Смирнов Алексей Петрович
Смирнов Алексей Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 29 май (10 июнь) 1899[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 10 март 1974[2][1] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, РСФСР, СССР[2] |
Һөнәр төрө | тарихсы, археолог |
Эшмәкәрлек төрө | тарих һәм археология |
Эш урыны | Институт археологии РАН[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] һәм 1944 йыл |
Ғилми етәксе | Городцов Василий Алексеевич |
Аспиранттар | Фёдоров-Давыдов, Герман Алексеевич[d] һәм Владимир Антонович Оборин[d] |
Уҡыусылар | Фёдоров-Давыдов, Герман Алексеевич[d] һәм Владимир Антонович Оборин[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алексей Петрович Смирнов (29 май (10 июнь) 1899 йыл — 10 март 1974 йыл) — совет тарихсыһы һәм археологы, фин-уғыр һәм болғар археологияһы буйынса белгес. Тарих фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры. Дәүләт тарих музейы һәм СССР Фәндәр академияһы Археология институтының директор урынбаҫары. Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Сыуаш АССР-ы һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Советская археология» журналының редколлегия ағзаһы һәм баш мөхәррир урынбаҫары.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Петрович Смирнов 1899 йылда адвокат ғаиләһендә тыуа. 1916 йылда реаль училище тамамлап, шунан армия сафына алына. 1922 йылда Мәскәү дәүләт университетының йәмғиәт фәндәре факультетының археология бүлегенә уҡырға инә. Бүлектең етәксеһе билдәле археолог В. А. Городцов, уҡытыусыларҙың береһе профессор Ю. В. Готье була. Уларҙың икеһе лә А. П. Смирновҡа ҙур йоғонто яһай[3].
1926 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Йәмғиәт фәндәренең ғилми-тикшеренеү институттарының Рәсәй ассоциацияһына Археология һәм сәнғәтте өйрәнеү институтының археология бүлегенә аспирантураға уҡырға инә. 1929 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1944 йылда «Волга болғарҙары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1951 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты профессоры.
Археологик экспедициялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924—1937 йылдарҙа Мәскәү һәм Иваново өлкәләрендә, Краснодар крайында (Фанагория), Коми һәм Удмурт республикаларында (Иднакар, Сабанчикар, Дондыкар, Кушман ҡаласыҡтары, Бигер-Шай, Вужшай, Чемшай ҡәберлектәре).
1930 йылдар башында Смирнов Удмуртстанға үҙенең өсөнсө экспедицияһында Гордино ауылынан Иҙел болғары мосолманының ҡәбер ташын алып сыға (Рәсәйҙең төньяғында бындай һәйкәлдең әлегә тиклем табылғаны юҡ) һәм бының өсөн саҡ төрмәгә ултырмай, бары тик ОГПУ-ның һорауҙарына яуап биреп ҡотола һәм экспедиция етәксеһе булыуҙан ваҡытлыса ситләтелә.
1933 йылда Сувар археологик экспедиция етәксеһе.
1938 йылда — билдәле эштәренә нигеҙ булып торған Волга буйы Болғары эше буйынса Болгар ҡалаһында эшләй.
1957 йылда — Волга буйы археологик экспедицияһы етәксеһе.
1959 йылда — Алтын Урҙа ҡаласыҡтарын тикшереү буйынса экспедиция.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.03.1954)
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:
- Смирнов А. П. Очерки по истории волжских булгар // Труды Государственного исторического музея. — М., 1940. — Вып. XI. — С. 55-136.
- Смирнов А. П. Волжские Булгары / Государственный Исторический музей. — М.: Изд. ГИМ, 1951.
- Смирнов А. П. Очерки древней средневековой истории народов Среднего Поволжья и Прикамья. — М., 1952. — (Материалы и исследования по археологии СССР, № 28).
- Смирнов А. П. Железный век Башкирии. — М., 1958. — (Материалы и исследования по археологии СССР, № 28).
- Смирнов А. П. Железный век чувашского Поволжья. — М., 1961. — (Материалы и исследования по археологии СССР, № 95).
- Смирнов А. П. Скифы. — М.: Наука, 1966. — 200 с. — (Из истории мировой культуры). — 47 000 экз.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Архипов А. Г, П. Н. Старостин. Волга буйы халыҡтары тарихындағы роле тураһында өйрәнеү финноугорский а. п. смирнов // Волга Борон-Камья. — Казань, 1977;
- Б. Каховский В. Смирнов Алексей Петрович // Сыуаш энциклопедияһы;
- С. в. Кузьминых а. п. Смирнов кеүек тикшеренеүселәр бронза быуат Волга-Камья // а. п. смирнов һәм волга археологик мираҫ хәҙерге заман проблемаларын Ғилми-Камья: сб тез. докл. конф., посвящий. 100-летию со дня рождения а. п. Смирнов. — М., 1999;
- Смирнов Алексей Петрович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 9 июнь 2019)
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Овчинников В. А. п. смирнов а. боронғо һәм урта быуаттар тарихын өйрәнеүсе булараҡ, Волга-Уралью 2017 йыл 15 май архивланған.. Тарих фәндәре кандидаты диссертацияһын — Казань, 2008. — 300 б.;
- Овчинников в. а. боронғо һәм урта быуаттар тарихы Волга-совет ғалимдары хеҙмәттәрендә Уралью: а. п. Смирнов. Казань, 2008;
- Овчинников А. В. Научная и педагогическая деятельность историка А. П. Смирнова // Гасырлар Авазы - Эхо веков : Журнал. — 2007. — В. 1. — ISSN 2073-7483.(недоступная ссылка)
- Руденко а. к. волга буйы болғары Тарихына, археологик өйрәнеү. Ҡазан, 2014;
- Федоров-Давыдов Г. А. Смирнов Алексей Петрович Память // Волга Борон-Камья. — Казань, 1977;
- Хлебникова Т. А. А. П. Смирнов и Булгар // Татарская археология : журнал. — Ҡалып:Каз.: АН РТ, 1999. — № 1, 2 (4, 5). — С. 10—14.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Смирнов Алексей Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Г. А. Федоров-Давыдов К 70-летию Алексея Петровича Смирнова // Советская археология. — 1969. — № №4. — С. 117.
- 10 июндә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 10 мартта вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса тарихсылар
- СССР тарихсылары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Тарих фәндәре докторҙары