Солоҡсолоҡ
Солоҡсолоҡ («солоҡ» һүҙенән алынған — ҡырағай бал ҡорттарынан бал алыр өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта) — умартасылыҡтың был боронғо төрөндә бал ҡорттары ағас ҡыуышында йәшәй. Солоҡсолоҡ һөнәренең Көньяҡ Уралда, Бөрйән районындағы Шүлгәнташ ҡурсаулығында һаҡланыуы — был һөнәрҙең халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө булыуына бер дәлил булһа, был һүҙҙең санскрит һүҙлегендә осрауы — икенсе дәлил. «Солоҡ» — ике тамырҙан яһалған һүҙ, тип алайыҡ. Санскрит телендә: I Su — һығып сығарыу; II Su — 1) ҡыбырлатыу, хәрәкәткә килтереү; 2) көс-хәлгә эйә булыу; III Su — яҡшылыҡ, гүзәллек сифатына эйә булыу. Loka — 1) урын 2) ил 3) иркенлек 4) йыһан 5) ер 6) тереклек 7) халыҡ 8) кешелек 9) кемдеңдер, нимәнеңдер тупланыуы. Инглиз телендә лә шул уҡ мәғәнә: local — урындағы; локаль. Бал ҡорто тураһында мәғлүмәт «Урал батыр» ҡобайырында һаҡланған:
Бал ҡортондай нәҙек бил
Борғаланып уйнаған;
Гүйә, күптәнге танышы,
Көмөштәй саф тауышлы;
Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан
Бер ҡыҙ күргәс, Урал да
Ни әйтергә белмәгән;
Үҙе күргән — Һомай, тип
Уйына ла алмаған.
«Ҡорт» һүҙенең мәғәнәһе санскрит телендәге «тешләү», «суҡыу», «сағыу» төшөнсәләрен биреүсе «кhard» һүҙе менән тап килә. Бал ҡортоноң Ер йөҙөндә кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү осоро менәң бәйле булыуын һәм Аллаһы Тәғәләнең кешене донъяға яралтҡанда уҡ был бөжәкте кешегә хеҙмәт итергә тәғәйенләгәне тураһында Ҡөрьән-Кәримдә әйтелә: «Алла бал ҡортона вәхи ҡылды, төшөндөрҙө: „Тауҙа, ағаста, улар һалған биналарҙа оя яһа, шунан төрлө емеш менән туҡланып, тыйнаҡ ҡына Раббыңдың юлынан йөрө!“ — тине. Уларҙың эсенән төрлө төҫтәге шифалы эсемлек сыға. Ысынлап та, уйлаған кешегә бында аят бар». [Ҡөрьән Кәрим, Әл-Нәхл (Бал ҡорто) сүрәһе,16:68,69]
Ағас ҡыуыштары тәбиғи хәлдә лә булыуы мөмкин, шул уҡ ваҡытта уларҙы 4 метрҙан 15 метр бейеклектәге йыуан ағастарҙы соҡоп та эшләйҙәр. Ҡыуыштар түмәр умартала ла соҡоп эшләнә, уларҙы ағас олонона эләләр. Ҡыуыш эсендә тағараҡ ҡуйыла. Балды алыр өсөн оҙон нәҙек тишектәр — ҡапҡаҡ — эшләнә. Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән кешеләр солоҡсолар, тип атала[1].
