Славонски-Брод
Славонски-Брод | |
хорв. Slavonski Brod | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Slavonski Brod |
---|---|
Дәүләт | Хорватия |
Административ үҙәге | Бродско-Посавская жупания[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бродско-Посавская жупания[d] һәм Požega County[d] |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа ваҡыты[d] |
Халыҡ һаны |
53 473 кеше (2011)[1], 16 681 кеше (15 март 1948)[2], 21 858 кеше (31 март 1953), 49 891 кеше (31 август 2021)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 92 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Целе |
Майҙан |
54,1 км²[4], 41,7 км²[4] |
Почта индексы | 35000[5] |
Рәсми сайт | slavonski-brod.hr |
Урындағы телефон коды | 035 |
Номер тамғаһы коды | SB |
Категория для почётных граждан субъекта | Category:Honorary citizens of Slavonski Brod[d] |
Славонски-Брод Викимилектә |
Славонски-Брод (хорв. Slavonski Brod) — Хорватияның көнсығыш өлөшөндәге ҡала. Сава йылғаһының һул яҡ ярындағы баш ҡала Загребтан көньяҡ-көнсығышҡа табан 197 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Славонски-Брод — ҙурлығы буйынса Хорватияла алтынсы ҡала. Халыҡ һаны 64 кеше 000 (2001). Административ үҙәге Брод-Посавская жупанияһы (төп административ территориаль берәмеге)
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Сава йылғаһы буйында урынлашҡан[6]. Уның аша Загреб — Белград автотрассаһы (A3) һәм Загреб — Винковец — Белград тимер юлы үтә. Славонски-Брод — сик ҡала, Сава йылғаһының уң яҡ ярында Босниялағы Босански-Брод ҡалаһы урынлашҡан. Хорватияның эре ҡалалары менән автобус һәм тимер юл бәйләнеше булдырылған.
Славонски-Брод — Сава йылға порты
Славонски-Брод — сәнәғәт ҡалаһы. Хорват иҡтисады өсөн урындағы машина эшләү предприятиелары мөһим әһәмиәткә эйә, унда локомотив, трамвай һәм башҡа күп нәмәләр етештерелә. Ҡалала шулай уҡ еңел, аҙыҡ-түлек, химия һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте бар. Һуңғы йылдарҙа туристик индустрия үҫешә башланы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың яҡынса 2 500 йыллыҡ тарихы бар. Борондан алып ҡоро ер һәм йылға юлдары киҫешкән урындағы Сава йылғаһы аша кисеү эргәһендә ултыраҡ урынлашҡан. Яҡынса б. э. тиклем 300 йыл элек дунай эргәһе төбәгенә баҫып ингән кельт ҡәбиләләре был урында ҡәлғәгә нигеҙ һалған, ул Паннониянан Адриатикаға булған юлды контролдә тоторға тейеш булған.
Рим империяһы ваҡытында ҡәлғә тирәһендә барлыҡҡа килгән ултыраҡ Марсония булараҡ билдәле булған. Империя бөлгөнлөккә төшкәндән һуң, ул күп тапҡыр һундар, аварҙар һәм славяндар тарафынан ҡыйратылған. IX быуатта славяндар был территорияла нығынған һәм славян булмаған халыҡты ассимиляцияға дусар иткән. Ошо осорҙан ҡала урындағы кенәздәргә, ә аҙаҡ — венгр-хорват короллегенә ҡараған.
1244 йылда ҡала Брод исеме аҫтында тәүге тапҡыр телгә алына.
XV быуатта төрөктәрҙән һаҡланыу өсөн нығытмалар төҙөлә. Әммә артабанғы төрөктәрҙең һөжүме барышында 1536 йылда Брод баҫып алына һәм 150 йылдан ашыу төрөктәр ҡулы аҫтында була. 1691 йылда Изге Рим империяһының төрөктәр менән алышында Брод Австрия ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә. Ҡаланың мосолман халҡы Боснияға китә.
Ошо мәлдән алып Сава Австрия менән Ғосман империяһының, шулай уҡ католиктар менән мосолмандар донъяһының сиге булып ҡала.
Ҡаланың сик торошо оборона ҡоролмаларын төҙөү зарурлығын тыуҙыра. XVIII быуатта принц Евгений Савойский планы буйынса ҡеүәтле яңы ҡәлғә төҙөлә, ул беҙҙең көндәргә тиклем яҡшы һаҡланған.
Австрия составында Брод йылдам үҫешә һәм эре сауҙа үҙәгенә әүерелә, уның аша Габсбургтар империяһы һәм көнсығыш донъя араһында тауар әйләнеше үтә. XIX быуатта Брод күп милләтле халыҡ була, хорваттарҙан тыш сербтар, венгрҙар, йәһүдтәр, босниялылар, немецтар, австриялылар йәшәгән.
Беренсе донъя һуғышынан һуң Брод бөтә посав төбәктәре менән бергә сербтар, хорваттар һәм словендар Короллегенең, һуңынан Югославия Короллегенең өлөшө була.
1934 йылда ҡала хәҙерге исемен ала (быға тиклем ул Брод йәғни Брод-на-Саве тип аталған).
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланың тирә -яғында антифашистик партизан отрядтары әүҙем эшләй. Ҡалаға көнбайыштағы союздаштар тарафынан бомбаға тотоу зыян килтерә, 1943—1944 йылдарҙа улар ҡалаға 27 көслө һөжүм яһай.
Һуғыштан һуң Славонски-Брод тергеҙелә һәм Хорватияның иң эре индустриаль үҙәктәренең береһе була.
1991 йылда Югославия тарҡалғандан һуң ҡала бойондороҡһоҙ Хорватияның өлөшө була. Бынан һуң башланған һуғышта Славонски-Брод етди зыян күрә. 1992 йылда Босния территорияһынан булған даими ут асыуҙарҙан һәм серб самолеттарының һөжүменән тыныс халыҡ араһында үлеүселәр була, сәнәғәт предприятиеларына һәм иҫтәлекле урындарға зарар килә. Хәрби хәрәкәттәр туҡтағандан һуң зыян күргән һәм емерелгән биналарҙың күп өлөшө тергеҙелә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- XVIII быуат ҡәлғәһе. Хорватияла барокко дәүеренең иң яҡшы һәм Австрияның элекке хәрби сигендә һаҡлаған иң ҙур ҡәлғә.
- Франциск монастыры — барокко стилендәге XVIII быуат ҡоролмаһы.
Славонски-Брод үҙенсәлекле фольклор тамашалары һәм хорват балалар яҙыусыһы, оҙаҡ ваҡыт Славонски-Бродта йәшәгән Иван Брлич-Мажураничҡа арналған балалар байрамы менән билдәле.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Великанович Иван (1723—1803) — хорват рухлы драматург, философ, дин белгесе, педагог. Францискансы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.dzs.hr/Hrv_Eng/publication/2011/SI-1441.pdf
- ↑ http://pop-stat.mashke.org/croatia-cities.htm
- ↑ Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlement — Статистическое бюро Хорватии, 2022.
- ↑ 4,0 4,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
- ↑ https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.
- ↑ Брод, ҡала // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славонски-Брод Онлине
- Туристический портал (хорв., англ.) 2006 йыл 23 май архивланған.
- Официальный сайт города
- Информация о городе 2006 йыл 10 август архивланған.
- Славонски-Брод @ net