Соколов Дмитрий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соколов Дмитрий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Фадюшино[d], Юрғамыш районы, Курганский округ[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 июль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Ҡурған, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ҡурған
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт төрө Биатлон һәм атыу спорты[d]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1960[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы заслуженный тренер РСФСР «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Соколов Дмитрий Петрович (20 май 1924 йыл4 июль 2009 йыл) — совет спортсыһы һәм тренеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Саңғы ярышы (1952), биатлон (1958) һәм стендҡа атыу (1960) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1965). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Петрович Соколов 1924 йылдың 20 майында РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Ҡурған округы (хәҙер Ҡурған өлкәһе) Юрғамыш районы Фадюшинский ауыл советының Федюшино ауылында тыуған.

Фабрика-завод (ФЗО) мәктәбен тамамлағандан һуң Силәбе ҡалаһында бетон ҡойоусы булып эшләй.

19421952 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

19521958 (1959 — башҡа мәғлүмәттәр буйынса[1])йылдарҙа Ҡурған ҡалаһында йәшәй, саңғы спорты һәм биатлон буйынса тренер булып эшләй (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Ҡурған ҡалаһының «Динамо» өлкә советында атыу буйынса инструктор һәм саңғы буйынса тренер була).

19581964 йылдарҙа Өфөлә йәшәй, «Динамо» спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советында тренер. Шулай уҡ «Динамо» һәм «Труд» ирекле спорт йәмғиәттәрендә тренер, 1980 йылда Өфө машиналар төҙөү заводында стендҡа атыу буйынса тренер була. СССР йыйылма командаһы составында сығыш яһай (1957—1961), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Евгений Поликаниндың тәрбиәләнеүсеһе. 1961 йылда стендта атыу менән шөғөлләнә һәм бер үк ваҡытта тренерлыҡ эшенә күсә. Соколов әҙерләгән РСФСР биатлон йыйылма командаһы СССР халыҡтарының III Ҡышҡы спартакиадаһында беренсе урынды яулап ала.

1966 йылда Соколов Дмитрий Петрович Ҡурғанға әйләнеп ҡайта. Бындағы спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. 2009 йылдың 4 июлендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2].
  • Башҡорт АССР-ы спортсылары араһында иң беренсе булып «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалына лайыҡ була (1959)[3].
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1965)
  • Саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1995)
  • Биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1958)
  • Стендта атыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1963)

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР йыйылма командаһы составында команда зачетында биатлон буйынса донъя чемпионы (1959)[4]
  • VIII Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашып (1960), 20 км-ға уҙышта биатлон 6-сы урын ала[5]
  • Биатлон буйынса СССР чемпионы (1958, 1961)
  • Шәхси донъя чемпионатының көмөш призеры (1959), донъя чемпионатының (1958, 1961) СССР (1956) команда зачетында биатлон буйынса көмөш призеры
  • 30 км-ға патрулле атыу ҡатыш йүгереүҙә СССР чемпионатының көмөш призеры (1955)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Курганскому «Динамо» — 70 лет! (Е. Антонов, 4 марта 2013)
  2. Лица Зауралья — Соколов Дмитрий Петрович 2014 йыл 2 февраль архивланған.
  3. Вечерняя Уфа — Они были первыми: золотая десятка чемпионов мира (Рашит Аюпов, 17 мая 2013)
  4. До появления мужской эстафеты на чемпионатах мира в 1958—1965 годы вёлся так называемый неофициальный командный зачёт. Он складывался из результатов лучших трёх (в 1958 году — четырёх) спортсменов одной национальной биатлонной федерации в индивидуальной гонке на 20 километров. [(http://vechufa.ru/sport/1679-oni-byli-pervymi-zolotaya-desyatka-chempionov-mira.html Вечерняя Уфа — Они были первыми: золотая десятка чемпионов мира; Рашит Аюпов, 17 мая 2013)]
  5. Заключительный отчет Организационного Комитета VIII Зимних Олимпийских игр 1960 года в Скво-Велли 2012 йыл 24 июль архивланған. (размер файла 18 МБ) стр. 120 (инг.)(инг.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]