Совет-литва һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Совет-литва һуғышы
Рәсем
Урынлашыу Литва
Ваҡиға ваҡыты декабрь 1918
Башланыу датаһы декабрь 1918
Тамамланыу датаһы август 1919
Участник(и) Литва, Веймар Республикаһы, РСФСР һәм Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы[d]

Совет-литва ҡораллы конфликты йәки Совет-литва һуғышы (лит. karas su bolševikais) — РСФСР-ҙың һәм 1918—1919 йылдарҙа Литва һәм баҫҡынсы немецтар араһындағы ҡораллы конфликт. Конфликт Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының, атап әйткәндә, РККА-ның көнсығыш фронты буйынса һөжүменең бер өлөшө булып тора.

Ҡыҙыл армия һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорус операцияһы һөҙөмтәһендә 1918 йылдың 12 декабрендә Ҡыҙыл Армия частары, атап әйткәндә: 18-20 мең кеше тәшкил иткән Псков дивизияһы (һуңынан Литва), Интернациональ дивизияһы һәм 17-се дивизия Литва сигенә яҡынлаша. Һуңғараҡ РСФСР-ҙан тағы ла бер нисә часть ебәрелә, тыл отрядтары ойошторола. РККА аҙыҡ-түлек һәм аттар менән бик насар тәьмин ителә була, шуға күрә һалдаттар уларҙы ливаларҙың тартып алырға мәжбүр булалар. Литва армияһы баштараҡ ғәскәрҙәренең аҙ һаны һәм насар әҙерлеге арҡаһында етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмай.

РККА ҡала артынан ҡала яулай: 22 декабрҙә Езероыс һәм Свенцяны баҫып алына, 23 декабрҙә — Утена, 27 декабрҙә — Рокишкис, 5 ғинуарҙа — Вильнюс, 9 ғинуарҙа Укмерге һәм Паневежис, 15 ғинуарҙа — Шяуляй, 25 ғинуарҙа- Тельшяй. Һөҙөмтәлә, Литваның 2/3 өлөшө яулап алына. РККА-ның һөжүме латыш һәм герман ғәскәрҙәре уға ҡаршы Вента йылғаһында һөжүм иткәндән һуң ғына тотҡарлана. 18 ғинуарҙа совет һәм немец ғәскәрҙәре демаркацион һыҙаттарын билдләгән килешеү төҙөйҙәр. Шуға күрә Ҡыҙыл Армия Каунасҡа туранан-тура һөжүм итә алмай.

Каунасты ҡамау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әрме сафтарында пландар солғанышында

Каунасты ҡамау буйынса операция 7 февралдә башлана. Псков дивизияһының 1000 һалдаты Кедайняй ҡалаһы һөжүм итәләр, әммә көслө ҡаршылыҡҡа осрайҙар. Литвалар Кедайняйҙа тотоп ҡалалар ошо ваҡытта уҡ улаға ярҙамға немец ғәскәрҙәре килеп етә. 10 февралдә ,литва-немец ғәскәрҙәре Шту ҡалаһын баҫып ала һәм РККА-ны сигенергә мәжбүр итә. Артабан башҡа ҡалаларҙа Паневеж литва ирекле полкы уңышлы сабаулдар үткәрә. Әлеге сабауылдар маҡсаты — большевиктарҙы ҡурҡытыу, урындағы халыҡты үҙ яғына ауҙарыу. Литва операцияларының уңышы литваларҙың рухын күтәрә. РККА Каунасты көньяҡтан яулап алырға мәжбүр итә.

9 февралдә РККА-ның 7-се уҡсылар полкы (900 кеше) Езнасты баҫып ала, ә 12 февралдә Алитусҡа һөжүм итә. 10 февралә 300 дитва кешелре көтмәгәндә РККА-ны һөжүм итергә маташалар, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарыйҙар һәм сигенәләр. 13 февралдә литва-немец ғәскәрҙәре РККА-нан Езнасты тартып ала. 14 февралдән 15 февралгә ҡарата төндә немецтар литва ирекмәндәре ярҙамында Алитусты кире ҡайтарып алалар. Шулай итеп. совкт ғәскәрҙәре Каунасты яулай алмай һәм обороналау позицияларын төҙөй башлайҙар. Литва ғәскәрҙәре был ваҡытты бушҡа үткәрмәй, контрһөжүмдәргә әҙерләнә.

Литва-немец армияһы контратакаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поляк (күк уҡтар), литва-немец (миләүшә уҡтар) һәм латыш (аҡ уҡтар) ғәскәҙәре. Күк һыҙы — 1920 йылдың майындағы поляк фронты.

