Солтанов Ғарифйән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Солтанов Ғарифйән
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 5 ғинуар 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Салауат районы, Салауат ауыл советы,Ҡыҙырбаҡ ауылы
Вафат булған көнө 1940
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Салауат ауыл советы, Ҡыҙырбаҡ ауылы

Солтанов Ғарифйән (5 ғинуар 1876 йыл — 1940-сы йылдар) — крайҙы өйрәнеүсе. Урыҫ-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғарифйән Солтанов Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ҡыҙырбаҡ ауылында 1876 йылдың 5 ғинуарында тыуған.

Урыҫ-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан.

Салауат Юлаев тураһындағы йырҙарҙы, риүәйәттәррҙе һәм легендаларҙы яҙып алған. 1890—1897 йылдарҙа урындағы халыҡтан Салауат Юлаев тураһынағы йырҙарҙың 223 юлын яҙып алған. Солтановтың үҙе әйтеүе буйынса, яҙыуҙарының бер өлөшө генә һаҡланған. Хәтерендә ҡалған ҡайһы берен тергеҙгән. Һәм яңы йыйылған йыр, легенда һәм риүәйәттәре менән бергә («Элек Салауат тураһында йырлатмайҙар ине», «Салауаттың сит илдә михнәт күреүе», «Салауат батыр мәргән уҡсы булған») Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына тапшыра. Институттың директоры Х. Х. Хамматовҡа 1940 йылдың 15 октябрендәге яҙған хатында Солтанов, бала сағында ул ҡарттар, Салауат батыр тураһында һөйләгәндә, улар: «Һаҡ бул, улым!» тигәндәр, сит кешеләр янында йырлау кәрәкмәй, һине ҡулға алыуҙары бар тип киҫәткәндәр (РФА Өфө ғилми үҙәге. Ф.3, оп.12, д.64. л.159)[2].

1890 йылда ауыл йыйынында «Салауат батыр» йырын скрипкала башҡарғаны өсөн 5 тәүлеккә ябып ҡуялар. 1925 йылда Башҡортостан үҙәк крайҙы өйрәнеү музейына, легендалар буйынса Салауаттыҡы тип танылған эйәрҙе бүләк итә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]