Русь ерҙәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Солоҡсолоҡ Русь ерҙәрендә XVII быуатҡа тиклем киң билдәле һәм ул ваҡыттағы хужалыҡтың иң мөһим тармаҡтарының береһе була. Айырата Днепр, Десна, Ока, Воронеж, Сосна йылғалары һәм дала менән сикләшкән башҡа йылғалар урмандарында үҫеш ала[2]. Бал һәм балауыҙ йәнлек тиреһе менән бер рәттән Русь ерҙәренән төп тауар экспорты булып һаналған. XI быуаттағы Хоҡуҡи кодекста (Правда Ярослава) ошондай яҙыу бар: «А от двоих пчел на 12 лет приплода роев и старыми пчелами 200 и 50 и 6 роев…»[3]. XVI быуатта Паоло Джовио Русь ерҙәренең илсеһенең мәҙәккә тартым булған тарихын үҙ һүҙҙәре менән һөйләп бирә. Был мәҙәктә күрше ауылдағы бер крәҫтиәндең бик ҙур ағастың ҡыуышына төшөп, балға муйынына тиклем батҡаны тураһында бәйән ителгән[4].
Игенселектең үҫешеүе урмандарҙан майҙандарҙы бушатырға булышлыҡ итә һәм солоҡсолоҡ та юҡҡа сыға бара, уның урынына умартасылыҡ барлыҡҡа килә. Рамлы умартаны уйлап тапҡандан һуң умартасылыҡ солоҡсолоҡты әкренләп еңеп ала, сөнки солоҡтарҙы әҙерләүе күпкә ҡыйын һәм бал етештереү ҙә түбән кимәлдә була. Шулай итеп, XVI быуат башында Мәскәү тирә-яғында урмандар ҡырҡып бөтөрөлә һәм шуға ла Сигизмунд Герберштейн, Мәскәү тирәһендә бал тапмаҫһың, тип әйтеп үтә[5].
Солоҡсолоҡ Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең заманда солоҡло ағастар бары тик Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында (хәҙер — Шулгәнташ ҡурсаулығы) һаҡланған. Башҡортостанда солоҡсолоҡтоң үҫешенә һирәк осрай торған тәбиғәт шарттары — бал йыйыу төп сығанағы булған йүкә һәм саған ағастарының күплеге — булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, урындағы халыҡ башлыса малсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, шуның өсөн урмандар һаҡланып ҡалған. Ерҙәрҙе күпләп һөрөү һәм урмандарҙы ҡырҡыу Башҡортостанда бары тик XIX быуаттың икенсе яртыһында башлана. Тейелмәгән урмандар Урал тауҙарының төпкөл һәм юлһыҙ тиерлек урындарында һаҡланған. Тап шуның өсөн бында 1958 йылда ҡара урман бал ҡортоноң тәбиғи шарттарҙа көн күргән урын тейелмәй торған, тип иғлан ителә[2].
Боронғо шөғөл менән туранан — тура танышҡан Рәсәй журналисы Василий Песков солоҡ әҙерләү процесын ошолай һүрәтләй:
Ҡарағай ярайһы уҡ йыуан (диаметры яҡынса бер метр) булырға тейеш … Солоҡ алты метрҙан ун ике метр бейеклектә соҡоп уйыла. Солоҡсо башта ағас олононда тар ғына ярыҡ уйып яһай, шунан махсус ҡоралмалар менән бер метр тирәһе бейеклектә солоҡ эшләй, солоҡ шаҡтай киң була, әммә ағасты һындырмаҫлыҡ итеп эшләнә.Солоҡтоң эс яғы ентекләп шымартыла…Кейә (бал ҡорттары инеп — сығып йөрөй торған умарта ауыҙы) ситтән уйыла, тишеген ағас ҡапҡас менән ябалар… шунан һуң солоҡто киптерергә ҡалдырып торалар. Бары ике йылдан ғына бал ҡорттарын солоҡҡа индерергә мөмкин була[2].
