Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 11 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны РСФСР, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Иҫке Ҡорос ауылы
Вафат булған көнө 10 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Дүшәнбе
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө Һандар теорияһы һәм Математик анализ
Эш биреүсе Таджикский национальный университет[d]
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Самаркандский государственный университет[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (11 апрель 1920 йыл — 10 сентябрь 1976 йыл) — СССР-ҙың ғалим-математигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғәлим Әкрәм улы Собханҡолов 1920 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһы Бəлəбəй өйəҙенең Иҫке Ҡорос ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы)[1] тыуған. 1936 йылда эшселәр факультетын тамамлай һәм Үзбәк ССР-ының Сыраҡсы районында башланғыс мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башынан — фронтта, ауыр яраланғандан һуң, 1943 йылда демобилизациялана; Бохара педагогия институтында уҡыуын дауам итә.

1947 йылда Үзбәк дәүләт университетын, 1950 йылда — шул уҡ университет аспирантураһын тамамлай.

1954—1976 йылдарҙа Тажик университетында (1968—1970 йылдарҙан тыш, ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы мөдире булып эшләй) уҡыта: факультет деканы, функциялар теорияһы һәм математик анализ кафедраһы мөдире булып эшләй.

СССР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының Математика буйынса методик советы ағзаһы була. Тажик ССР-ының Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағындағы Фәнни-техник совет рәйесе, Тажик университетының Ғилми советы ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1963 йылда СССР Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында «Таубер теоремалары һәм уларҙың ҡулланылышы» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1964 йылдан — профессор.

Төп тикшеренеү йүнәлештәре:

  • арифметик коэффициентлы дəрəжəле рəттəрҙең сик ҡиммəттəре, уларҙы һандар теорияһының аддитив мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡулланыу;
  • тура һәм кире аддитив мәсьәләләр;
  • бөтөн функцияның нулдәрен төркөмләү һәм ортогональ рəттəрҙең сикләмәгә яҡынлашыу тиҙлеген һәм ҡушылыусанлығын тикшереү;
  • рәттәр һәм тапҡырлы рәттәр өсөн Фату тибындағы, Таубер тибындағы теоремаларҙы, Стилтьес үҙгәртеүҙәре өсөн, уларҙың ортогональ рəттəрҙең сикләмәгә яҡынлашыуын тикшереүгә ҡулланылыуын иҫәпкә алып, интегралдар һәм комплекслы Таубер теоремаларын сығарыу
  • ҡалдыҡлы Таубер теоремалары теорияһы һәм уларҙы ҡулланыу.

Мәғәлим Собханҡолов иҫбат иткән теоремалар бик күп төрлө, улар төрлө йүнәлештәге тикшеренеүҙәр предметын киңәйтә һәм тәрәнәйтә. Уның баҫтырып сығарған һөҙөмтәләре ҡыҙыҡлы ҡулланылыш таба: спектраль теорияла (Б. М. Левитан хеҙмәттәрендә), һандар теорияһында (Б. М. Левитан һәм А. В. Малышева хеҙмәттәрендә), киң хеҙмәтләндереү теорияһында (Э. Г. Самандаров хеҙмәттәрендә) һ. б.

Ғалим ҡалдыҡлы быуынлы Фату торемаһы тибындағы теоремаларҙы, функцияларҙың киң класы өсөн, эйəртеүле Фурье һəм тапҡырлы тригонометрик рəттəрҙең һәм уларға эйәртеүле тапҡырлы рәттәрҙең сиклəмəгə яҡынлашыу тиҙлеген һəм суммаһын табыу һ.б. тикшеренеү өсөн ҡулланыу буйынса бик күп ҡыҙыҡлы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән «Ҡалдыҡлы Таубер теоремалары» монографияһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • СССР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы
  • Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (өс тапҡыр)
  • Тажик ССР-ы Халыҡ мәғарифы министрлығының Маҡтау грамоталары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]