Эстәлеккә күсергә

Һут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сок битенән йүнәлтелде)
Әфлисүн һуты - донъяла иң билдәлеһе

Һут — шыйыҡ аҙыҡ төрө, ашауға яраҡлы йәшелсә-еләк емештәрен һәм еләк культураларын һығып, килеп сыға. Һут барлыҡ илдәрҙә лә билдәле. Бигерәк тә бешкән, ашауға яраҡлы, яҡшы емештәрҙән һығылған һут таралған. Шулай уҡ үләндең һабағы, тамыры, япрағынан да һут була (мәҫәлән, сельдерей, шәкәр ҡамышы һабағынан һут). Йөҙөм һәм сейә һуттары составы буйынса бер төрлө.

Ҡулланыусылар күҙлегенән ҡарағанда, һуттар өс төргә бүленә:

  • яңы һығылған һут. Был һут ҡулланыусылар алдында механик йәки ҡул менән эшкәртеү ярҙамында барлыҡҡа килә;
  • туранан-тура һығылған һут. Был һут яҡшы, бешкән емештән һығыла, пастеризациялана һәм зарарһыҙландырылған пакеттарға йәки быяла һауытҡа ҡойола.
  • тергеҙелгән һут. Уны туйындырылған һуттан һәм эсәр һыуҙан эшләп, зарарһыҙландырылған пакеттарҙа һатыуға сығаралар.

Ҡануниәт нигеҙендә (ТР ТС 023/2011 Еләк һәм йәшелсәнән һут продукцияһына техник регламент), һут тип «әсемәгән, әсергә мөмкин, ашарға яраҡлы, яҡшы бешкән, сей йәки киптерелгән емеш йәки йәшелсәгә физик көс түгеп барлыҡҡа килгән, эшләү ысулына ҡарамаҫтан, туҡлыҡлыҡ ҡиммәте, физик-химик һәм органолептик сифаттарын юғалтмаған шыйыҡ аҙыҡты» беләләр.

Рәсәй ҡануниәте буйынса, емеште эшкәртеү һәм етештереү ысулы буйынса һуттар түбәндәгеләргә бүленә:

  1. Туранан-тура һығыу — яңы еләк-емеште һәм (йәки) йәшелсәне механик эшкәртеүҙән килеп сыға;
  2. Яңы һығылған һут — яңы еләк-емеште һәм (йәки) йәшелсәне туранан-тура ҡулланыусы алдында һығыла, консерваланмай;
  3. Тергеҙелгән һут — сок етештерелгән береһе концентрированного сок йәки сок туранан-тура отжима һәм эсә торған һыу. Төҙөкләндерелгән томат срогы мөмкин яһалған, шулай уҡ юл менән төҙөү томатный пасты һәм (йәки) томат пюре;
  4. Туйындырылған һут — тура һығылған һуттан һыуын алып, ҡоро матдәләр күләмен кәмендә ике тапҡырға күбәйә. Бындай һутҡа йәшелсә-емеш еҫле ҡоро тәмләткестәр өҫтәлеүе мөмкин;
  5. Диффузия һуты — эсәр һыу ярҙамында яңы йәшелсә-емештән һурынтыһы алына. Диффузионный сок мөмкин көсәйтелергә концентрированния, ә унан һуң яңынан аяҡҡа баҫтырыу.

Һут һәм һут продукцияһы төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл һайын һут эсеүселәр һаны арта

Һут продукцияһы — һут ҡына түгел, шулай уҡ тат, морс, һутлы эсемлектәр. Был эсемлектәр составы һәм тәме буйынса айырыла.

  1. Йәшелсә-емештән һут — тура йәки яңы һығылған һут.
  2. Тергеҙелгән һут — туйындырылған һәт һәм һыуҙан әҙерләнә. Һутта консерванттар, буяуҙар, тәмләткестәр булырға тейеш түгел.
  3. Тат — шыйыҡ аҙыҡ, туйындырылған һут (иҙмә), һыу һәм еҫле өҫтәлмәләр ҡушыла. Шулай уҡ шәкәр, тәбиғи әсеткестәр (мәҫәлән, лимон кислотаһы), аскорбин кислотаһы, йәшелсә-емеш йомшағы, цитрус күҙәнәктәре өҫтәлә. Консерванттар, буяуҙар, тәмләткестәр ҡушылмай. Һут күләме - 20-50 % була. Ғәҙәттә, татты бигерәк татлы йәки әсе тәмле (мәҫәлән, сейә, ҡарағат, гранат) йәки ҡуйы (мәҫәлән, банан, персик) йәшелсә-емештән әҙерләнә.
  4. Һутлы эсемлек  — шыйыҡ аҙыҡ, һут һәм/йәки иҙмә, туйындырылған һут һәм һыуҙы ҡушып, әҙерләнә (иҙмә күләме 10 % кәм булырға тейеш түгел). Ҡара бөрлөгән, ҡурай еләге, кактус, лаймдан һәм башҡа һутлы эсемлектәр була.
  5. Морс — ғәҙәти урыҫ милли  эсемлеге. Сәнәғәт юлы менән морсты еләк һуты ҡушылмаһы, һыу, шәкәр ҡушып эшләйҙәр (һут күләме 15 % кәм булмаҫҡа тейеш). 

