Совет Рәсәйенең Ҡораллы Көстәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Совет Рәсәйенең Ҡораллы Көстәре
Рәсем
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Һуғыш/алыш Совет-поляк һуғышы

Совет Рәсәйенең Ҡораллы Көстәре[1][2] — РСФСР-ҙың үҙаллы дәүләт булараҡ ҡораллы көстәре, 1918—1923 йылдар осоронда.

Хәрби идара органдарынан, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһынан (РККА) , Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл флоттан (РККФ) тора. 1923 йылда СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре тип үҙгәртелә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың 26 октябрендә Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезының «Халыҡ комиссарҙары советын ойоштороу тураһында» декреты менән Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса комитетын ойоштора, 27 октябрҙә ул хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса Халыҡ комиссарҙары советы (ХКС) тип үҙгәртелә. 1917 йылдың йылдың 23 ноябрендә уның нигеҙендә РСФСР-ҙың хәрби эштәр буйынса Халыҡ комиссариаты ойошторола, ә 1918 йылдың февралендә шулай уҡ РСФСР-ҙың диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссариаты[3].

Башта совет хөкүмәте иҫке армияның демократлаштырыу һәм демобилизациялау сәйәсәтен үткәрә. Халыҡ Комиссарҙары Советы 1918 йылдың 15 (28) ғинуарындағы декретына ярашлы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһын төҙөй, ә 1918 йылдың 29 (11 февраль) ғинуарында ирекле нигеҙҙә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл флотын төҙөү тураһында декрет ҡабул итә. Ҡыҙыл армия менән туранан-тура етәкселек итеү өсөн Бөтә Рәсәй коллегияһы булдырыла. Әммә 1918 йылғы герман һәм австрия-венгрия армияларының һөжүме большевиктарҙы ашығыс рәүештә үҙ регуляр армияһын булдырыуға этәрә[4].

1918 йылдың 4 мартында хәрби хәрәкәттәр һәм армия ойоштороу менән етәкселек итеү өсөн Юғары хәрби совет булдырыла. 8 апрелдә Халыҡ Комиссарҙары Советы хәрби эштәр буйынса волость, өйәҙ, губерна һәм округ комиссариаттарын ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә, 8 майҙа Ҡыҙыл армияһын төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй коллегияһы урынына Бөтә Рәсәй баш штаб (Всероглавштаб) булдырыла. Яңы орган ғәскәрҙәрҙең мобилизациялау, ойошторолоу, урынлаштырыу һәм өйрәтеү мәсьәләләрен хәл итә торған юғары башҡарма орган була. Бөтә Рәсәй Башҡарма комитеты (ВЦИК) декретына ярашлы 22 апрелдә хеҙмәтсәндәрҙең дөйөм хәрби уҡыуы (Всевобуч) индерелә, командирҙар составын һайлау системаһын юҡҡа сығара. Командирҙар вазифаһына армияла һәм флотта элекке офицерҙар һәм генералдар (военспецтар) йәлеп ителә башлай, бер үк ваҡытта хәрби комиссарҙар институты барлыҡҡа килә[5].

1918 йылдың ғинуарынан майына тиклем Ҡыҙыл армия һәм Ҡыҙыл флот ирекмәндәр менән тулыландырыла, булдырылған частарҙың һаны артыҡ ҙур булмай, 1918 йылдың апреленә Ҡыҙыл армияла барлығы 196 мең кеше иҫәпләнә. Граждандар һуғышы шарттарында регуляр армия булдырыу маҡсатында 1918 йылдың 10 июлендә Советтарҙың V-се Бөтә Рәсәй съезы 18 йәштән 40 йәшкә тиклемге хеҙмәтсәндерҙең дөйөм хәрби йөкләмә нигеҙендә «Ҡыҙыл армияһын ойоштороу тураһында» ҡарар ҡабул итә. Мотлаҡ хәрби хеҙмәтенә күсеү Ҡыҙыл армияның һанын тиҙ арала арттырыу мөмкинлеге бирә. 1918 йылдың сентябрь башында уның составында 550 мең кеше иҫәпләнә.