Литваның төньяҡ өлөштәре РККА контроле аҫтында ҡала. Литва коммунистары Жемайтияла әүҙем булалар. Шауляйҙа улар элекке урыҫ әсирҙәренән һәм немец дезертирҙарынан торған 1000 кешенән полк ойошторалар, уның етәксеһе итеп Ф. Р. Балтушис-Жемайтис тәғәйенләнә. Шулай уҡ был төбәктә Литва милли хөкүмәте яҡлы партизандар барлыҡҡа килә, улар П. Плехавичюс етәкселегендә берләшә.

РККА-ның Көнсығыш Пруссияға табан хәрәкәте герман штабын борсоуға һала, шуға күрә ул Р. Гольц етәкселегендә ирекмәндәр отрядын Лиепай, Мажейкяй, Радвилишкис һәм Кедайняйҙе тоташтырған тимер юлдарын азат итеү өсөн ебәрә. Былар барыһы ла немецтарҙың һөжүм планына инә. Февраль аҙағында немец ғәскәрҙәре һәм литва партизандары Мажейкяй һәм Седаны яулай, большевиктарҙы Куршенайға тиклем эҙәрлекләй. Март уртаһында немецтәр Куршенай, Шяуляй, Радвилишкис, Шедува һәм Йонишкисты яулап ала. 5 мартта Литвала мобилизация иғлан ителә. 3 майға армияла офицерҙар һаны 440, рядовойҙар 10 729 кеше тәшкил итә. Әммә уларҙың яртыһы тиерлек һуғышҡа әҙерлеге булмай. Яңы форма индерелә. 22 мартта Паневеж ирекле полк Айырым Паневеж батальоны итеп үҙгәртелә. Паневежис ҡалаһы март-апрель айҙарында бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә.

Беренсе литва һөжүме 1919 йылдың 3 — 8 апрелендә үткәрелә. Вильнюсҡа, Алитустан Даугайға тиклем көньяҡта һәм Кайшядористан Жасляйға тиклем һөжүмдәр ойошторола. Был ваҡытҡа немец ғәскәрҙәре алыштарҙа ҡатнашмай башлай. Баштараҡ уларҙың һөжүмдәре уңышлы булһа, һуңғараҡ РККА уларҙы туҡтатыуға өлгәшә.

1919 йылдың мартында конфликтҡа Польша ҡушыла. Поляк армияһы литваларға ла, РККА-ға ла ҡаршы һуғыша. Поляктарҙың һөжүме литваларҙы стратегияһын үҙгәртергә мәжбүр итә. Литва штабы начальнигы С. Жукаускас һөжүмде төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә планлаштыра. Һөжүм маҡсаты — Укмерге ҡалаһын яулау. 3 майҙа Айырым Паневеж полкы һәм 18-се немец ирекле полкы ҡаланы яулайҙар. Операция литвалар өсөн бик уңышлы үтә: әсирлеккә 500 большевик алына. 7 майҙа Жукаускас баш командующий вазифаһына тәғәйенләнә һәм армияны яңынан ҡора башлай.

Литва һөжүме 1919 йылдың май-июнендә. . Алһыу һыҙат — 1990 йылдарҙан Литва сиге.

18 майҙа литвалар Куркляй һәм Аникщяйҙе, 19-нан 23 майға тиклем — Паневежисты, 2 июндә Утянаны ҡайтарып алалар. Бынан һуң немец ирекмәндәре литваларға ярҙам итеүҙе туҡтаталар, әммә уларға ярҙамға литва партизандары килә. 12 һәм 20 июндә РККА шулай ҙа уңышлы һөжүмдәр үткәрә, һәм фронттағы хәлдәр яйға һалына.

Шул уҡ ваҡытта, Литваның төньяҡ-көнсығышында алыштар дауам итә, Литва менән Польшаның үҙ-ара мөнәсәбәттәре ҡабаттан насарая, башлыса Вилбнюс тирәһендәге территориаль дәғүәләр арҡаһында, һәм был һуңғараҡ тағы ла бер поляк-литва ҡораллы конфликтына килтерә.

Аҙаҡҡы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поляктар РККА өсөн яңы хәүеф тыуҙырыу арҡаһында, совет-литва фронты бер ай тирһәе тымып ҡала, һәм совет ғәскәрҙәре әлеге килеп сыҡҡан өҙөклөктө частарҙы ҡороп үҙгәртеү һәм уларҙы тулалыдырыу өсөн файҙаланалар. Был ваҡытта литва ғәсәкрендә ике пехота полкы һәм биш айырым батальон була, РККА-ла алты полк һәм бер айырым батальон. литавалар, поляктар менән бергәләшеп, 9 августа Даугавпилсҡа һөжүм итергә әҙерләнәләр, әммә һөҙөмтәлә был аҙымға барырға баҙнат итмәйҙәр.