Өй шарттарында әҙерләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр һутты оҙаҡ һаҡлар өсөн эшләһәләр, уны әҙерләу юлын түәбндәгесә күҙ алдына килтерергә мөмкин: еләк-емеш, йәшелсәне әҙерләү → һутты һығыу → уны консервалау.

Һутты әҙерләү сеймалды әҙерләүҙән башлана (еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡалар), уны һабаҡ һәм япраҡтарҙан айырып, ағым һыуҙа йыуып, селтәргә һалалар һәм һыуын һарҡыталар.

Артабан эре емештәрҙе һәм йәшелсә ваҡлайҙар, пресс аҫтына һалалар, иләк аша үткәрәләр (төрлө һут һыҡҡыстар ҙа ҡулланыу мөмкин). Һутты механик йәки ҡырҡылған емештәрҙе пар менән йылытып һығалар. Таҙартылмаған лимон йәки әфлисүнде йыуалар, арҡыры яртыға бүләләр. Емештең яртыһын махсус һут һыҡҡысҡа һалып, вертикаль күсәр буйлап әйләндерәләр. Һығылған һут тишектәр аша аҫтағы һауытҡа ағып төшә[1].

Емештең бөтә туҡлыҡлы матдәләрен эсенә ала (углеводтар, органик кислоталар, минераль тоҙҙар, витаминдар, пектин һәм хуш еҫле матдәләр), организм тарафынан еңел үҙләштерелә [1].

  • алма һуты;
  • виноград һуты;
  • груша һуты;
  • гранат һуты;

Еләктәр составында бик күп туҡлылыҡлы матдәләр, углеводтар, органик кислоталар, минераль тоҙҙар, витаминдар, хуш еҫле матдәләр бар. Еләк һуттары организмда еңел үҙләштерелә[1]. Һуттарҙы шәрбәтләндереү өсөн емеш һәм еләк һуттарын бергә ҡушалар.

  • крыжовник һуты;
  • ҡара ҡарағат һуты;

Йәшелсә һуттарында углеводтар, органик кислоталар, минераль тоҙҙар, витаминдар, пектиндар кеүек барлыҡ туҡлыҡла матдәләр бар һәм йәшелсә һуттары организмда еңел үҙләштерелә[1].

  • кәбеҫтә һуты;
  • кишер һуты;
  • сөгөлдөр һуты;
  • помидор һуты;

Ҡайһы саҡ һут тип шәкәр менән арзаныраҡ аҙыҡты бутап, фальсификациялы аҙыҡ һатыла[2][3][4][5]. Шулай уҡ арзан татты етештереүселәр ысын һут тип атап, һатыуға сығара ала[6], мәҫәлән, һауыты тышына эре итеп "100%" яҙыуы ҡуйыла[7].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. / Под ред. И. М. Скворцова. — 1-е изд. — М.: Большая советская энциклопедия, 1967. 
  2. Среда обитания.
  3. Впервые опубликованные цифры о фальсификации // РИПИ, 8 февраля 2009
  4. Экспертиза продуктов переработки плодов и овощей. Качество и безопасность - Сибирское университетское издательство, 2009, ISBN 9785379014070, стр 173 "2.4 Соковая продукция из фруктов и овощей, Фальсификация соков"
  5. Товароведение и экспертиза вкусовых товаров. Лабораторный практикум - Улан-Удэ, 2006 - ISBN 5-89230-253-9. стр 72. "4.5 Фальсификация соков"
  6. Из чего сделаны соки, которые мы пьем // Правда.ру, 2007-07-13
  7. …Как отличить нектар от сока? // «ТВ-ГИД» №16, 15 декабря 2012