 1936 йылдан алып СССР-ҙың төрлө ҡала опера театрҙарында (Пермь, Ташкент) дирижер була, ә 1938 йылда яңы ойошторолған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры итеп тәғәйенләнә[2], бында ул бер нисә башҡорт милли опералары премьераларын тормошҡа ашыра: «Һаҡмар» (Мәсәлим Вәлиев), «Аҡбуҙат» (Антонио Спадавеккиа һәм Халиҡ Заимов), «Карлугас» (Николай Чемберджи), «Ашҡаҙар» һәм «Мәргән» (Антон Эйхенвальд). 1944 йылда Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исемдәренә лайыҡ була.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙаКуйбышев һәм Харьков опера театрҙарныда хеҙмәт итә. 1950 йылдан — С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыкаль театрының музыкаль өлөшөн етәкләй, 1961 йылдан алып Мәскәү художество театрының музыкаль бүлек мөдире һәм оркестр дирижёры. Был осорҙа Славинскийҙың постановкалары араһында — Эдуард Направниктың «Дубровский» операһы (Сергей Лемешев төп партияла) фильм-спектакль булараҡ яҙҙырылған.

БДОБТ-та Славинский етәкселегендәге постановкалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— башҡорт опералары: «Мәргән» (А. А. Эйхенвальд), "Һаҡмар (М. М.), «Ҡарлуғас», «Аҡбуҙат» (Н. К. Чемберджи)[1];

— урыҫ һәм сит ил опера классикаһы әҫәрҙәренән: «Тирмәнсе ҡыҙы», «Иван Сусанин» (М. И. Глинка), «Евгений Онегин» һәм «Пики дамаһы» (П. И. Чайковский), «Фауст» (Ш. Гуно), «Аида», «Травиата» һәм «Риголетто» (Дж. Верди), «Кармен» (Ж. Бизе), «Чио чио сан» (Дж. Пуччини), «Севилья цирюльнигы» (Дж. Россини) һәм башҡа тәүге постановкалар ҡуйыла[1].

— «Коппелия», «Сыңрау торна» балеттары, симфоник концерттар менән дирижёрлыҡ итә[1].

БДОБТ-тың симфоник оркестрын ойоштороусы[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Башкирский государственный театр оперы и балета 2012 йыл 24 ғинуар архивланған.: Страница на сайте Министерства культуры Республики Башкортостан

СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

• Ланге В. Башкирский государственный театр оперы и балета в годы Великой Отечественной войны //Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990.