Укмергеләге ғәскәрҙәр Зарасай тирәһендә әүҙем хәрби ғәмәлдәрҙе беренсе булып башлайҙар һәм артабан яҡынса 30 километр юл үтәләр. Паневежистағы ғәскәрҙәр поляктар менән бергә 26 августа тимер юлы буйлап Турмантуға ыңғайлайҙар, һәм РККА , фронтты ҡыҫҡартып, төньяҡҡа табан Даугава йылғаһы аша сигенә башлай. 31 августа Даугаванан көньяҡҡа ҡарай РККА Гриваны (Даугава биҫтәһе)ғ ына үҙ контроле аҫтында тота, әммә һуңынан уны ла юғалта.

Шулай итеп, сентябрҙә Литва территорияһында Ҡыҙыл Армия ҡәскәрҙәре булмай, литва ғәскәрҙәренән уларҙа Даугава айырып тора, Литва менән хәрби ғәмәлдәр туҡтатыла.

Тыныслыҡ килешеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби ғәмәлдәр тамамланғандан һуң бер йыл үткәс кенә килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ališauskas, Kazys (1953–1966), "Lietuvos kariuomenė (1918–1944)", «Lietuvių enciklopedija», vol. XV, Boston, Massachusetts: Lietuvių enciklopedijos leidykla, Ҡалып:LCC  Ҡалып:Lt icon
  • Blaževičius, Kazys (2004), «Lietuvos laisvės kovos 1919-1923 metais», vol. 88  Ҡалып:Lt icon
  • Čekutis, Ričardas (2007), «Laisvės kryžkelės. 1918–1920 m. laisvės kovos», Bernardinai.lt  Ҡалып:Lt icon
  • Čepėnas, Pranas (1986), «Naujųjų laikų Lietuvos istorija», vol. II, Chicago: Dr. Griniaus fondas  Ҡалып:Lt icon
  • Davies, Norman (1998), «Europe: A History», HarperPerennial 
  • Davies, Norman (1982), «God's Playground: A History of Poland», vol. II, Columbia University Press 
  • Eidintas, Alfonsas (1999), «Lithuania in European Politics: The Years of the First Republic, 1918–1940», New York: St. Martin's Press 
  • Jēkabsons, Ēriks (2006), «Lietuvos kariuomenė Ilūkstės apskrityje 1919–1920 metais», vol. XXI 
  • Kamuntavičius, Rūstis (2001), «Lietuvos istorija 11–12 klasėms», Vilnius: Vaga  Ҡалып:Lt icon
  • Lane, Thomas (2001), «Lithuania: Stepping Westward», Routledge  Ҡалып:Lt icon
  • Langstrom, Tarja (2003), «Transformation in Russia and International Law», Martinus Nijhoff Publishers 
  • Lesčius, Vytautas (2004), «Lietuvos kariuomenė nepriklausomybės kovose 1918–1920», Vilnius: General Jonas Žemaitis Military Academy of Lithuania  Ҡалып:Lt icon
  • Łossowski, Piotr (1966), «Stosunki polsko-litewskie w latach 1918–1920», Warsaw: Książka i Wiedza  Ҡалып:Pl icon
  • MacQueen, Michael (1998), «The Context of Mass Destruction: Agents and Prerequisites of the Holocaust in Lithuania», vol. 12 
  • Raštikis, Stasys (1973), «Kovos dėl Lietuvos nepriklausomybės 1918–1919», vol. 2  Ҡалып:Lt icon
  • Rauch, Georg von (1970), «The Baltic States: The Years of Independence», University of California Press 
  • Senn, Alfred Erich (1962), «The Formation of the Lithuanian Foreign Office, 1918–1921», vol. 3 
  • Skirius, Juozas (2002a), «Gimtoji istorija. Nuo 7 iki 12 klasės», Vilnius: Elektroninės leidybos namai  Архивная копия от 3 марта 2008 на Wayback Machine Ҡалып:Lt icon
  • Skirius, Juozas (2002b), «Gimtoji istorija. Nuo 7 iki 12 klasės», Vilnius: Elektroninės leidybos namai  Архивная копия от 3 марта 2008 на Wayback Machine Ҡалып:Lt icon
  • Snyder, Timothy (2004), «The Reconstruction of Nations: Poland, Ukraine, Lithuania, Belarus, 1569–1999», Yale University Press 
  • Truska, Liudas (1995), «Lietuvos Respublikos prezidentai», Vilnius: Valstybės leidybos centras  Ҡалып:Lt icon
  • White, James D. (1994), «National Communism and World Revolution: The Political Consequences of German Military Withdrawal from the Baltic Area in 1918–19», vol. 8