Смирнов Леонид Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Смирнов Леонид Иосифович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 8 март 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург
Вафат булған көнө 8 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө табип, ғалим
Эшмәкәрлек төрө нейрофизиология[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Смирнов Леонид Иосифович (18891955) — СССР ғалим-медигы һәм педагог, совет нейрофизиологияһына нигеҙ һалыусы, медицина фәндәре докторы (1933), профессор (1933), СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (1946).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Леонид Иосифович Смирнов 1889 йылдың 8 мартында Петербургта тыуған.

1900 йылдан алып 1905 йылға тиклем Петербург университетының физика-математика факультетында, 1910 йылдан 1915 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетында уҡый.

1915 йылдан 1920 йылға тиклем В.И. Муратов һәм Г.И. Россолимо етәкселегендә Петербург нервы ауырыуҙары клиникаһында ғилми-тикшеренеү эшендә ординатор вазифаһын башҡара. 1920 йылдан алып 1933 йылға тиклем Курск дауаханаһында нервылар бүлеге мөдире вазифаһында, Киев психиатрия дауаханаһында прозектор вазифаһында һәм Киев табиптар белемен камиллаштырыу институтының нервы ауырыуҙары клиникаһында ғилми-тикшеренеү эшендә гистологик лаборатория мөдире вазифаһында була.

1933 йылдан алып 1938 йылға тиклем фәнни-педагогик эштә 2-се Харьков медицина институтының психоневрология факультетында ғилми-тикшеренеү эшендә патологик анатомия кафедраһы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта Психоневрология акаедмияһында прозектор вазифаһын башҡара. 1938 йылда H. Н. Бурденко тәҡдиме буйынса Мәскәүгә күсерелә һәм 1938 йылдан 1955 йылға тиклем Үҙәк нейрохирургия институтында ғилми-тикшеренеү эшендә Морфология бүлеге мөдире вазифаһын башҡара[1][2][3].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Л. И. Смирновтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге нейрофизиология, морфология психик ауырыуҙар, шул иҫәптән шизофрения, топография өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле, топография, гистогенез һәм мейе ҡабығының гистологияһын, шулай уҡ арҡа һәм баш мейеһе шештәрен өйрәнә. Л.И.Смирнов етәкселегендә мейе йәрәхәте проблемаларын фундаменталь тикшеренеүҙәре эшләнә, унда тәүге тапҡыр баш һөйәге-мейе йәрәхәттәренән һуң баш мейеһендә патологик процестарҙың законлы эҙмә-эҙлелектең булыуын күрһәтә.

1933 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм уға ғилми профессор исеме бирелә. 1946 йылда СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты булып һайлана. Л. И. Смирновтың фәнни етәкселегендә һигеҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән алты монография, шул иҫәптән «Патологическая анатомия и патогенез травматических заболеваний нервной системы» (1947—1949) һәм «Гистология, гистогенез и топография опухолей мозга» (1951)(1951) монографиялары яҙыла[1][2][3].

Л.И.Смирнов 1955 йылдың 8 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була, Дон зыяратында ерләнә.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эпидемические заболевания нервной системы 1919—1921 годов / Д-р Л. И. Смирнов. — Курск : Курск. губздрав, 1923.
  • Основы морфологии нервной системы в нормальном и патологическом состояниях / Проф. Л. И. Смирнов. — Харьков : Госмедиздат УССР, 1935. — 1 т.
  • Патологическая анатомия и патогенез травматических заболеваний нервной системы / Проф. Л. И. Смирнов ; Акад. мед. наук СССР. Ин-т нейрохирургии им. Н. Н. Бурденко. — Москва : Изд-во Акад. мед. наук СССР, 1947—1949 (Центр. тип. им. Ворошилова). — 2 т.
  • Гистогенез, гистология и топография опухолей мозга / Проф. Л. И. Смирнов. — Москва : Медгиз, 1951—1959. — 2 т.
  • Опухоли головного и спинного мозга. — Москва : Медгиз, 1962. — 188 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 23. — 576 б.
  2. 2,0 2,1 Бахтияров В. А. К 80-летию со дня рождения члена-кор-респондента АМН СССР профессора Л. И. Смирнова / Архив патологии // М.: 1969. — № 9 (31) — С.78
  3. 3,0 3,1 Гиляровский В. А. Творческий путь Л. И. Смирнова в разрешении задач патологической морфологии и патологии / Журнал невропатии и психиатрии // М.: 1956. — Т.56 — С.660

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]