Солоҡ ҡара урман бал ҡорто Apis mellifera mellifera
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эволюцияһы
Apis mellifera mellifera ҡара урман бал ҡорто — Apis mellifera бал ҡортоноң һирәк осрай торған бер төрсәһе. Был бал ҡорто оҙайлы һалҡын ҡышлы Төньяҡ Евразия континенталь климатында көн итеүгә яраҡлаштырылған. Умартасылыҡтың хәҙерге үҫешеү этабында был төрсә бал ҡорто Евразияла бер нисә утрау рәүешендә генә һаҡланып ҡалған. Евразия сиктәрендә иң ҙур массивтар тик Рәсәйҙә бар: 300000 бик аҙ күләмдә гибридлаштырылған бал ҡорттары ғаиләләре Көньяҡ Уралда Башҡортостан республикаһында , 200000 ғаиләгә яҡын Урта Уралда Пермь крайында ([6];[7]) (Ильясов һ. б., 2006) һәм 250000 ғаиләгә яҡын Волга буйында Татарстан Республикаһында ([8]). Ҡара урман бал ҡортоноң байтаҡ массивы Удмуртия Республикаһында, Киров өлкәһе һәм Алтай крайында ([7];[9];[10]) (Ильясов һ. б., 2007a) (Брандорф һ. б., 2012) һаҡланып ҡалыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Яҡынса 99 % ҡара урман бал ҡорто ғаиләләре рамлы умарталарҙа һәм яҡынса 1 % тәбиғи йәки яһалма ҡыуышлыҡтарҙа (солоҡтарҙа һәм колодаларҙа) тотола урмандарҙа ағас олононда тотола. Ҡара урман бал ҡорттары эволюцияһы был ерлектә Tilia cordata йүкәһе (липа сердцевидная) менән берлектә бара, шуға күрә бал йыйыу ваҡыты йүкә сәскә атҡан ваҡытҡа тап килә ([11]).
Генофонды
Биохимия һәм генетика Интститутының Өфө лаборатория хеҙмәткәрҙәре һәм РФА Өфө ғилми үҙәге генетиктары башҡорт бал ҡорттарының һәм Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң генофонд популяциялары менән полиморфизм COI-COII мтДНК и 9 микросателлит локустар ap243, 4a110, a24, a8, a43,a113, a88, ap049, a28 яДНК локус полиморфизмы нигеҙендә 20 йылға яҡын шөғөлләнә. Күп йыллыҡ генетик тикшеренеүҙәр Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң генофонды хәҙерге көнгә тиклем сафлығын һаҡлауын һәм уның A. m. mellifera төрсәһенә ҡарауын раҫлай ([12];[13];[7]) (Ильясов һ. б., 2007b). Бөрйән солоҡ ҡорто A. m. mellifera бөтә донъя умартасылары һәм ғалимдары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки уны өйрәнеү буйынса бал ҡортоноң тәбиғи тарихын тергеҙеп була. 2011 йылда Умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты һәм «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы ғаризаһы нигеҙендә бал ҡорттарҙың ошо популяцияһы селекция ҡаҙанышы булараҡ айырым «Бөрйән солоҡ бал ҡорто» тоҡом төрө итеп билдәләнә. Был төр селекция ҡаҙаныштарын тикшереү һәм һаҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһы дәүләт комиссияһында уңышлы экспертиза үтте һәм дәүләт реестрына индерелде (14.06.2011 йылдың 5956 һанлы патенты) ([11]).
Тарихы
Солоҡсолоҡ Көньяҡ Уралда, Бөрө ҡалаһы янындағы бахмут мәҙәниәтенә ҡараған боронғо ҡәберлектә табылған артефакттар буйынса фекер йөрөткәндә, урындағы фин — уғыр ҡәбиләләре араһында беҙҙең эраның 5-6 быуаттарҙан ла һуңғараҡ булмаған ваҡытта барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ был кәсепте бахмуттарҙы ассимиляцияға дусар иткән һәм был ерҙәрҙән ҡыҫырыҡлап сығарған башҡортарҙың ата — бабалары үҙләштереп ала. Әлеге кәсеп тимерҙән етештерелгән ҡоралмаларҙан башҡа барлыҡҡа килә алмай. Ул үҫеп ултырған ҡыу ағас олононда яһалма ҡыуышлыҡтарҙы ҡороу һәм солоҡ балын алыу өсөн ҡырағай бал ҡорттары ғаиләләрен йәлеп итеү буйынса солоҡсоларҙың күп нәҫел быуаттар дауамында туплаған тәжрибә йыйымы ([14]).
