Собханғолов Абдрахман Собханғол улы
| Собханғолов Абдрахман Собханғол улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1922 |
| Тыуған урыны | Яҡшембәт |
| Вафат булған көнө | 15 октябрь 1943 |
| Вафат булған урыны | Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Һөнәр төрө | яугир, Элемтәсе ауылы |
| Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Собханғолов Абдрахман Собханғол улы (рус. Субхангулов Абдрахман Субхангулович 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1943 йылдың 15 октябрендә Украинала барған һуғышта хәбәрһеҙ юғала.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собханғолов Абдрахман Собханғол улы 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының элемтә отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 15 октябрендә Украинаның Чернигов өлкәһендә барған аяуһыҙ һуғыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғала[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡыҙылармеец Собханғолов Абдрахман Собханғол улының Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында йәшәүсе атаһы А. С. Собханғолов күрһәтелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. СУБХАНГУЛОВ Абдрахман Субхангулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Субхангулов Абдрахман Субхангулович Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 245