Эстәлеккә күсергә

Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Йылайыр районы
Вафат булған көнө 27 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы (1906 — 27 апрель 1992) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы[1]. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943)[1] кавалеры.

Мостафа Фазылғәфәр улы Солтанов 1906 йылда Башҡортостандың Йылайыр районы Шәмсетдин ауылында тыуа[1]. 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға БАССР-ҙың Матрай районы хәрби комитеты тарафынан саҡырыла[1]. Хеҙмәт юлын данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үтә: 58-се кавалерия полкының 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы була. Батыр яугир дивизия составында Берлингәсә барып етә, «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына (1943) һәм бер нисә миҙалға лайыҡ була. Мостафа Фазылғәфәр улы йыш ҡына мәктәп уҡыусылары менән осраша, уларға дәһшәтле һуғыш йылдары тураһында һөйләй, айырыуса Дон, Днепр йылғаларындағы ҡаты алыштарҙа бик күп яуҙаштары һәләк булғанын, танкыларға ҡаршы ташланғанда 90 яугирҙан 18 кеше генә тороп ҡалғанын онота алмай[2]. Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

1992 йылдың 27 апрелендә вафат була һәм тыуған ауылы зыяратында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]