Башҡорт солоҡсолоғоноң иң ҙур үҫеш алыу осоро 18 быуатҡа тура килә. Германия, Польша, Литва, Белоруссия һәм Рәсәйҙең үҙәк төбәктәренә ҡарағанда ул оҙағыраҡ үҫешә, шуға күрә күпкә камилыраҡ, уңайлы һәм һыналған ҡоролмалар йыйылмаһы менән айырылып тора. Үҙенә бер башҡа ер биләүгә аҫабалыҡ хоҡуҡтарына эйә булған башҡорттарҙың Рәсәй Урман хеҙмәте норматив документтары талаптарын үтәмәҫкә мөмкинлектәре була. Был документтарға ярашлы 1882 йылда хөкүмәт урмандарында солоҡсолоҡ янғын сығанағы булараҡ тыйыла. Урмандарҙың кәмеүе һәм килмешәк халыҡтар тарафынан мәҙәни традицияларҙың ҡыйралыуы 19 быуатта башҡорт солоҡсоларын умартасалыҡты үҙләштерергә мәжбүр итә. Умарталар — шул уҡ яһалма ҡыуышлыҡ, тик улар ерҙә таяу өҫтөнә урынлаштырылған ағас түмәрҙәрҙә, шулай уҡ бейектә ағастарҙа ойошторола ([15]). Солоҡло һәм умарталы ағастар башҡорттарҙа шәхси милек тип һаналған һәм ырыуҙың айырмалыҡлы билдәләре — тамғалар — ҡуйылған. Һәр умартасы үҙенең билдәһен яҡшы белгән һәм башҡаларҙың милкенә дәғүә итмәгән. Солоҡтар ғәҙәттә атаһынан балаларына күскән. Бер туған ағалы — ҡустылыларҙың тамғалары оҡшаш була, ғаиләнең төп билдәһенә яңы элементтар ҡушылып китеүе менән генә айырылған, кесе улы атаһының тамғаһын мираҫлыҡҡа үҙгәрешһеҙ ала ([16]).
20 быуаттың икенсе яртыһында башҡорт умартасыларының замана умартасылығының башы булған беренсе һүтелмәле умарталар барлыҡҡа килә. Күп көс талап итеүенә һәм эштең һөҙөмтәлелеге түбән булыуға ҡарамаҫтан солоҡ умартасылығы Көньяҡ Уралдың төпкөл урындарында шулай ҙа һаҡланып ҡала. Солоҡ ҡортарын бағыу 16 метрға тиклем бейеклектә эш итеүҙе талап итә, солоҡтарҙың үҙҙәре лә йәшәгән урындарҙан бик алыҫ урынлашҡанға күрә солоҡсоға йыш ҡына ат өҫтөндә көнөнә 40-50 км үтергә тура килә([16]).
Солоҡ умартасылығының үҙенсәлектәре
Башҡорт солоҡсолары ҡулланған ҡорамалдар башлыса кустарь ысул менән эшләнгән һәм башҡа илдәрҙекеләргә оҡшаш. Башҡорт солоҡсоларының үҙенә күрә башҡа, айырмалы ҡорамалдары бар, улар араһынан кирамды (ағасҡа үрмәләү өсөн 5 метр оҙонлоҡ тирәһе үрелгән күн ҡайыш) һәм ләнгене (ҙур булмаған, күсереп йөрөтә торған, бау менән ағас олонона нығытылған аҫлыҡты) билдәләп үтеп була([15]).