1918 йылдың 6 сентябрендә Совет республикаһын ойоштороу менән бер үк ваҡытта Юғары хәрби советы урынына хәрби властының юғары органы булған Республика Революцион хәрби советы (Реввоенсовет, РВСР) төҙөлә. Уның функцияларына ғәскәрҙәрҙең оператив һәм идара итеү функциялары инә. Бер үк ваҡытта ғәмәлдәге армия етәксеһе һәм РВСР ағзаһы булған Республика Бөтә Ҡораллы Көстәре баш командующийы вазифаһы булдырыла. 1918 йылдың сентябрендә хәрби эштәр буйынса Наркоматтың функциялары һәм шәхси составы, ә 1918 йылдың декабрендә шулай уҡ диңгеҙ эштәре буйынса комиссариаттың да (уның аппараты Дингеҙ бүлеге сифатында инә) РВСР-ға тапшырыла. Ноябрь айында ойошторола Республика Реввоенсоветының главкомға буйһонған һәм ғәскәрҙәрҙең әҙерләүе һәм хәрби ғәмәлдәр менән шөғөлләнгән Ялан штабы булдырыла. 1918 йылдың аҙағына башлыса үҙәк хәрби аппаратын төҙөү тамамлана һәм ул Граждандар һуғышының аҙағына тиклем ҡораллы көстәр менән бик һөҙөмтәле идара итә[6][7].

1919 йылдың 1 июнендә Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитеты (ВЦИК) «Рәсәй, Украина, Латвия, Белоруссия һәм Литва Совет республикаларының хәрби көстәрен берләштереү тураһында» декретын ҡабул итә. Хәрби ойошманың һәм хәрби командованиеның берҙәм үҙәген берләштереү маҡсатында Хәрби ойоштороу-хужалыҡ союзы булдырыла. Ҡыҙыл армияһының һәм Ҡыҙыл флоттың һаны 1919 йылдың майынан 1920 йылдың мартына тиклем 1,6 миллион кешенән 2,6 миллион кешегә тиклем арта. 1921 йылдың 10 февралендә Бөтә Рәсәй баш штабы һәм Республиканың Революцион хәрби советы (РВС) берләшмәһе РККА-ның Штабын булдыра.

1919 йылдың июнендә Республика Революцион хәрби советының Диңгеҙ бүлеге бөтөрөлә. Республиканың бөтә Диңгеҙ эштәре менән Командующийы вазифаһы булдырыла, уға Республиканың бөтә диңгеҙ эштәре буйһона, уның янында штаб ойошторола. Командующийҙың штабы 1920 йылдың июлендә Республиканың бөтә Диңгеҙ эштәре Штабы итеп үҙгәртелә, ә 1922 йылда — Республиканың Диңгеҙ штабына.

1920 йылдың 1 ноябренә Ҡыҙыл Армияла 5,5 миллион кеше иҫәптә була. 1917 йылдың октябренә 200 мең кеше тәшкил иткән офицер корпусынан Ҡыҙыл Армияла һәм флотта граждандар һуғышы осоронда, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 43 меңдән 75 меңгә тиклем хеҙмәт иткән. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң демобилизация үткәрелә һәм 1923 йылдың башына хәрбиләрҙең һаны 600 мең кешегә тиклем кәметелә.

Идара итеү органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылға ҡарата хәрби етәкселектең һәм үҙәк хәрби идаралыҡтың түбәндәге системаһы барлыҡҡа килә. Ил оборонаһы менән етәкселек, Ҡораллы Көстәрҙе төҙөү РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙарының Советы ҡарамағында була. Властың Ғәҙәттән тыш органы — Эшсе һәм Крәҫтиән Оборонаһы Советы (1920 йылдың апреленән — Хеҙмәт һәм Оборона Советы) бөтә учреждениелар һәм ойошмалар эшмәкәрлеген берләштереү, Республиканың Ҡораллы көстәренең һәм оборонаһын нығытуына ресурстарҙы туплау бурыстарын башҡара.

Республика Реввоенсоветы туранан-тура Ҡораллы көстәре, шулай уҡ хәрби һәм диңгеҙ ведомстволары менән етәкселек итә. Ғәмәлдәге армия менән оператив-стратегик етәкселек Баш командующийға йөкмәтелә, шул уҡ ваҡытта ул үҙе Респубика Революцион Хәрби Советына (РСВР) алдында яуаплы була.

