Словения

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Словения республикаһы
Republika Slovenija
Flag of Slovenia.svg Герб Словенияның
Флаг Герб
Гимн: «Zdravljica»
EU-Slovenia.svg
Словенияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа союзында (асыҡ йәшел)
Дата независимости 25 июнь 1991 йылда ҡабул ителгән (от Югославия)
Официальный язык словен
Столица Любляна
Крупнейшие города Любляна, Марибор, Целе, Крань, Веленье
Форма правления Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Борут Пахор
Янез Янша
Госрелигия Католицизм
Территория
• Всего
• % водной поверхн.
150-я в мире
20 253 км²
0,6
Халыҡ
• Оценка (2012)
Плотность

2 055 496 чел. (145-е)
101 чел./км²
ВВП (ППС)
  • Итого (2011)
  • На душу населения

58,979 млрд.[1] долл. (87-й)
29 179[1] долл.
ВВП (номинал)
  • Итого (2011)
  • На душу населения

52,430 млрд.[1] долл. (74-й)
25 939[1] долл.
Валюта Евро [2]
Интернет-домен .si
Код ISO SI
Код МОК SLO
Телефонный код +386
Часовые пояса +1

Словения (слов. Slovenija), рәсми исеме — Словения республикаһы (слов. Republika Slovenija) — Үҙәк Европалағы ил. 2004 йылдан Словения Европа Союзы ағзаһы. Көнбайышта Италия һәм Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Хорватия, көнсығышта Венгрия һәм төньяҡта Австрия дәләттәре менән сиктәш. Ил Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы - НАТО ағзаһы.

Административ бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Словен республикаһы 210 общинаға, уларҙың 11 ҡала статусына эйә.

Политик структура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Словения башлығы — президент, 5 йыл һайын һайлана. Башҡарма хакимиәт менән президент һәм министрҙар кабинеты идара итә. Министрҙар кабинетын парламент раҫлай.

Парламент ике палатанан тора: Словенияның дәүләт йыйылышы (слов. državni zbor) һәм дәүләт советы (слов. državni svet). Словенияның дәүләт йыйылышына 90 депутат һайлана. Словенияның дәүләт советы парламенттың юғары палатаһы функцияһын үтәй. Бында 5 йылға һайлаған 40 депутат ултырышта ҡатнаша.

2008 йылғы һайлауҙар буйынса Словенияның дәүләт йыйылышына ингән партиялар:

  • Социал-демократтар (слов. Socialni demokrati, SD) — үҙәк-һул йүнәлешле, 29 депутат
  • Словен демократик партияһы (слов. Slovenska demokratska stranka, SDS) — үҙәк йүнәлешле, 28 депутат
  • Хәҡиҡәткә(слов. Zares) — үҙәк-һул йүнәлешле, 9 депутат
  • Словенияның демократик пенсионерҙар партияһы (слов. Demokratična stranka upokojencev Slovenije, DeSUS) — үҙәк-һул йүнәлешле, 7 депутат
  • Словен милли партияһы (слов. Slovenska nacionalna stranka, SNS) — милли-һул йүнәлешле, 5 депутат
  • Словен халыҡ партияһы (слов. Slovenska ljudska stranka, SLS) — үҙәк-уң йүнәлешле, 5 депутат
  • Словен йәштәре партияһы (слов. Stranka mladih Slovenije, SMS) — үҙәк-һул йүнәлешле, Словен халыҡ партияһы менән берлектә
  • Словенияның либераль-демократияһы (слов. Liberalna demokracija Slovenije, LDS) — үҙәк-һул йүнәлешле, 5 депутат.

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса 1 964 мең кеше тәшкил итә, территорияһы — 20 253 км². Шул иҫәптән милли составы:

Халыҡтың яҡынса яртыһы ҡалаларҙа, ә ҡалғандары ауыл ерендә төбәкләнгән.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылғы перепись мәғлүмәттәре буйынса католиктар халыҡтың 57,8 % тәшкил итә, православиелылар — 2,3 %, протестанттар — 0,8 %, мосолмандар — 2,4 %.

Дәүләт байрамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1 һәм 2 ғинуар — Яңы йыл байрамы;
  • 8 февраль — Прешерн көнө;
  • 12 һәм 13 апрель — Пасха байрамы;
  • 27 апрель — Окупациға ҡаршы ихтилал көнө;
  • 1 һәм 2 май — Хеҙмәт байрамы;
  • 25 июнь — Милли көн;
  • 15 август — Успение Богородицы байрамы;
  • 31 октябрь — Реформация көнө;
  • 25 декабрь — Раштыуа байрамы;
  • 26 декабрь — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Report for Selected Countries and Subjects
  2. 2007 йылға тиклем — словен толары

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Һанлы исемлектең бер юлы