Үткән быуаттарҙа урмандарҙа тәбиғи ҡыуышлыҡтарҙағы ҡырағай бал ҡорттары етерлек булған саҡта, башҡорттар, башҡа кәсепселәр кеүек уҡ, көҙ етеүе менән солоҡтарҙан балды бөтөргәнсе алған, запасһыҙ ҡалған бал ҡорттары һәләк булған. Яҙ еткәс, солоҡсолар тикшереү үткәреп, ҡыуышлыҡтарҙы таҙартып, солоҡтарҙы яңынан әҙерләгәндәр.Ҡырағай күстәр яһалма ҡыуышлыҡтарҙың йыһазландырылған бер өлөшөнә инеп урынлаша, кәрәҙҙәрҙе яңырта һәм бал йыя башлай. Солоҡсолоҡтоң күстәр менән ошондай ысул менән эш итеүе 19-сы быуатҡа тиклем дауам итә, ә урыны менән — үткән быуаттың 50 йылдарына тиклем. Бындай системаның өҫтөнлөктәре лә бар, сөнки кәрәҙҙәр йыл һайын алмашынған саҡта бал ҡорттары һирәгерәк ауырыған, уларҙың кәүҙә ҙурлығы кәмемәгән, башҡа төрлө бал ҡорттары менән ҡушылмағас, тоҡом боҙолоуға юл ҡуйылмаған. Ҡырағай бал ҡорттарының һаны бөтә ерҙәрҙә лә кинәт кенә кәмегәс, умартасылар солоҡ ҡорттарға һаҡсыл булырға, уларға ҡышлау өсөн етерлек бал ҡалдырырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә бал ҡорттары ғаиләләре үҙҙәренең торлаҡтарында бик оҙаҡ ваҡыт (хатта 18-25 йылға тиклем !) тереклек итергә мөмкинлек ала ([14]). Солоҡсолар кәрәҙ ояларын яңыртырға өйрәнә, әммә шул уҡ ваҡытта солоҡтарҙың хеҙмәт итеү ваҡыты ҡыҫҡара. Бындай юғары технология солоҡсолоҡ умартасылығы, тип атала, ә камиллаштырылған кәсеп менән шөғөлләнгән кешеләрҙе солоҡсолар тиҙәр.
Солоҡ бал ҡорттарының бик күп тәбиғи дошмандары ла бар, улар ҡорт ғаиләләрен туҙҙыра һәм һәләк итә: һоро айыу Ursus arctos, урман һыуһары Martes martes, урман сысҡаны Apodemus uralensis, ҙур ала тумыртҡа Dendrocopos major, ҡарағай турғайы Merops apiaster, ҙур балауыҙ көйәһе Galleria mellonella, ябай тыраж Vespa crabro, ерән урман ҡырмыҫҡаһы Formica rufa, ерән һағыҙаҡ Dolichovespula rufa. Бөрйән бал ҡорттарына замана ауырыуҙарыла оло зыян килтерә: варроатоз Varroa destructor, нозематоз Nosema apis, аскосфероз Ascosphaera apis, Америка серек ауырыуы Paenibacillus larvae һәм Европа серек ауырыуы Melissococcus pluton. Был ауырыуҙар солоҡтарға ҡарағанда умарталарҙа йышыраҡ күҙәтелә([17];[18]). Солоҡ ҡорттары ғаиләләренең иҫәп динамикаһы 5-10 мәртәбә кәмеү — күтәрелеүе менән яҡшы сағылдырылған цикллығы һәм ҡояш активлығына бәйле уртаса кире бәйләнеше менән айырылып тора ([14]).
