Смольный монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монастырь
Воскресенский новодевичий Смольный монастыры
Ансамбль монастыря
Ансамбль монастыря
Ил Рәсәй
Город Санкт-Петербург Санкт-Петербург
Координаталар 59/56/55/N/30/23/42/E
Архитектор Растрелли Бартоломео Франческо
Нигеҙләнгән 1744 йыл
Төп ваҡиғалар:
1748—1754
Статус
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781520269060006 (ЕГРОКН)
объект № 7810656000 (БД Викигида)
Бөгөнгө хәле ғәмәлдән сығарылған
Вертолет бортынан фотоға төшөрөлгән Смольный монастыры ансамбле

Васкресенский новодевичий[1] Смольный монастыры — ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, Санкт-Петербург ҡалаһында 17441764 йылдарға тиклем эшләгән. Был йылдарҙа монастырь император Елизавета Петровнаның шәхси күҙәтеүе аҫтында төҙөлә, ул ғүмеренең һуңғы йылдарын монастырҙағы тыныс тормошта үткәрергә теләп, был монастырҙы төҙөтә.

1848 йылғы Николай Беренсе указы буйынса яңы ҡатын-ҡыҙҙар монастыры булдырыла, уны шул уҡ исем менән — Воскресенский Новодевичий монастыры — атайҙар.

Тарихы һәм архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Алексеевна Смольный ихатаһындағы (уны Смольный йорто тип тә йөрөткәндәр, йәшерәк сағында батшабикә был йортта йәшәгән була) ҙур булмаған монастырь төҙөргә ҡуша. Монастырь комплексында бер нисә өй, сиркәүле ғибәҙәтхана торорға тейеш була, комплекс эсенә бик бейек ғибәҙәтхана манараһы, шулай уҡ дворян ғаиләләренән сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн институт та ингән.

Батша һарай архитекторы Растрелли Бартоломеоға монастыь проектын эшләргә ҡуша. Смольный соборына нигеҙ ташы 1748 йылдың 30 октябрендә һалына, һәм ансамбль нигеҙен төҙөгәндән һуң, монастырь тирәләй диуар күтәртелә. Был эштәргә 1751 йылдың майында тотонғандар. Тиҙҙән Рәсәй- Пруссия араһында һуғыш башлана, шуның арҡаһында төҙөлөш эштәре бик аҡрын бара, сөнки уның финанслауға сығымдар етмәй.

«Тол ҡатындар йорт»онда йәшәгән 14 монах ҡатындың һуңғыһы үлгәндән һуң, 1797 йылда монастырь бөтөрөлә. Элекке монастырҙың соборы архитектор Стасов Василий тарафынан бары тик 1835 йылда ғына төҙөлөп бөтә. Соборҙың бейек манараһы монастырь ансамблендә үткәрелгән анализдан һуң төҙөлмәй ҡала [2]. 1923 йылға тиклем соборҙа ғибәҙәт ҡылыу дауам итә.

Аҫыл ҡыҙҙар институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1764 йылда Екатерина Икенсе монастыры эргәһендә Аҫыл ҡыҙҙар институтын ойоштора (институтты асыу 1764 йылдың 28 июнендә үткәрелә); план буйынса институт ҡыҙҙарын тәрбиәләү менән сит монастырҙарҙан бында килгән ҡатын-ҡыҙ монахтар шөғөлләнергә тейеш була. Әммә уларҙың күбеһе педагогик эшмәкәрлеккә һәләтһеҙ була, һөҙөмтәлә, «Екатерина II, ахырҙа, монастырҙың киләсәге юҡ, тип танырға мәжбүр була»[3].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XXI быуатта элекке монастырь бинаһында төрлө учреждениелар урынлашҡан, шул иҫәптән СПбДУ-ның социология, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеттары, шулай уҡ 2009 йылдан алып Санкт-Петербург дәүләт университетының политология факультеты урынлашҡан.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Иван Пушкарёв. Описание Санктпетербурга и уездных городов С.-Петербургской губернии. — СПб.: Издано собственнымъ иждивеніемъ автора, 1839. — С. 157. — 240 с.
  2. Ефимов В. Заметки о строительстве Смольного монастыря в Петербурге. // Ардис: архитектура, реставрация, дизайн и строительство : журнал. — № 1, 2(45). — 2010.
  3. Воскресенскій Новодѣвичий монастырь въ С.-Петербургѣ. // Правительственный вѣстникъ. — 4 (16) ноября 1892. — № 241. — С. 2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Воскресенские монастыри // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Сойкин П. П. Смоленский Воскресенский ныне упраздненный монастырь // Православные русские обители: Полное иллюстрированное описание православных русских монастырей в Российской Империи и на Афоне. — СПб.: Воскресение, 1994. — С. 187. — 712 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-88335-001-1.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Воскресенский Новодевичий монастырь
  • Смольный институт
  • Смольный собор