Славолюб Эдуард Пенкала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Славолюб Эдуард Пенкала
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған көнө 20 апрель 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Жилин крайы[d], Липтовски-Микулаш
Вафат булыу көнө 5 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (50 йәш)
Вафат булған урыны Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d], Хорватия һәм Словения[d], Загреб
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Пневмония
Ерләнгән урыны Мирогой
Һөнәр төрө уйлап табыусы, инженер
Эшмәкәрлек төрө Химия
Уҡыу йорто Дрезден техник университеты[d]
Commons-logo.svg Славолюб Эдуард Пенкала Викимилектә

Славолюб Эдуард Пенкала (хорв. Slavoljub Penkala Eduard; 20 апрель 1871 йыл —5 февраль 1922 йыл) — хорват инженер-химигы һәм уйлап табыусыһы, поляк, йәһүд һәм нидерланд сығышлы. Беренсе хорват самолетын конструкторлаусы һәм 80-дән ашыу уйлап табыуҙар авторы булараҡ билдәле.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Липтовски-Микулаш ҡалаһында (ул саҡта — Венгрия короллеге, хәҙер — Словакия) 1871 йылдың 20 апрелендә тыуған. Уның атаһы, Пекать Францишек, милләте буйынса поляк, ә әсәһе, Мария Ханнел, — голланд ҡатыны. Вена университетында һәм Дрезден техник университетында (1898 йылда тамамлай) химия фәнен өйрәнә. Аҙаҡ Кошицала химик етештереүҙә эшләй. 1900 йылда ғаиләһе менән бергә Загребҡа күсеп килә (ул саҡта — Хорватия һәм Славония Короллеге, шулай уҡ Австро-Венгрияның өлөшө), бында яңы Ватанына ихтирам йөҙөнән үҙенең исеменә Славолюб («Славянофил») исемен өҫтәй. 1904 йылда король техник супервизоры итеп тәғәйенләнә (хорв. nadzornik kraljevski tehnički).

Пенкала патентлаған беренсе уйлап табыуҙар — термос һәм әйләнеп торған теш щеткаһы. Иң билдәләләре — механик ручка (1906) һәм ҡаты ҡаралы перо ручкаһы(1907), шулай уҡ кеҫәгә ручканы беркеткән клипса. Башҡа уйлап табыуҙар, патенттар һәм яҡшыртыуҙары араһында — анод батареяһы, тимер юл шпалдары һеңдермәһе (пропитка), йомшаҡ йыуыу сараһы, вагон тормоздары, манометр, динамометр һәм расходомер. Шулай уҡ турбин тәгәрмәстәре, вертолет пропеллерҙары һәм һауа яҫтығындағы караптың һыҙмалары билдәле, улар әлеге механизмдар барлыҡҡа килгәнгә тиклем булған[1].

1908 йылда Пенкала осоу аппаратын төҙөй башлай, унда махсус әҙерлекһеҙ һәр кем оса алған, сөнки уның менән идара итеү бик ябай булырға тейеш була. 1909 йылда патент аына, ә машина үҙе 1910 йылда әҙер була, һәм Драгутин Новак осоу аппараты менән ерҙән айырыла. Уйлап табыусы аппараттың конструкцияһын яҡшыртыу өҫтөндә эшен дауам итә, әммә уның менән идара итеү бик еңелдән булмай. Һуңыраҡ осоу һынауҙары барышында моноплан зыян күрә һәм Пенкала уның өҫтөндә эште туҡтата. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, самолет Хорватияла проектланған һәм осоуҙарҙы башҡарған беренсе аппарат була[1].

1906 йылда Пенкала ағалы-ҡустылы Эдмунд һәм Маурус Мостерҙар менән бергә Penkala- Edmund Moster & Co. компанияһына нигеҙ һала. Загребта Пенкала уйлап тапҡан ручкалар һәм һәм башҡа уйлап табылған нәмәләр етештергән фабрика төҙөлә. Тиҙҙән компания донъялағы яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтарын етештергән компаниялар араһында иң эреһе булып китә, ә механик ручкаһы 70 ил баҙарында уңыш яулай[1].

Эдуард Пенкала эш сәфәренән пневмония менән ауырып ҡайта һәм 1922 йылдың 5 февралендә Загребта вафат була. Мирогой зыяратында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]