Биосфераһы
Хәҙерге ваҡытта солоҡтарҙа, умарталарҙа һәм тәбиғи ҡыуышлыҡтарҙа көн иткән ҡара урман бал ҡорттары Көньяҡ Уралда 22 мең га майҙанлы «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсыулығында (1958 йылда булдырыла), төбәк «Алтын Солоҡ» тәбиғәт тыйыулығында (майҙаны 90 мең га, 1997 йылда булдырыла) һәм «Башҡортостан» милли паркында (майҙаны 82 мең ға 1986 йылда ойошторола) һаҡланып ҡалған ([19]). 2014 йылдың аҙағында ҡурсыулыҡ, тыйыулыҡ һәм милли парк территорияларында сираттағы популяцион депрессия осоронда 1200 -ҙән артыҡ солоҡло һәм умарталы ағастар, шул иҫәптән 300 яһалма ҡыуышлыҡтарға ҡорттар индерелгән булған. Был зонала Бөрйән популяцияһының яҡынса 4 мең бал ҡорттары ғаиләләре рамлы умарталарҙа тотола, шул уҡ ваҡытта экстраполяция мәғлүмәттәренең учетҡа алыу материалдарына ярашлы тәбиғи ҡыуышлыҡтарҙа 200—400 ҡырағай бал ҡорттары тереклек итә.
2012 йылда үрҙә күрһәтелгән айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялар һәм тағы ла бер нисәүһе «Башҡорт Уралы» (дөйөм майҙаны — 346 мең га) ЮНЕСКО — ның комплекслы биосфера резерваты статусын алды, ә «Алтын Солоҡ» төбәк тыйыулығы Башҡортостан Республикаһының экология министрлығы һағы аҫтына алына. Хәҙерге ваҡытта Бөрйән солоҡ бал ҡортон һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән һәм резерватты үҫтереү ниәтендә «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығын киңәйтеү буйынса эштәр планлаштырылған. Ҡурсаулыҡты киңәйтеү төньяҡ — көнбайыш йүнәлешендә Нөгөш менән Өрөк йылғалары араһындағы буш ерҙәр иҫәбенә ҡаралған([20];[21]).
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Алтын Солоҡ» тыйыулығы һәм «Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре урындағы умартасылар менән берлектә Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң үрсеүе, иммунитет күтәрелеүенә булышлыҡ иткән селекция эштәре, ҡышҡа сыҙамлылығы һәм йылдамлылығы, солоҡ умартасылығының тәжрибәһен таратыу буйынса даими саралар уҙҙырып торалар. Дәүләт тәбиғәтте һаҡлау учреждениеларының бындай сәйәсәте стихиялы гибридлаштырыу һәм йәшәгән урындарына ҡыйралыу ҡурҡынысы янаған яңы шарттарҙа солоҡ бал ҡорттарының уникаль популяцияһын — изолят A. m. mellifera -Евразияла һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә ([21];[11]).
Бөрйән солоҡ бал ҡортон һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе
Аҙаҡҡы йылдарҙа матбуғат биттәрендә, төрлө фәнни — ғәмәли конференцияларҙа башҡорт солоҡ бал ҡортоноң ҡурҡыныс аҫтында булыуы хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла. Был йәһәттән ҡурсаулыҡ, тыйыулыҡтар (заказниктар) ойоштороу — ҙур ярҙам, сөнки улар урындағы популяцияның генетик таҙалығын яҡлай, солоҡсолоҡто традицион милли кәсеп булараҡ камиллаштырыуға, үҫтереүгә, таратыуға, һаҡлауға булышлыҡ итә.