Респубика Революцион Хәрби Советы (РВСР) ҡарамағында Эшсе — крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының (РККА) Штабы; Сәйәси идаралыҡ; Эштәр менән идара итеү; финанс бүлеге; төп идаралыҡтар: Артиллерия, Хәрби-инженер, Ҡыҙыл Һауа Флоты, Санитар, Үҙәк тәьмин итеү идаралығы; Хәрби закондар сығарыусы совет; Юғары хәрби инспекция; Хәрби-диңгеҙ инспекцияһы; Республиканың Революцион Хәрби трибуналы була.

Хәрби-Диңгеҙ Флотының идара итеү структураһы түбәндәгесә була. Диңгеҙ көстәрен бөтә диңгеҙ көстәре Командующийы етәкләй (коморси) , 1921 йылдың авгусынан ул диңгеҙ эштәре буйынса Главком ярҙамсыһы була һәм туранан-тура Республиканың Революцион хәрби советына буйһона, ә оператив-сафтар мәсьәләләре буйынса — Главкомға. Коморсиҙың ҡарамағында Диңгеҙ ведомствоһының эштәр идарылығы, Диңгеҙ штабы, Баш диңгеҙ техник-хужалыҡ идаралығы, Хәрби-диңгеҙ уҡыу йорттары идаралығы, Баш гидрография идаралығы, диңгеҙ көстәре начальниктары, флотилиялар командующийҙары, редакция- нәшриәт бүлеге була. Партия-сәйәси эш менән флотта Ҡыҙыл Армияның сәйәси идаралығының (ПУР) диңгеҙ бүлеге етәкселек итә (1922 йылдың 1 мартында булдырыла).

Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса комитет (совет), (26 октябрь 1917 — 23 ноябрь 1917), составында:

  • В. А. Антонов-Овсеенко;
  • Н. В. Крыленко;
  • П. Е. Дыбенко.

Рәсәй Рәспубликаһының армия һәм флотының Юғары Баш Командующийы

  • Н. В. Крыленко (9 ноябрь 1917 — 9 март 1918)

РСФСР-ҙың хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары

  • Н. И. Подвойский — (23 ноябрь 1917 — 13 март 1918)
  • Л. Д. Троцкий (14 март 1918 — 12 ноябрь 1923)

РСФСР-ҙың диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары

  • П. Е. Дыбенко (14 ноябрь 1917 — 13 март 1918) (башта — Юғары Диңгеҙ Коллегияһы рәйесе)
  • Л. Д. Троцкий (14 март 1918 — 12 ноябрь 1923)

Республиканың Революцион хәрби советы (РВСР) рәйесе

  • Л. Д. Троцкий (6 сентябрь 1918 — 26 январь 1925), 1923 йылдың 28 авгусынан — СССР-ҙың Революцион хәрби советы (РВС) рәйесе

Республиканың Ҡораллы Көстәре Баш командующийы

  • И. И. Вацетис (1 сентябрь 1918 — 9 июль 1919)
  • С. С. Каменев (9 июль 1919 г — 28 апрель 1924), 1923 йылдың 28 авгусынан — СССР- ҙың Ҡораллы Көстәре Баш командующийы

Республиканың Диңгеҙ Көстәре Баш командующийы

  • В. М. Альтфатер (12 октябрь 1918 — 22 апрель 1919)
  • Е. А. Беренс (24 апрель 1919 — 5 февраль 1920);
  • А. В. Немитц (5 февраль 1920 — 22 ноябрь 1921)
  • Э. С. Панцержанский (22 ноябрь 1921 — 9 декабрь 1924),1923 йылдың — СССР- ҙың Диңгеҙ Көстәре командующийы

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Харьковта Ҡыҙыл армия частарының парады, 1920 йылдың йәйе

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡсылар ғәскәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РККА-ның ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп төрө. Төп тактик берләшмә — уҡсылар дивизиһы, уның составына дөйөм ғәскәр тактик берләшмә булараҡ бригадалар инә, бригадалар составына үҙаллы административ-хужалыҡ һәм тактик берекмә булыусы уҡсылар полкы инә. Армия ойошторолған осорҙа айырым операция йүнәлештәрендә ҡораллы нөктәләр барлыҡҡа килгәндән һуң фронттар һәм армиялар тип исемләнгән формированиелар ойошторола. Граждандар һуғышы барышында хәрби ғәмәлдәрҙең тамамланыуы йәки ҡыҫҡартылыуы, шулай уҡ РККА-ның һан яғынан кәметелеүе сәбәпле фронттар һәм армиялар юҡҡа сығарыла. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң юғары дөйөм тактик берләшмә булып уҡсылар полкы һанала башлай[8].

