Солтанкүл
Солтанкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Солтанкүл[1][2] — Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары сиктәрендә ятҡан күл[3]. Төньяҡ яры яғынан ауыл зыяраты урынлашҡан[2]. Майҙаны — 1,44 км²[4].
Күлдә табан балыҡ, суртан, сабаҡ, ҡарабалыҡ, алабуға, ҡыҙылғанат, опто балығы күп.
Солтанкүл күле ҙур түгел, төбө һай, ҡомло. Ярҙары һаҙлыҡҡа батҡан. Күлдең эргә-тирәһе туғай, ҡайһы бер ерҙә ҡыуаҡлыҡ осрай. Күл буйҙарын ҡамыш, ҡырҡбыуын баҫып алған.
2,5 километр алыҫлыҡта Хәлил ауылы ята[4].
Күлдән Оло Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдығы Һыулы үҙәк йылғаһы ағып сыға[5].
1891—1995 йылдарҙа Төйәләҫ, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының үрге ағымында эшләгән Рәмиевтарҙың ун биш алтын приискылар араһында Солтан приискыһы ла була, барыһы әлеге приискыларҙан 28 бот ҡом һәм 2026 мең бот кварц юлағы эшкәртелә, 29 бот алтын алына. 1892 йылдан башлап Рәмиевтәр Ҡырҡты һыртында эштәр алып бара. Солтанкүл буйында (шунда уҡ Рәмиевтәрҙең усадьбаһы була) урынлашҡан Солтан приискыһында яҡынса 42 бот, Төйәләҫ йылғаһы буйындағы Ғәҙелша приискыһында (икенсе исеме Солтан) 52 бот алтын табыла. Солтан приискыһында һыу һурҙырыу өсөн пар машинаһы, 30 вашгерд була, һуңыраҡ бегун фабрикаһы төҙөлә[6].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000311112200000605[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡалып:РЗНГО
- ↑ 2,0 2,1 Карта бите N-40-106-В-в.
- ↑ Данные получены при помощи картографического сервиса Яндекс.Карты.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 «Султанколь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-40-106 Целинный. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
- ↑ РӘМИЕВТӘРҘЕҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РӘМИЕВТӘРҘЕҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.