Бөрйән популяцияһы ҡиммәтле урта урыҫ тоҡомоноң иң һәйбәт һаҡланған популяцияларының береһе, тип һанай профессор, биология фәндәре докторы Александр Николенко. Башҡорт солоҡсолары алдында ошо һирәк төрсәне һаҡлап алыу мәсьәләһе аҙаҡҡы йылдарҙа киҫкен формалар алды, сөнки ситтән гибридлы бал ҡорттар индерелә, улар йыш ауырыу була, тоҡомһоҙ һәм башҡорт бал ҡорто тоҡомон боҙа. Ҡорттоң тоҡомон белеү өсөн белгестәр уның ҡанатын тикшерә. Башҡа ҡорт осраған саҡта күстең инәһен башҡорт тоҡомлоһона алмаштыралар. Уларҙы селекционерҙар ҡурсаулыҡта үрсетә. Генетик материалды бөтә Башҡортостан буйынса эҙләйҙәр. Башҡорт солоҡсолары таҙа тоҡомло урындағы бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс түгә, йыл һайын улар 2-4 мең бал ҡорттары ғаиләләрен етештерә. А. Николенко Бөрйән районы халҡының был изге эштә әүҙем эш алып барыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала:
…Бөрйән районы булмаһа, ҡурсаулыҡ бал ҡортон һаҡлап ҡала алмаҫ ине. Бал ҡортто нәҡ район халҡы ҡурсалай, улар ошо бал ҡортон һаҡлайҙар, унда [башҡа ҡорттарҙы] индереүҙе тыялар… Белорет районында әле ун йыл элек ошондай уҡ солоҡ популяцияһы бар ине, ҡурсаулыҡ асыуға бәйле 3-4 ауылды күсереү менән был популяция юҡҡа сыҡты, сөнки ул бигерәк бәләкәй, ул үҙе генә көн күрә алмай. Шулай уҡ "Шүлгәнташ"та ла үҙе генә, Бөрйән районы бал ҡорттары менән алмашмайынса, йәшәй алмай.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бортничи — Киев ҡалаһының ҡасабаһы, уның атамаһы боронғо славян «борть» һүҙенән алынған, булһа кәрәк.
- Солоҡсо (бортник) һөнәренән Бортник фамилияһы барлыҡҡа килгән.
- Башҡорт солоҡ бал ҡорто (бөрйән) 1965 йылда умартасылыҡ буйынса ХХ Халыҡ — ара конференцияһында ҙур баһа ала һәм бөтә донъяға таныла (Румыния, Бухарест ҡалаһы).
- 2011 йылда Бөрйән солоҡ балы Роспатента теркәлә (122|1 һанлы таныҡлыҡ, 27.10. 2011 й.)
- Бөрйән солоҡ бал ҡортон ФИПС патенты яҡлай (5956 һанлы, 14. 06. 2011 й.)
- 2014 йылдың 12 июлендә Бөрйән районында «Башҡорт балы — Бөрйән даны» халыҡ — ара этнофестивале уҙғарылды. Байрамды ойоштороуға «Башҡорт балы — Бөрйән даны» ижади проекты 10 миллион һум күләмендә Башҡортостан Республикаһы президенты гранты алған.
- Рәсәй Президенты 2015 йылдың 1 авгусының 392 һанлы указына ярашлы 2017 йыл экология йылы итеп иғлан ителде һәм был йәһәттән иғтибар айырыуса һаҡлауға мохтажлыҡ кисергән тәбиғәт территорияларына бүленәсәк.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Солоҡсолоҡ Викимилектә |
- Бортевое пчеловодство // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Бортное право // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Урал батыр. Башҡорт халыҡ ҡобайыры.=Урал-батыр. Башкирский народный эпос=Ural-Batur.Folk Epic. — Уфа: Информ реклама, 2003. — 468 с., 16 с.ил.
- Байышев Ф. Ҡөрьән Кәрим.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 960 бит.
- Бейешев Ә.Ғ., Сөйәрғолов Ә., Хисамов Ғ.А. Ҡөрьән Кәрим — Өфө: Китап, 2009.- 960 бит.
- Кочергина В. А. Санскритско-русский словарь. — М., 1996. — 895 с.
- Ғизәтуллина Р. Х. Йәншишмә ҡайҙан башлана? — Өфө:Китап, 2013. — 184 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бортники // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Василий Песков. Дикий мёд. В сб. «На суше и на море», М. «Мысль», 1983. Стр. 43-50.
- ↑ О пчелах в Русской правде
- ↑ Павел Иовий.
- ↑ Сигизмунд Герберштейн.
- ↑ Шураков А. И., Еськов Е. К., Коробов Н. В. Петухов А. В., Симанков М. К., Субботин В. А. Сохранение генофонда среднерусских пчел и основные направления развития пчеловодства в Пермской области. Пермь: Перм. гос. пед. ун-т, 1999. 31 с.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Ильясов Р.