Кавалерия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоро ер ғәскәрҙәрҙең төрө булараҡ кавалерия (атлы ғәскәр) башҡарылған бурыстарҙан сығып ғәскәри (дивизия) һәм стратегик кавалерияға (фронт, армия) бүленә. Ғәскәри кавалерия үҙенең дивизиялары мәнфәғәтендә тактик бурыстарҙы үтәү өсөн тәғәйенләнә. Стратегик кавалерия фронттың (армияның) оператив бурыстарын үтәү өсөн тәғәйенләнә, һөжүм операцияларына киң йәйелергә мөмкинлек бирә, дошман тылына тәрән рейдтар яһай, етеҙ маневрҙарға һәләтлеген оҫта файҙалана. Стратегик кавалерияла төп тактик берләшмә -кавалерия дивизияһы, юғары оператив-тактик берләшмә булып кавалерия (атлы ғәскәр) корпус тора. Тактик берләшмәләр сифатында айырым кавалерия бригадалары булдырыла. Граждандар һуғышы осоронда 1-се һәм 2-се Атлы армиялар ойошторола. Граждандар һуғышының аҙағында стратегик кавалерия составында 4 атлы корпус, 27 кавдивизия (88192 яугир) һәм 7 айырым кавбригада (13525 яугир) ғәмәлдә була. 1921 йылдың аҙағына численность и количество кавалерия дивизияларының һаны һәм иҫәбе 11 тиклем ҡыҫҡартыла, ә айырым кавбригадалар — 4 тиклем, ҡайһы бер дивизиялар 1-се һәм 2се атлы корпустарына, шулай уҡ 1-се Атлы армияға берләштерелә.

Артиллерия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоро ер ғәскәрҙәре төрө булараҡ артиллерия берләшмәләрҙән, частарҙан һәм подразделениеларҙан тора, улар, үҙ сиратында, берекмәләргә, частаргә йәки Баш командованиеның резервына инә. Артиллерия хәрби тәғәйенлеше һәм орудиелар төрҙәре буйынса ялан, траншея, ауыр махсус тәғәйенлешле, зенит (самолеттарға ҡаршы) артиллерияларға бүленә. Ялан артиллерияһы уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составына инә һәм ялан еңел, атлы, таулы һәм ялан ауырҙарға бүленә. Махсус тәғәйенләнешле ауыр артиллерия (ТАОН) Главком ҡарамағында була, төп стратегик йүнәлештәрҙә һуғышҡан фронттарҙы һәм армияларҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. Траншея артиллерияһы уҡсылар полкы составына инә, зенит Ялан һәм ТАОН составына инә. Граждандар һуғышы осоронда РККА-ла 1918 йылдың аҙағында −1700, 1919 йылдың уртаһында — 2292, 1920йылдың аҙағында — 2964 орудие иҫәпләнә[9].

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл һауа флоты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл Армия составында ғәскәрҙәрҙең ярҙам итеүсе төр булып һанала. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл һауа флоты (РККВФ) авиацияға һәм һауала осоуға (воздухоплавание) бүленә. Уның менән 1918 йылдың 24 майында булдырылған РККВФ-ның Баш идаралығы идара итә, ә фронттарҙа шул уҡ йылдың сентябренән етәкселекте ғәмәлдәге армияның авиация һәм һауала осоу Ялан идаралығы башҡара. РККВФ-ла төп ойоштороусы берекмә сифатында 6 самолеттан торған авиация отряды һәм бер станциялы һауала осоусы отряд ҡабул ителә. 3 — 4 авиаотряд авиация дивизиондарына берләшә. Ҡоро ер ғәскәрҙере хәрәкәттәренең хәл иткес йүнәлештәрендә авиаотрядтарйыш ҡына авиатөркөмдәргә берләштерелә. Шулай уҡ 1920 йылдың март айынан РККВФ-ның баш идаралығына буйһонған диңгеҙ авиацияһы ла ғәмәлдә була[10].

