Солтанов Альберт Хан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Солтанов Альберт Хан улы (20 июнь 1950 йыл) — ғалим-электр элемтәһе инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альберт Хан улы Солтанов 1950 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы (хәҙер — Ҡырмыҫҡалы) Боҙаяҙ ауылында тыуған.

Новосибирск элемтә электр-техник институтын (1973) тамамлай, электр элемтәһе инженеры һөнәренә эйә була.

19731975 йй. — Өфө «Кабель» Кострукторҙар Бюроһында инженер-конструктор.

1975 й. — Өфө авиация институтында (хәҙер — Өфө дәүләт авиация техник университеты): өлкән инженер.

19751980 йй. — аспирант.

1981 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы: ассистент, өлкән преподаватель, доцент, «Техник кибернетика» кафедраһы профессоры.

СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан Филиалы физика-математика бүлегенең кесе ғилми хеҙмәткәре.

1999 йылдан — «Телекоммуникация системалары» кафедраһы мөдире.

2004 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетының Мәғлүмәти-коммуникация технологиялары институты директоры[1].

Фәнни хеҙмәттәренең төп йүнәлештәре: аэрокосмик һүрәтләнештәрҙе эшкәртеү өлкәһе, дистанцион зондирование процестарын моделләштереү, сигналдарҙың, стохастик текстураларҙың тоҡарлыҡтарға тотороҡлолоғон помехоустойчивой эшкәртеү, образдарҙы таныу белгесе. Космостан Ер шарын һәм океанды күҙәтеү процестарын моделләштереү мәсьәләләре менән шөғөлләнде.

Мәғлүмәтте тапшырыу буйынса оптоэлектрон ҡоролмалар һәм оптик системалар проектланы һәм эшләне. Аэрокосмик борт мәғлүмәттәрен, һүрәтләнештәрҙе эшкәртеү өлкәһендә оптоэлектрон системалар төҙөлөшө принциптарын, моделдәрен, концепцияларын һәм методтарын эшләне.

ВОЛС (сүс-оптик һыҙыҡлы элемтә волоконно-оптических линейных связей) нигеҙендә тулыһынса оптик тапшырыу системалары компоненттарына яңы мөнәсәбәт һәм ысулдар асты.

«Телекоммуникация», «Информационные технологии» журналдарының редакция коллегиялары ағзаһы.

Республикала элемтә селтәрҙәрен: «Сокол» — банктарҙың мәғлүмәт менән алмашыу төбәк юлдаш спутниковый бәйләнешен, Өфө ҡалаһында беренсе пейджинг, «Билайн» кәрәҙ сотовой телефоны бәйләнешен эшләүҙә ҡатнашты.

500-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән, 3 монография, 130 баҫма әҙәбиәт һәм 25 уйлап сығарыу авторы.

Башҡортостан Республикаһы Инженер Акдемияһының ағза-корреспонденты (1994).

Төҙөлөш, юл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса Ғилми советы ағзаһы.

Мәғлүмәти технологиялар һәм техник системалар менән идара итеү системалары буйынса Ғилми совет ағзаһы.

Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан Филиалының математика, физика һәм машиналар тураһындағы фән бүлегендә хеҙмәт итә.

Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Халыҡ-ара телекоммуникациялар академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (2005)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2016)
  • Академик В. П. Макеев исемендәге миҙал (1992)
  • Академик М. С. Рязанский исемендәге миҙал (1996)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]