Слован (хоккей клубы)
«Слован» Братислава | ||
Ил | Словакия | |
Ҡала | Братислава | |
Нигеҙләнгән | 1921 | |
Өй аренаһы | Словнафт арена | |
Лига | КХЛ | |
Дивизион | Бобров | |
Конференция | Көнбайыш | |
Баш тренер | Владимир Орсаг | |
Генераль менеджеры | Марош Крайчи | |
Капитан | Михал Серсен | |
Фарм-клубтары | ХК 36 (Словакия экстралигаһы) | |
Сайт | hcslovan.sk | |
|
«Сло́ван» Братисла́ва (HC Slovan Bratislava) — Словакияның баш ҡалаһы Братиславала урынлашҡан профессиональ хоккей клубы. 2012 йылдан Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клуб 1921 йылда CSK Bratislava исеме аҫтында нигеҙләнә. «Слован» атамаһы 1939 йылда бирелә. 1949—1952 йылдарҙа клуб Sokol NV тигән исемде йөрөтә, аҙаҡ йәнә «Слован» атамаһы ҡайтарыла. Иң әһәмиәтле уңыш командаға 1978/79 миҙгелдә килә, был ваҡытта клуб Чехословакия чемпионатында еңеү яулай.
Команда күп тапҡыр еврокубоктарҙа ҡатнаша: Европа чемпиондары кубогында 1979/80, Евролигала (1996/97 — 1999/2000), Континенталь кубокта (2000/01, 2002/03, 2003/04), Европа чемпиондары кубогында (2006, 2008), Чемпиондар лигаһында (2008/09), European Trophy (2011—2013).
2008 йылдың 30 сентябрендә «Слован» тәүге тапҡыр НХЛ клубы «Тампа Бэй Лайтнинг» менән осраша һәм буллиттар буйынса 2:3 иҫәбе менән еңелә[1][2].
2012 йылдың 29 мартында «Слован» 2012—13 миҙгелдә Континенталь Хоккей Лигаһына инеү өсөн рәсми ғариза бирә[3]. 2012 йылдың 19 майында клуб КХЛ-ға ҡабул ителә һәм унда 2012—2013 миҙгеленән алып ҡатнаша[4].
КХЛ-да сығыш яһау һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]У — үткәргән уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр һаны, ЕО — овертаймда еңеүҙәр, ЕБ — буллиттарҙа еңеүҙәр, БО — буллиттарҙа отолоуҙар, ОО — овертаймдарҙа отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар һаны, М — йыйылған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән һәм үткәргән шайбалар нисбәте, ДМ — даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса урыны
Миҙгел | У | Е | ЕО | ЕБ | БО | ОО | О | М | Ш | ДМ | Плей-офф |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2012-2013 | 52 | 17 | 3 | 8 | 5 | 0 | 19 | 78 | 124-127 | 13 | Беренсе раундта еңелә: 0-4 (Динамо М) |
2013-2014 | 54 | 15 | 3 | 6 | 3 | 1 | 26 | 67 | 120-160 | 21 | Плей-оффта уйнамай |
2014-2015 | 60 | 15 | 0 | 5 | 6 | 2 | 32 | 63 | 136-188 | 26 | Плей-оффта уйнамай |
2015-2016 | 60 | 21 | 3 | 8 | 1 | 3 | 24 | 89 | 154-148 | 15 | Беренсе раундта еңелә: 0-4 (ЦСКА) |
2016-2017 | 60 | 22 | 4 | 3 | 3 | 2 | 26 | 85 | 144-166 | 17 | Плей-оффта уйнамай |
Бөтәһе | 106 | 32 | 6 | 14 | 8 | 1 | 45 | 145 | 244-287 |
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Словакия экстралигаһы
- Чемпион (8 тапҡыр): 1998, 2000, 2002, 2003, 2005, 2007, 2008, 2012
- Көмөш миҙалы (2 тапҡыр): 1999, 2010
- Бронза миҙалы (5 тапҡыр): 1995, 1996, 2001, 2004, 2009
- Чехословакия хоккей лигаһы
- Чемпион (1 тапҡыр): 1979
- Көмөш миҙалы (8 тапҡыр): 1949, 1960, 1961, 1962, 1964, 1965, 1970, 1972
- Бронза миҙалы (9 тапҡыр): 1946, 1947, 1948, 1963, 1966, 1969, 1971, 1973, 1980
- Словакия хоккей лигаһы
- Чемпион (2 тапҡыр): 1941, 1942
- Көмөш миҙалы (2 тапҡыр): 1943, 1944
- Словакияның беренсе милли хоккей лигаһы
- Чемпион (2 тапҡыр): 1982, 1990
Халыҡ-ара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Европа чемпиондары кубогы
- Бронза миҙалы (1 тапҡыр): 1980
- Шайбалы хоккей буйынса континенталь кубогы
- Чемпион (1 тапҡыр): 2004
- Бронза миҙалы (1 тапҡыр): 2001
- Чемпион (3 тапҡыр)
- 1972, 1973, 1974
- Basel Summer Ice Hockey
- Чемпион (1 тапҡыр): 2010
- Steel Cup
- Чемпион (1 тапҡыр): 2016
Етәкселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Президент — Юрай Широки
- Башҡарма вице-президент — кесе Юрай Широки.
- Генераль менеджер — Марош Крайчи
- Спорт директоры — Олдржих Штефл
Тренер штабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баш тренер — Владимир Орсаг
- Тренер — Роман Стантиен
- Ҡапҡасылар тренеры — Том Баррассо
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 30 авгусына ҡарата хоккей клубының составы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ НХЛ. Контрольные матчи . Спорт-Экспресс. Дата обращения: 27 октябрь 2008. Архивировано 20 март 2012 года. 2012 йыл 10 сентябрь архивланған.
- ↑ НХЛ. Выставочные матчи. «Рейнджерс» разгромили «Берн», «Слован» уступил «Тампа-Бэй» по буллитам . Sports.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2008. Архивировано 20 март 2012 года.
- ↑ Братиславский связной
- ↑ «Лев», «Слован» и «Донбасс» получили разрешение играть в КХЛ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Слован (хоккей клубы) Викимилектә |
- Хоккей клубының рәсми сайты
- Фарид Бектемиров. Народная команда . Чемпионат.com (10 август 2012). Дата обращения: 17 август 2012. Архивировано 19 август 2012 года. 2012 йыл 16 август архивланған.