Бронялы көстәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

10-се һанлы «Роза Люксембург исемендәге» бронепоезд

Ҡоро ер ҡәскәрҙәре төрө булараҡ броня көстәре иҫке армияһы нигеҙендә булдырыла башлай. Башта улар автоброня отрядтарынан һәм бронепоездарҙан торған. Уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составында булалар йәки айырым часть хоҡуғында фронттарҙың һәм армияларҙың командованиеһы аҫтына бирелә.Градандар һуғышы осоронда автоброня ғәскәрҙәре икеләтә буйһоноуҙа булалар. ойоштороу, техник һәм хужалыҡ яҡтан Центробронь (1918 йылдың авгусына тиклем), һуңынан Үҙәк (1919 йылдың ғинуарынан Баш) броня идаралығы, 1919 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армияның Баш хәрби-инженер идаралығының (ГВИУ) броня бүлеге, 1921 йылдың майында РККА-ның броня көстәре начальнигы Идаралығы булдырыла, урындарҙа — округтарҙа тейешле бүлектәр. Хәрби һәм оператив етәкселекте РВСР-ҙың Ялан штабының бронечастар инспекторҙары, фронттар, армиялар һәм берләшмәләр штабтары башҡара. 1920 йылдың аҙағына Ҡыҙыл Армияла киләһе бронялы көстәре була: 49 автобронеотряд, 122 бронепоезд, 8 бронелетучка, 13 десант отряды, бер ремонт бригадаһы.

Инженер ғәскәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инженер ғәскәрҙәре ярҙамсы ғәскәр төрө булалар. Улар нығытылған райондарҙы, оборона рубеждарын төҙөү, юлдарҙы күреҙәрҙе һәм йылға аша сығыу сараларын әҙерләү һәм тәртиптә тотоу өсөн тәғәйенләнгән. Баш хәрби-инженер идаралыҡ (ГВИУ) һәм уның органдары — округтарҙың хәрби-инженер идаралыҡтары 1918 йылдың февралендә булдырыла. Идаралыҡҡа ил территорияһын обороналау буйынса етәкселекитеү йөкмәтелә, шулай уҡ инженер частарын булдырыу һәм ҡоралландырыу. РККА-ла 1919 йылдың 1 декабренә 33 инженер батальоны, 135 сапер ротаһы, 21 айырым юл-күпер ротаһы, 5 инженер парк взводтары, 4 понтон батальоны, өс мина-емергес дивизионы, мотор-понтон батальоны, ике маскировка ротаһы була.

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл флот[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балтия флоты Граждандар һуғышы йылдарында Совет Рәсәйенең берҙән-бер флоты була. Был осорҙа күп кенә кораблдәр ремонтҡа мохтаж була, кораблдәрҙең бер өлөшөн белгестәрҙең шулай уҡ яғыулыҡ һәм боеприпастарҙың етешмәүе сәбәпле ваҡытлыса ғәмәлдән сығарырға тура килә. Төҙөк кораблдәрҙән Хәрәкәт итеүсе кораблдәр отряды (ДОТ) булдырыла. Шулай уҡ Граждандар һуғышы йылдарында 30 артыҡ диңгеҙ, күл һәм йылға флотилиялары ойошторола. Улар араһында иң билдәлеләре Волга, Каспий, Днепр, Төньяҡ Двина, Онега һәм Азов хәрби флотилиялары була[11][12].

Хәрби ғәмәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вооружённые Силы Республики // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: 1983. С. 113
  2. «49. Ведению Всероссийского Съезда Советов и Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета Советов подлежат все вопросы общегосударственного значения, как-то: … н) Установление основ организации вооруженных сил Российской Социалистической Федеративной Советской Республики.» Конституция РСФСР 1918-го года
  3. Борисов В. А. Высшие органы военного руководства СССР, 1923 −1991 гг.
  4. Войтиков С. С. Развитие взглядов высшего руководства Советской России на военное строительство в ноябре 1917 — марте 1918 г.
  5. [ СССР. Вооруженные Силы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  6. Центральный государственный архив Советской армии. В двух томах. Том 1. Путеводитель. 1991
  7. Войтиков С. С. Строительство центрального военного аппарата Советской России (1918 Г.). Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук. Москва, 2011.
  8. Центральный государственный архив Советской армии (с июня 1992 г. Российский государственный военный архив). В двух томах. Том 2. Путеводитель. 1993
  9. Оргагизация артиллерии 1921—1932 гг.
  10. Красный воздушный флот // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия.
  11. Ю. Г. Степанов, И. Ф. Цветков. Эскадренный миноносец «Новик».—Л.: Судостроение, 1981. —224 с.
  12. Военно-морской флот // БСЭ (3-е издание)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]