Солтанов Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанов Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы
Тыуған:

1872({{padleft:1872|4|0}})

Тыуған урыны:

Мәстей ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы)

Вафат:

1920({{padleft:1920|4|0}})

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсәт, дәүләт эшмәкәре

Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы Солтанов (1872, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1920) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, башҡорт дворяндары нәҫеленән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы Солтанов — сығышы менән Минзәлә өйәҙе башҡорттарынан, данлыҡлы дворяндар династияһы — Солтановтар нәҫеленән. 1872 йылда Минзәлә өйәҙенең мировой посреднигы Мөхәмәтйәр Солтановтың (1837—1915) ишле ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Искәндәрбәктең шәжәрәһе артабанғыса булған: ТоҡсабаШаһҡолой (Шаһвәли)ТәүкилТәңребирҙе (Төркәйбирҙе)ЮлбирҙеАҡъюлҠотлошКүҙәйТуҡтарСубанМөхәмәт (Мәмәт)СолтанҒәбделйәлил (1750—?) → Баязит (1774—1823) → Мөхәмәтшәриф (1810—1874) → Мөхәмәтйәр (1837—1915) → Искәндәрбәк[1].

Атаһы — Мөхәмәтйәр Солтанов 60-сы йылдарҙа 20-се башҡорт кантоны башлығы, артабан 7-се башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1866 йылда отставкаға сығып, суд хеҙмәтенә күсә. Бының өсөн ул Ҡазан университетының юридик факультетында бер йыл уҡып ала. Искәндәрбәккә 13 йәш булғанда, 1885 йылда, атаһы Рәсәй мосолмандарының диниә назараты мөфтөйө итеп тәғәйенләнеп, Өфө ҡалаһына күсәләр.

Искәндәрбәк 1905 йылда рус ҡыҙы Анна Рябикинаға өйләнә. Бының өсөн уның кәләше Ислам динен ҡабул итеп, Ғәйнелхаят тигән исем ала.

1917 йылда батша власы ҡолатылып, азатлыҡ елдәре иҫкәс, башҡорт милли интеллигенцияһы башҡорт халҡының хоҡуҡтарын хаҡында һүҙ күтәрә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте башҡорттарға автономия яулау идеяһын көн үҙәгенә сығара. Үҙ халҡының революцияға тиклемге хоҡуҡи хәлен, дөрөҫөрәге хоҡуҡһыҙ хәлдә көнитмешен күреп йәшәгән адвокат Искәндәрбәк Солтанов та милли хәрәкәткә ҡушыла. 1917 йылдың 8-20 декабрендә үткән 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында милли хәрәкәт лидерҙары Зәки Вәлиди, Шәриф Манатов, Юныс Бикбов, Сәғит Мерәҫовтар менән бергә Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайына ағза итеп һайлана. Бынан тыш Башҡорт хөкүмәте составына индерелә. Әммә 1918 йылдың февраль башында Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алынып, Башҡортостан автономияһын тормошҡа ашырыу эше 1918 йылдың июненә тиклем туҡтап ҡала. Был осорҙа Искәндәрбәк Солтанов Өфөгә үҙ ғаиләһенә ҡайтҡан булһа кәрәк.

1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте тергеҙелеү менән И. Солтанов башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә йәлеп ителә. Себер хөкүмәте менән милли ғәскәрҙе тәьмин итеү тураһында һөйләшеү өсөн 1918 йылдың авгусында Зәки Вәлиди олпат һәм тәжрибәле эшмәкәр Искәндәр Солтановты Омск ҡалаһына ебәрә. Бында ул Себер хөкүмәтенең хәрби министры менән һөйләшеүҙәр алып бара. 11 августа И. Солтанов Омскиҙан Ырымбурға Зәки Вәлидигә былай тип телеграмма һуға:

«Переговоры приостановились до возвращения министров Областной думы и окончательного согласия [с] требованиями военного министра, о которых телеграфно невозможно сговориться. Выезжаем сами. Деньги добровольческим отрядам министр обещал отпустить. Продовольствие для Вернеуральского [и] Орского районов дают за наличный расчет».

Омскиҙан ҡайтҡандан һуң, Искәндәр Солтанов Башҡорт хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбов, Зәки Вәлиди, Сәғит Мерәҫов, Абдулла Әҙеһәмовтар менән берлектә 8—20 сентябрҙә Өфөлә үткән Дәүләт йыйылышында ҡатнаша. Бында большевиктарға ҡаршы көрәшкән көстәрҙең берләшкән органы — Бөтә Рәсәй ваҡытлы хөкүмәте (Өфө Директорияһы) ойошторола. Башҡорт хөкүмәт вәкилдәре автономия хоҡуғы һәм милли ғәскәрҙәрҙең үҙаллылығын яҡлап сығыш яһай.

1918 йылдың 29 сентябренән Искәндәр Солтанов Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәтенең Хоҡуҡ бүлеге мөдире булып эшләй башлай. Әммә 1918 йылдың ноябрендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең хәле ҡатмарлаша төшә. Себерҙә власты үҙ ҡулына алған адмирал Колчак, Өфө Директорияһы ағзаларын ҡулға алып, үҙен Рәсәйҙең баш хакимы итеп иғлан итә. Оҙаҡламай Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәрен таратыу тураһында фарман бирә. Колчак менән һөйләшеү өсөн Искәндәр Солтанов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, генерал Хажиәхмәт Ишбулатов һәм Әүхәҙи Ишмырҙиндар Омскиға юллана. Зәки Вәлиди 14 декабрҙә фронттағы башҡорт полк муллаларына ебәргән йәшерен хатында:

«Доктор Кулаев, генерал Ишбулатов, Султанов и Ишмурзин еще до сих пор не вернулись. Ездивший туда (Омскиға — А. Я.) капитан Юнусов вернулся. Письмо от них получили сегодня. Они пишут о плохом положении Колчака»

, — тип хәбәр итә.

Совет власы яғына сығыр алдынан 1919 йылдың 29 ғинуарында, Темәс ауылында үткән йыйылышта Башҡорт хөкүмәтенең составында үҙгәрештәр булып үтә. Яңы рәйес итеп Мөхәмәтхан Ҡулаев һайлана. Ни сәбәптәндер Искәндәрбәк Солтанов Илдархан Мутин һәм генерал Ишбулатов менән бергә хөкүмәт составынан сығарыла. Ошо осорҙан алып И. Солтановтың исеме Башҡорт милли хәрәкәте документтарында осрамай. Бәлки, Башҡорт хөкүмәтенең Совет власы яғына сығыу ниәтен хупламағандыр. Бының өсөн сәбәптәр етәрлек: күренекле дворяндар нәҫеленән, мөфтөй ғаиләһенән. Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы Солтановтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт дворяндары династиялары: Солтановтар, Сыртлановтар // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 99—122. — ISSN 1683-3554.