Слитере (милли парк)
Слитере милли паркы | |
---|---|
латыш. Slīteres nacionālais parks | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 265 км2 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2000 йыл |
Урынлашыуы | |
57°37′27″ с. ш. 22°17′40″ в. д.HGЯO | |
Слитере Викимилектә |
Слитере[1] (лат.: Slīteres nacionālais parks) — Латвияның көнбайыш ярындағы Курзем өлкәһенең Талсин районындағы милли парк.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1910 йылда Рига тәбиғи тикшеренеүселәр йәмғиәте Рәсәй империяһының Ер төҙөлөшөнөң баш идаралығы алдында Морица (йәки Морицсала) утрауында ҡурсаулыҡ төҙөү буйынса мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Рөхсәт алына, шулай итеп, Курлянд губернаһы Виндав өйәҙе Усмас күлендәге Морица утрауында (майҙаны 80 гектар) Рәсәй империяһындағы беренсе ҡурсаулыҡ барлыҡҡа килә. Ул Латвия республикаһында ла, СССР-ҙа ла иң боронға ҡурсаулыҡ була[2].
1921 йылда Дундаг ҡалаһы ситендә 717 гектар майҙанлы Латвияла икенсе ҡурсаулыҡ «Залие Кални» (Йәшел түбә) ойошторола.
Һуңыраҡ «Залие Кални» нигеҙендә Латыш ССР-ның Талсин районында майҙаны 15 060 гектар булған «Слитере» ҡурсаулығы ойошторола, уға үҙенән бәләкәйерәк Вентспилс районындағы «Морицсала» (ул мәлдәге майҙаны 818 гектар) һәм Лиепай районындағы «Грини» (майҙаны 1076 гектар)[3] ҡурсаулыҡтары административ яҡтан буйһондорола.
2000 йылда элекке ҡурсаулыҡ нигеҙендә «Слитер» милли паркы ойошторола.
Хәҙерге заманда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Слитер» милли паркының майҙаны 265 км2 (шуның 101 кm² Балтик диңгеҙендә). «Слитер» Латвиялағы иң бәләкәй милли паркы.
Милли парк үҙенең киң япраҡлы урмандары менән дан тота, был урмандар яр буйы һыҙығын һәм боронғо ҡомло түбәләрҙең (латышса kangari тип йөрөтөлгән) уникаль комплексын һәм өлөшләтә һаҙмат менән баҫып алынған ҡомло түбәләр араһындағы уйпаттарҙы (vigas) ҡаплап тора. Киң япраҡлы урмандарҙың күпселек өлөшө «Залие Кални» (йәки Йәшел түбәләрҙә) урынлашҡан, геология күҙлегенән ҡарағанда, улар парктың танылған иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Меңәр йыл элек «Залие Кални» Балтика боҙлоҡ күлендә боронғо яр һыҙаты иҫәпләнгән.
Парктың яҡынса 30 % майҙаны ылыҫлы урмандар менән ҡаплаған. Парк флораһы юғары үҫемлектәрҙең һәм мүктәрҙең йөҙләп төрө менән байытыла. Шуларҙың 29 төрө Латвияла башҡа бер урында ла осрамай. «Слитер» милли паркы Балтика буйындағы ҡоштарҙың күсеү юлында ята. Шул сәбәпле парк — ҡоштарҙы күҙәтеү өсөн Латвияла иң яҡшы урындарҙың береһе. Латвияла булған ҡоштарҙың бөтә төрө лә «Слитер» милли паркында ла бар. Ҡоштарҙың көҙгө һәм яҙғы күсеү мәлендә сәғәтенә 60 меңгә тиклем ҡош миграцияһын күҙәтергә мөмкин. Милли паркта иң эре һөтимәр хайуандарҙан бүре, һеләүһен һәм мышы бар. Милли паркта бөжәктәрҙең һәм ер өҫтөндәге умыртҡаһыҙ йомшаҡ тәнлеләрҙең һирәк төрҙәре табыла, был үҫемлектәр донъяһының һәм йәшәү урынының күп төрлө булыуы менән бәйле аңлатыла. Балтик диңгеҙе яры буйында һоро тюленде осратырға мөмкин, һәм ҡайһы саҡ аҙ һанлы балдаҡлы нерпа ла күренеп ҡала.
«Слитер» милли паркы киләсәк хаҡына тарихи ливон ауылдарын яҡлап, Лив ярының (Līvõd Rãnda) ҙур ғына өлөшөн һаҡлай.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Kurzeme Northern
- http://www.slitere.gov.lv/en_territories_fauna.htm 2008 йыл 30 октябрь архивланған.
- Official Latvian Tourism Portal 2012 йыл 28 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 439. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ Заповедники СССР. Т. 1. М.: Гос. изд-во Географической литературы. 1951. 453 с.
- ↑ Энциклопедия «Советская Латвия» Рига: Главная редакция энциклопедий, 1985, стр. 102