Соловьёв Владимир Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соловьёв Владимир Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июнь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Титово[d], Лихвинский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 1 март 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре Ошибка Lua в Модуль:Wikidata/Medals на строке 12: attempt to index field 'datavalue' (a nil value).

Соловьёв Владимир Георгиевич (15 июнь 1921 — 1 март 2008) — СССР Ҡораллы Көстәре генерал-майоры, 1970—1977 йылдарҙа Ленинград Суворов хәрби училище начальнигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соловьёв Владимир Георгиевич 1921 йылдың 15 июнендә Ферзиково районының Титово ауылында тыуған (хәҙерге Калуга өлкәһе Ферзиково районы). 1939 йылда урта мәктәпте һәм 1941 йылда Мәскәү юғары хәрби команда училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1941 йылда фронтҡа Тула өлкәһе Дугна район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2], хеҙмәтте взвод командир булып башлай[1].

Һуғышты Выборг янында ҡаршылай[3], Ленинград һәм 2-се Балтик буйы фронттарында ҡатнаша. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы[4]. Өс тапҡыр еңел яралана (1941 йылдың 17 июлендә, 26 авгусында, 1 октябрендә), бер мәртәбә ауыр яралана (1943 йылдың 15 ғинуарында), контузия ала (1941 йылдың 25 ноябрендә). Өлкән адъютант вазифаһында хеҙмәт итә[5], һуңынан 23-се уҡсылар дивизияһы 245 -се Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар полкының оператив часында штаб начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[6]. 1944 йылдың 31 ғинуарына Малая Дивенка ауылы янында немец позицияларын флангтан һөжүм итеп һәм бының алдынан йылғаны аша сығып[7] алышта батырлыҡ күрһәтә, шулай уҡ 1944 йылдың 21 октябрендә немецтарҙың контратакаларын кире ҡағыу буйынса етәкселек итә[8] Луки рубежында һуғышта, һәм Балтик буйында Берлин өсөн алыштарҙа ҡатнаша[3]. Һуғышты майор званиеһында һәм мотоуҡсылар полкы штабы начальнигы вазифаһында тамамлай[1].

1955 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай, Төньяк хәрби округта полк командиры итеп тәғәйенләнә. 1960 йылда Ленинград хәрби округына дивизия штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1961 йылда — Ленинград хәрби округының кадрҙар идаралығы начальнигы була. 1965 йылда Сапёрныйҙа дивизия командиры итеп тәғәйенләнә[3]. 1970—1977 йылдарҙа Ленинград хәрби Суворов училищеһы начальнигы[1]. Совет армияһында 39 йыл хеҙмәт итә[3].

Соловьёв Владимир Георгиевич 2008 йылдың 1 мартында Санкт-Петербургта вафат була[9]. Хушлашыу Воронцов һарайында (Санкт-Петербург) сиркәүҙә 4 мартта үткәрелә һәм шул уҡ көндө Төньяҡ зыяратта ерләнә[1][3].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Скончался генерал В.Г.Соловьев. Кадетка. Сайт выпускников Ленинградского (Санкт-Петербургского) суворовского военного училища. Дата обращения: 1 октябрь 2021.
  2. Наградной лист в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО. Ф. 33. Оп. 690155. Д. 6324. Л. 3, 37).
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Уходят лучшие... Ленинградское высшее общевойсковое командное дважды Краснознаменное училище имени С.М.Кирова (памятный сайт) (2 март 2008). Дата обращения: 1 октябрь 2021.
  4. 4,0 4,1 Ҡалып:Подвиг народа
  5. Наградной лист в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО. Ф. 33. Оп. 690155. Д. 6324. Л. 3, 37).
  6. Наградной лист в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО. Ф. 33. Оп. 690155. Д. 5161. Л. 127).
  7. Наградной лист в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО. Ф. 33. Оп. 690155. Д. 6324. Л. 3, 37).
  8. Наградной лист в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО. Ф. 33. Оп. 690155. Д. 6324. Л. 3, 37).
  9. Начальники Ленинградского (Санкт-Петербургского) СВУ. Кадетка. Сайт выпускников Ленинградского (Санкт-Петербургского) суворовского военного училища (27 октябрь 2007). Дата обращения: 1 октябрь 2021.
  10. Ҡалып:Подвиг народа
  11. Ҡалып:Подвиг народа