- ↑ Кривцов Н. И., Гранкин Н. А. Среднерусские пчелы и их селекция. Рыбное: ГНУ НИИП, 2004. 140 с.
- ↑ Кривцов Н. И. Порода пчел для северных областей России. Материалы международной научно-практической конференции «Медовый мир — 2011». Ярославль, 2011. С. 25-26.
- ↑ Брандорф А. З., Ивойлова М. М., Ильясов Р. А., Поскряков А. В., Николенко А. Г. Популяционно-генетическая дифференциация медоносных пчел Кировской области // Пчеловодство. 2012. № 7. С. 14-16.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Косарев М. Н. Шарипов А. Я., Юмагужин Ф. Г., Савушкина Л. Н. Сохранение генофонда и селекционная работа с бурзянской бортевой пчелой. Материалы международной научно-практической конференции «Медовый мир — 2011». Ярославль, 2011. С. 38-39.
- ↑ Саттаров В.
- ↑ Николенко А.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Косарев М. Н., Юмагужин Ф. Г., Нугуманов Р. Г. О динамике численности семей пчел башкирской популяции, заселяемости бортей и колодных ульев в государственном природном заповеднике «Шульган-Таш» // Использование биологически активных продуктов пчеловодства в животноводстве и в ветеринарной медицине: Сб. науч. тр. М.: Уфа, 1999. С. 118—121.
- ↑ 15,0 15,1 Косарев М. Н. Современное бортевое пчеловодство. Методическое пособие для начинающих бортевиков. Уфа: Информреклама, 2014. 50 с.
- ↑ 16,0 16,1 Юмагужин Ф. Г. История и современное состояние бурзянской бортевой пчелы. Уфа. Гилем, 2010. 107 с.
- ↑ Косарев М. Н. Бурзянские бортевые пчелы и варроатоз // Пчеловодство. 1987. № 9. С. 12-13.
- ↑ Бакалова М. В. Симбионты медоносной пчелы в ульях заповедника «Шульган-Таш» // Пчеловодство. 2010. № 2. С. 12-13.
- ↑ Косарев М. Н. Сохранение генофонда башкирской пчелы // Пчеловодство. 2008. № 7. С. 8-10.
- ↑ Косарев М. Н., Юмагужин Ф. Г., Сайфуллина Н. М. Расширение территории заповедника «Шульган-Таш» — путь сохранения генофонда дикой бортевой пчелы на Южном Урале // Экологические аспекты Юмагузинского водохранилища: Сб. науч. тр. Уфа: Гилем, 2002. С. 114—124.
- ↑ 21,0 21,1 Юмагужин Ф. Г. К вопросу о расширении территории заповедника «Шульган-Таш» // Вестник ОГУ № 6. 2009. С. 461—463.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солоҡсолоҡ тураһында «Фән һәм тормош» журналы
- Ильясов Р. А. Петухов, А. В., Проскуряков А. В., Николенко А. Г. На Урале сохранились резерваты Apis mellifera mellifera L. // Пчеловодство. 2006. № 2. С. 19.
- Ильясов Р. А., Проскуряков А. В. Колбина Л. М., Николенко А. Г. Сохранение Apis mellifera mellifera L. в Удмуртской Республике // Пчеловодство. 2007a. № 6. С. 13-14.
- Ильясов Р. А. Петухов, А. В., Проскуряков А. В., Николенко А. Г. Локальные популяции Apis mellifera mellifera L.на Урале // Генетика. 2007b. Т. 43. № 6. С. 855—858.
- Бранд А. З., Войтов М. М. Ильясов Р. А., Проскуряков А. В., Николенко А. Г. Популяционо-генетическая дифференциация медоносных пчел. Кироская область // Пчеловодство. 2012. № 7. С. 14-16.